Йәмғиәт
8 Август 2022, 11:15

Йәштәргә яңы мөмкинлек бирелә

Башҡортостан йәштәренең грант конкурсында еңеүҙәре ихтимал.

Йәштәргә яңы мөмкинлек биреләЙәштәргә яңы мөмкинлек бирелә
Йәштәргә яңы мөмкинлек бирелә

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ «Росмолодёжь. Гранты 2 сезон» конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Еңеүселәрҙең үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проектына бер миллион һумға тиклем аҡса алыуҙары мөмкин.   

Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша. Ғаризаны 22 авгусҡа тиклем “Рәсәй йәштәре” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының  грант модулендә 15 номинацияның береһе буйынса бирергә мөмкин: йәштәр мәшғүллеген ойоштороуға йүнәлтелгән проект, бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереү проекты, мәҙәни-ара диалог һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте яҡлау проекты, йәштәр мөхитендә экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы тороуға йүнәлтелгән проект, һаулыҡ мөмкинлеге сикле кешеләр менән эшләү проекты, экологик белем биреү проекты, урта махсус уҡыу йорттарының студенттар берләшмәһен үҫтереү һәм яҡлау проекты һәм башҡалар.

Өфөлә «Йәшлек House» йәштәр киңлегендә конкурсҡа  старт көнөндә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Проектный ReSTART» исемле сара уҙғарҙы.

- Дүрт сәғәтлек проект сессияһын беҙ үҙҙәренең көсөн грант конкурстарында һынаған, ләкин ярҙам алмағандар өсөн уҙғарҙыҡ. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғаризаларын конкурстың икенсе миҙгеленә әҙерләй. Беренсе миҙгелдә беҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәттек һәм республикаға 28 грант һәм 18 миллиондан ашыу аҡса йәлеп иттек, - тине ведомство рәйесе Яна Гайдук.  

Башҡортостан йәштәренә  проект буйынса консультацияны Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының  йәштәр проект офисында алыу мөмкинлеге бар. «Академия Росмолодёжь. Гранты» платформаһында барлыҡ теләүселәргә социаль проектлау буйынса уҡыу ҡаралған. Академия грант конкурсында ҡатнашыусыларға социаль проектлау менән танышыуға, тәжрибәлеләренә ошо тема буйынса белемдәрен киңәйтергә юл аса.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас