Йәмғиәт
9 Август 2022, 04:26

Данира, ҡымыҙың бик шәп!

“Маҡтап та ебәрһәләр, арыуымды онотам...”

Резеда Шәңгәрәева.Резеда Шәңгәрәева.
Фото:Резеда Шәңгәрәева.

Ҡашҡаҡ ауылындағы Крупская исе­мендәге ауыл хужалығы пред­приятие­һының 3-сө бригадаһында ҡымыҙ етештереү цехы эшләүенә байтаҡ йылдар инде. Ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Данира Сәмиғулла ҡыҙы Хаматова ошо ваҡыт эсендә уның алыштырғыһыҙ хужабикәһе. Аҡсәйеттә 17 йыл почта бүлексәһендә хеҙмәт иткәндән һуң сөгөлдөрсө, быҙау ҡараусы булып эшләй. Йәйен хужалыҡҡа ҡымыҙ бешеү, бейәләр эйеү эшенә саҡырғас, күп уйлап тормай ризалаша.

– Йәшермәйем, бик ауыр булып сыҡты ябай ғына тойолған эш. Тәүҙә ҡул менән һауғанда беләктәр ныҡ шешенә, йәш йылҡыны өйрәтеүе ауыр була торғайны. Хәҙер аппараттар ярҙа­мында Марс Шакиров менән икәүләп көнөнә өс тапҡыр 26 бейәне һауабыҙ, ҡымыҙҙы технологиялар ҡул­лан­майынса боронғоса гөбөләрҙә ҡул ярҙамында бешәбеҙ, – ти ҡымыҙ оҫтаһы Данира Сәмиғулла ҡыҙы.

Ә йәйен был шифалы эсемлеккә ихтыяж ҙур, сөнки районда ул – берҙән-бер ҡымыҙ етештереү цехы. Өҫтәүенә Нефтекама, Яңауыл, Асҡын, Борай халҡы ла Данира ханымдың оҫталығын ба­һалап өлгөргән, күстәнәс итеп ебәрергә, юбилейҙарға, тантаналарға ҡымыҙға заявка бирергә ғәҙәтләнгән.

– Һауын тамамланғас та эш бөтәһе түгел – һөттө бешәһең, һөҙәһең,ҡырҡ литрлыҡ мискәләргә һалып һыуытҡысҡа ҡуяһың, кешеләрҙән аныҡ ваҡытҡа ҡымыҙ әҙерләп ҡуйыу өсөн заявкалар алаһың, отчет биреү өсөн документтар әҙерләйһең. Ҡымыҙ һәйбәт әсеһен өсөн өйөң йылы булырға, шу­лай уҡ эсем­лек­тең әселеге артып китмәҫкә тейеш. Хеҙмәтемде яратҡанға күрә тәүлек әйләнәһенә эшләргә әҙермен. “Данира, ҡымыҙың бик шәп”, тип маҡтап та ебәрһәләр, тағы тырышыбыраҡ эшкә тотонам, – тип йылмая ҡымыҙ оҫтаһы. – Май айында уҡ минең өсөн дүрт айлыҡ тынғыһыҙ эш башлана. Ҡымыҙ өйөн йыуып сығарам, бөтә кә­рәк-яраҡты әҙерләйем. Зоотехник Радмир Рәхим­йә­нов эште даими контролдә тота, эсемлек сифаты лабораторияла ентекле тикшерелә.

Данира Сәмиғулла ҡыҙының таҙалыҡ яратыуы, ҡымыҙ өйөн тәртиптә тотоуы ишектән инеү менән күҙгә салына. Ғөмүмән, ҡымыҙ өйөндә, бөхтәлектән тыш, бер ниндәй сит еҫ, хатта хушбуй еҫе лә аңҡымаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй ул. Республиканың башҡа ҡымыҙ бешеү оҫталары менән дә танышып, уларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеп, хеҙмәтендә ҡулланыуын, Учалы районында үткәрелгән ҡымыҙсылар ярышында ҡатнашыуын, ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуын Данира ханым мауығып һөйләне. “49 район араһында Тәтешле ҡымыҙының яҡшы сифатлы тип табылыуына, алтынсы урын алыуына бик һөйөндөм. Әммә ҡәнәғәтләнеү өсөн бер ниндәй ҙә форсат юҡ, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә тырышасаҡбыҙ. Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге хеҙмәткәр­ҙәренә бик иғтибарлы, их­тыяжы­быҙҙы белә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла”, – тип тә өҫтәне.

“Гәрә моңдары” тигән ярлыҡ йәбеш­терелгән пластик шешәләргә тулты­рылған тәбиғи эсемлек консер­вант­тарһыҙ һәм өҫтәмәләрһеҙ ҡулланы­у­сы­ларға оҙатыла. Хужалыҡта 1966 йылдан башлап, әлегә тиклем өҙлөкһөҙ етештерелгән ҡымыҙ боронғо әсетеү ысулдарына нигеҙләнеп, үҙенсә­лекле рецепт буйынса ағас гөбөләрҙә ҡул көсө менән бешелә һәм ҙур булмаған күләмдә халыҡҡа һатыла. “Гәрә моңдары”н боронғо технология буйынса етештереү эсемлектең үҙенсәлекле сифатын һаҡларға, бай тәмен юғалтмаҫҡа ярҙам итә. Пандемия осоронда заказдарҙың артыуы ғәжәп тә түгел, ҡымыҙҙың үпкә сәләмәтлеген һәм иммунитетты нығытыуы, тын алыу юлдарын бронхиттан һәм ангинанан таҙартыуы яҡшы билдәле. Тәтешле ҡымыҙсыһы Данира Сәмиғулла ҡыҙы үҙенсәлекле хеҙмәте аша яҡташтарының сәләмәтлеген нығытыуға үҙ өлөшөн индереүе менән һис һүҙһеҙ ғорурлана ала.

 

 

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас