

Шулған ауылы – район үҙәге Тәтешленән ҡала иң ҙур ауылдарҙың береһе. Бында бер меңдән ашыу кеше йәшәй. Биш ауылды эсенә алған ауыл Советы биләмәһенә бына етенсе йыл инде көслө, булдыҡлы аҫыл заттарҙың береһе Ынйы Рәфил ҡыҙы Бәҙретдинова етәкселек итә. Шулғандың төҙөклөгө, хәстәрле хужалар ҡулында булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Асфальт юлдар, йәйәүлеләр өсөн уңайлы тротуарҙар, матур ҡоймалар, биләмәнең йөҙөк ҡашы булған “Еңеү” паркы, балалар өсөн уйын, ял майҙаны – барыһы ла ошонда көн иткән Шулған халҡы өсөн.
Ынйы Рәфил ҡыҙы әйтеүенсә, “Башҡортостан Республикаһында заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” дәүләт программаһында ҡатнашыу күп кенә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән. 2018 йылда шуға ярашлы байтаҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылған да инде. “2022 йылда юл буйҙарындағы үләнде сабып, тәртиптә тотоу өсөн сапҡыслы “МТЗ-82” тракторы алдыҡ, өс янғын һүндереү машинабыҙ бар. Хәҙерге заманда ауыл Советы аҡсаһына ғына йәшәүе, биләмәләрҙе төҙөкләндереүе мөмкин түгел, гранттар алыу өсөн мотлаҡ конкурстарҙа ҡатнашырға, тәҡдимдәр индереү менән бергә эш күрһәтергә кәрәк”, – ти тәжрибәле етәксе.
Шулған ауыл Советы 2019 йылда “Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ була, ә былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсында өсөнсө урынды яулап, ике миллион һумлыҡ грант ала. “Шул саҡта тәүәккәлләп программала ҡатнашмаһаҡ, хәҙерге күркәм балалар майҙаны тураһында хыялланыуҙан уҙмаҫ инек. Күрәһегеҙме, бөгөн унда күпме бала рәхәтләнеп уйнай, эш менән мәшғүл ата-әсәләрҙең дә күңеле тыныс”, – тип, Ынйы Рәфил ҡыҙы беҙҙе шау-гөр килеп торған уйын майҙанына әйҙәй.
Ауыл биләмәһе хакимиәтенең көндәлек мәшәҡәттәре йәй көндәрендә тағы ла арта төшә. Белгестәр һыу буйында бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмау өсөн рейдтарға сыға, халыҡ араһында иҫкәртеү сараларын үткәрә, өй буйлап йөрөп янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә. Үҙҙәре лә салғы тотоп, юл буйҙарындағы үләндәрҙе сабырға, һыу буйҙарын сүп-сарҙан таҙартырға сыға.
Йәйге селләлә хәүефле хәлдәрҙе булдырмау өсөн хакимиәт тарафынан айырыуса ҙур уяулыҡ, һиҙгерлек талап ителә. Ҡашҡаҡ ауылында йәшәгән һуғыш балаларына автономлы янғын сығыуын иҫкәртеүсе приборҙар тапшырыу дауам итә, ауыл халҡына ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡайҙа мөрәжәғәт итеү тураһында белешмәләр бирелә, ут сығыуына ҡаршы кәртә ҡуйыу өсөн тораҡтарҙың сиктәрен һөрөп сығыу ысулы ҡулланыла. Йәй – ремонт эштәрен башҡарыу өсөн иң ҡулайлы, әммә үтә ҡыҫҡа осор. Шулған ауылы мәҙәниәт йорто һәм балалар приютындағы төҙөкләндереү эштәрен ҡыҙыулатыу, эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе йәһәтерәк хәл итеү өсөн дә етәксе үҙен яуаплы тоя.
– Һәр ауыл халҡы үҙенсәлекле, һәр береһе менән килешеп эшләү өсөн уларҙың холоҡ-фиғелен дә өйрәнергә кәрәк, – ти Ынйы Рәфил ҡыҙы. – Мәҫәлән, Ҡашҡаҡ халҡы үҙҙәренә лә, башҡаларға ла талапсанлығы менән айырыла. Улар матур йәшәргә, тырышып эшләргә ярата. Кемдеңдер килеп ярҙам ҡулы һуҙырын көтөп ултырмайҙар, үҙҙәре ойошҡан рәүештә старосталары И. Фәрхетдинов етәкселегендә кәңәшләшеп эшкә тотона һала. Оҙаҡламай уларҙың көсө менән ауыл клубы алдындағы ҡоймаларҙы төҙөкләндереү тамамланасаҡ. Ә гәрәбаштар – үҙ һүҙле, әүҙем, үткер телле халыҡ. Эште еренә еткереп башҡара белә. Ҙур көс түгеп, быуа яһау, баҡса ултыртыу эшен теүәлләнеләр. Ауылдарҙа сүп-сар йыйыу эше юлға һалынды, районда беренсе булып евроконтейнерҙар алдыҡ.
Тик әлегә сүп-сар йыйыу буйынса яуаплы төбәк операторының эшенә дәғүә күп. Тулы контейнерҙар эргәһендә өйөлгән тоҡтарҙан тауҙар хасил булғанын һәр ауылда күрергә тура килде. Яңы уҡыу йылы башланыуына ваҡыт аҙ ҡалыуы юл билдәләрен яңыртыуҙы, мәктәптең Белем көнөнә тулы әҙерлекле булыуын талап итә. Ауыл Советы башлығы, көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш, Шулғандың киләсәген тағы ла яҡтыраҡ, йәшәү шарттарын уңайлыраҡ итеү өсөн уйлана, реаль эштәрҙе барлай, гранттар алыу юлдарын өйрәнә. Әлбиттә, барыһы ла халыҡ аҡыл-кәңәшенә, тәҡдим-һорауҙарына таянып...
Динә ҒӘБДРӘХИМОВА