Йәмғиәт
9 Август 2022, 04:47

Был – хыялымдағы өйөм

Ул ни тиклем ныҡлы, йылылығы ла шул тиклем көслөрәк.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ғаилә – ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, йылылығы ла шул тиклем көслөрәк. Ғаилә усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы.

Башҡорт Үргене мәҙәниәт йортонда “Минең ғаиләм – татыу ғаилә” исемле сара ойошторолдо. Балалар әсәйҙәре, өләсәй­ҙәре, ағай-апайҙары менән килгән ине. Һәр ғаилә бер команданы хасил итте, шулай уҡ яңғыҙ килгән балаларҙы ла ғаиләлеләр үҙҙәренә ҡушып алды. Конкурс­тың тәүге этабында ғаилә тураһындағы мәҡәл­дәрҙе иҫкә төшөрөү бурысы йөкмәтелде, командалар конверт эсендә бирелгән һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөнө.

Бәйгенең икенсе өлөшөндә әсәйгә, атайға, ғаиләгә матур, яғымлы һүҙҙәр әйтелһә, артабан әсәйҙәр, өләсәйҙәр инде онотола төшкән бишек йырҙарын көйләп ишеттерҙе. “Ашнаҡсы”, “Әсәйең­де ҡулынан таны”, “Баланы балалар баҡсаһына оҙатыу” конкурстары бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтте.

Конкурстың сираттағы өлөшө “Минең хыялымдағы өйөм” темаһына һүрәттәр төшөрөү ине. Уға командалар бик дәррәү ҡушылды: кемдер өйҙөң стеналарын яһаны, икенселәр йортҡа тәҙрә ҡуйҙы, бүтәндәр ҡыйыҡ япты, буяны, сәскә ултыртты һәм башҡа эштәр менән мәшғүл ине. Берәү ҙә эшһеҙ ҡалманы. Һөҙөмтәлә бик матур рәсемдәр хасил булды. Бөтә командалар ҙа бирелгән заданиеларҙы берҙәм һәм татыу булып, тырышып һәм сәмләнеп үтәне, иң-иңдәрҙе айырып алып булмай ине. Шуға күрә лә жюри ағза­лары: “Бәйгебеҙ дуҫлыҡ менән тамамланды”, – тип иғлан итергә мәжбүр булды.

Яңы Петровка ауылы хакими­әте башлығы Илфат Аҡсурин һүҙҙәренә ҡарағанда, ғаиләгә бәйле сараларҙы йышыраҡ үткә­реү отошло булыр ине. Бындай байрамдар ауылдаштар араһын­дағы дуҫлыҡ ептәрен нығыта, ке­шеләрҙе бер-береһенә яҡынайта.

– Үрген ауылында, ғөмүмән, ауыл хакимиәте биләмәһендә өлгөлө, уңған ғаиләләр бихисап, уларҙың өлгөһөнә эйәреүсе­ләрҙең күплеге ҡыуандыра, – ти Илфат Лотфулла улы. – “Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр” тигән мәҡәлде донъя көткәндә ҡулланып йәшәй улар.

 

 

Гөлнәзирә ЕЙӘНБИРҘИНА

Ейәнсура районы.

Читайте нас