Йәмғиәт
9 Август 2022, 16:15

“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана

“Берҙәм Рәсәй” ирекһеҙҙән күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе үҙ өҫтөнә алды.

“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана
“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана

Бөгөн Өфөләге “Речные зори” профилакторийында, ирекһеҙҙән күскенселәрҙең ваҡытлыса торлағында, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүләтбирҙин һәм Калинин районы хакимиәте вәкилдәре  менән берлектә граждандарҙы ҡабул итте.

“Бында Мариуполь, Лисичанск, Донецк һәм башҡа ҡалаларҙан, ауылдарҙан халыҡ йыйылған. Яңы уҡыу йылы алдынан балаларға ярҙам кәрәк. Партия “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы үткәрә. Сарала ҡатнашырға теләүселәр кәнсә кәрәк-яраҡтарын, спорт кейемдәрен Өфөләге “Берҙәм Рәсәй”ҙең Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә йә ҡала һәм райондарҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә тапшыра ала, – тине Эльвира Айытҡолова. – Бында әле мәктәп йәшендәге 42 бала йәшәй”.

“Улым 10-сы класҡа бара, уның бер нәмәһе лә юҡ, – ти Мариуполдән Татьяна Шохова. – Балаларҙы мәктәпкә алып йөрөргә автобус бүләсәктәр икән. Ярҙамығыҙға ҙур рәхмәт!”

Осрашыуҙа эшкә урынлашыу, һаулыҡты хәстәрләү тураһында ла һүҙ барҙы. Аҙаҡтан Өфө Халыҡ-ара һөнәрҙәр мәктәбе оҫталары балаларға аквагрим һалып ҡыуандырҙы.

Фото: blob:https://web.whatsapp.com/8eab5394-36bb-4f38-b6e3-1891322fa6e4

“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана
“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана
“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана
“Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы башлана
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас