

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәренең динамикаһы хаҡында һөйләне.
2022 йылдың 1 авгусынан 7-һенә тиклем республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһында 5 264 мөрәжәғәт теркәлде. Был үткән аҙна менән сағыштырғанда 1 085 мөрәжәғәткә күберәк.
Халыҡты юлдарҙы тәртиптә тотоу темаһы нығыраҡ борсой, бер аҙнала 1 025 хәбәр килгән, уҙған аҙна менән сағыштырғанда ул 281-гә күберәк. Кешеләр соҡорҙарҙы ямау, ваҡ таш түшәү, грейдлау буйынса һорауҙар бирә, “Сибай-Аҡъяр” юлын ремонтлауҙы һорай, Нуғай юл үткәргесенең юл япмаһы торошона, шулай уҡ пик сәғәтендә ошо участкала барлыҡҡа килгән тығындарға иғтибар итә.
Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһында икенсе урында – төҙөкләндереү мәсьәләләре. Бер аҙна эсендә мөрәжәғәттәр һаны 163-кә артҡан – 995-кә тиклем. Халыҡтан йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен тәртиптә тотоу, парктарҙы һәм скверҙарҙы йыйыштырыу, үлән сабыу буйынса хәбәрҙәр килеүен дауам итә.
Өсөнсөһө – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһына мөрәжәғәттәр. 626 тапҡыр шундай һорау биргәндәр, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 135-кә күберәк. Халыҡты йәйге осорҙа һыуыҡ һәм эҫе һыуҙың юҡҡа сығыуы, республика райондарында һыуҙың аҙ баҫымы борсой.
Йәмәғәт транспорты темаһы рейтингта алтынсы урындан дүртенсегә күтәрелде, тип билдәләне Елена Прочаковская. 25 июлдән 31-енә тиклем социаль селтәрҙә 251 мөрәжәғәт ебәрелһә, һуңғы аҙнала – 486. Затон биҫтәһе һәм Өфөнөң башҡа райондары араһында автобус бәйләнеше буйынса һорауҙар күп. Башҡортостан Башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ошо хәлде анализларға һәм был йүнәлештәрҙә автобустарҙың һанын арттырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Август аҙағында республикаға яңы ҙур класлы автобустар килтереләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Халыҡ һораған ерҙә өҫтәмә рейстар асыу мөмкинлеген иғтибар менән өйрәнергә кәрәк.
Шулай уҡ төбәк Башлығы халыҡты борсоған мәсьәләләргә етди иғтибар бүлергә кәңәш итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.