

Башҡортостн Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлеште. Унда шундай юлдар бар:
“Августың тәүге йәкшәмбеһендә тимер юл магистралдәре хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн “Яҡшы кешеләр тормошо” рубрикаһында Өфө локомотив депоһы технологы Татьяна Борисовна Старочкина менән таныштырам.
Татьяна Борисовна, күпселек яҡындары кеүек, хеҙмәт юлын тимер юлға арнаған. Был ҡатын һөнәренә 41 йылын бағышлаған. 41 йыл! Уйлап ҡарағыҙ!
Ә барыһы ла 1937 йылда - Дим локомотив депоһы барлыҡҡа килгәндән башланған. Татьяна Борисовнаның олатаһы Вениамин Степанович паровоз машинисы булып эшләгән. Ул һуғыш йылдарында Сталинград өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан. Тимер юл транспортында уның улдары Борис һәм Владимир эшләгән. Татьяна Борисовнаның әсәһе Рәйсә Дмитриевна ла яҙмышын тимер юл менән бәйләгән. Ул техник бүлек инженеры, нормалаштырыу төркөмө начальнигы, баш механик бүлегенең әйҙәүсе инженеры булып хеҙмәт иткән.
Ағаһы Сергей Борисович – шулай уҡ тимер юлсы. Ул Дим локомотив депоһының электр поезы машинисы ярҙамсыһы, юл бригадиры, хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса ревизор, Дим станцияһының тергеҙеү поезы начальнигы булған.
Татьяна Борисовнаның улы Евгений Анатольевич та әсәһенең эҙенән киткән. Әле ул Дим станцияһының төҙөкләндереү поезында эшләй. Старочкиндар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы – 234 йыл, шуның 152 йылы – локомотив депоһында. Һоҡланғыс ғаилә - һөнәргә тоғролоҡто һәм оҫталыҡты быуындан-быуынға тапшырыуҙың иҫ киткес өлгөһө.
Татьяна Борисовна Старочкинаны һәм уның ғаиләһен, бөтә тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Барығыҙға ла фиҙакәр хеҙмәтегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ, именлек, яҡшы кәйеф теләйем!”
Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.