Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
Кисә, 10:45

Яңы форматтағы ИНН алыу өсөн нимәләрҙе белергә кәрәк?

Башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙҙар кәрәкмәй!  

Яңы форматтағы ИНН алыу өсөн нимәләрҙе белергә кәрәк?
Яңы форматтағы ИНН алыу өсөн нимәләрҙе белергә кәрәк?

ИНН алғанда ике ведомство – һалым хеҙмәте һәм Күп функциялы үҙәк үҙ-ара онлайн эш итә башланы. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге Федераль һалым хеҙмәте менән берлектә махсус сервис әҙерләне. Ул мәғлүмәттәрҙе бер ведомствонан икенсеһенә тиҙ арала һәм хәүефһеҙ тапшырырға мөмкинлек бирә.

Нимә үҙгәрҙе:

– документтарҙы әҙерләү ваҡыты ҡыҫҡарҙы;

– юғалтҡан йәки боҙған осраҡта ИНН дубликатын эшләгән өсөн дәүләт пошлинаһы алынмай;

– әҙер документты Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре раҫлай;

– әҙер ИНН-ды Күп функциялы үҙәк постаматында алып була.

Тимәк:

– ИНН документын хәҙер күпкә тиҙерәк һәм бушлай алырға мөмкин.

Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (347) 246-55-33

Үҙәк офистарына сайтта «Алдан яҙылыу» бүлегендә https://mfcrb.ru/?page_id=101171 һәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Фото: видеояҙманан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в