

rФёдоровка районындағы Бала Сытырман клубының "Замандаш" башҡорт халыҡ ансамбле (етәксеһе - Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Сәлишева) "Бесәндә" тигән йырға (Ф. Үҙәнбаева көйө, Ф. Абдуллина һүҙҙәре) бик матур клип төшөргән.
Бына нимә ти улар: "Эй ҡыҙыу бесән ваҡыты бара. Ауылдарҙа эш гөрләгән ваҡытта түҙеп ятып булмай бит инде. Бөгөн беҙ ҙә бесәнгә барып, элекке өмәләрҙе иҫкә төшөрөп ҡайттыҡ әле. Был юлы Фәриә еңгә бесән өмәһенә саҡырҙы. Бигерәк тә күңелле булды ул. Яланда шул тиклем рәхәт, тәмле үлән еҫе аңҡып тора, бына ҡайҙа ул хөрриәт. Үҙебеҙҙең эште видеоклип итеп тә төшөрөргә өлгөрҙөк, оҡшаһа эшебеҙ, лайыҡ ҡуйығыҙ".
Фото: vk.com/public212522898