

Мәҙинә Фазылова "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә ошо турала фекер йөрөтә.
"Был сәйер хәл тураһында төрлө фекер йөрөй. Кемдер дин менән бәйләй, кемдер, серек тештәрҙе күрһәтмәҫ өсөн, ти. Ни өсөн тигәндә, теш проблемаһы борондан беҙҙең илдә киҫкен тора.
Төрлө дәлил араһынан иң сәйере - "тыйыу ишараһы". Ололар балаларҙы ҡысҡырып көлөү һәм йылмайып кәртишкәгә төшөүҙән тыйған.
Борон ҙур хөкөм сығарылғас, язаны башҡарыр алдынан меҫкен бәндә көлөр булған. Йәнәһе, кешегә икенсе йән ингән.
Йәнә шайтан һәм биреле әҙәм гел көлөүсән, юҡ-барға һыны ҡатҡансы көлөп күңел асыусан. Шуға ла көлөү түгел, йылмайып төҫ мәңгеләштереү ҙә яман ғәҙәт һаналған", - тигән ул.
Ә һеҙ үҙегеҙҙә һаҡланған боронғо фотоһүрәттәрҙе ҡарағыҙ әле, был ысынлап шулаймы? Көлөп-йылмайып төшкән фотоларығыҙ бармы?
Фото: Г. Бүләкбаева.