Йәмғиәт
8 Август 2022, 18:00

Аркадий Гостев менән осрашыу

Ул Өфөгә ниндәй маҡсат менән килгән?

Аркадий Гостев менән осрашыуАркадий Гостев менән осрашыу
Аркадий Гостев менән осрашыу

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәте директоры Аркадий Гостев менән осрашты. Ул Өфөгә 9 августа эшләй башлаған Бөтә Рәсәй енәйәт-башҡарыу системаһының йәш белгестәре форумында ҡатнашыу өсөн килгән.

Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәте директоры республика етәкселегенең хөкөм ителгәндәр өсөн холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт үҙәктәрен асыу буйынса эшен ыңғай баһаланы. Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2022 йылда илдең һәр төбәгендә хөкөм ителгәндәр өсөн 400 яңы эш урыны булдырыу тураһында күрһәтмәһен үтәне тиерлек.

Аркадий Гостев әйтеүенсә, быйыл ете айҙа Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәтенең төбәк идаралығы предприятиеларында тауар етештереү, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 28,7 процентҡа артҡан. Башҡортостан Башлығы хөкөм ителгәндәрҙе социаль яраҡлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәте продукцияһына, хеҙмәттәренә дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы урынлаштырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас