

Абдулҡадир Инан исемендәге модель китапханала билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина ижадына арналған “Яҙыусының күңел утрауы” тип исемләнгән әҙәби ҡунаҡхана үтте. Сарала “Етегән йондоҙ” клубы ағзалары, ағинәйҙәр, китап һөйөүселәр ҡатнашты.
Башта китапханасы Нәзифә Иҫәнғужина әҙибәнең биографияһы менән яҡындан таныштырҙы. Әйткәндәй, китапханала яҙыусының бөтә китаптары ла бар, улар кәштәнең иң түрендә һаҡлана. “Йөҙ ҙә бер ғүмерем”, “Күңел утрауы”, “Тормош шау сәскәлә”, “Йәннәт һулышы”, “Йәшәргә ваҡыт”, “Һөйөү доғаһы” һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Мәғариф алдынғыһы, педагог-ветеран Әсмә Яхина яҙыусының “Һәҙиә” романы тураһында һөйләне. Сәйәси золом ҡорбандарының береһе – башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина 1937 йылда ҡулға алынған, ире, халыҡ дошманы булараҡ, атып үлтерелгән. Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң, уға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителгән, ә әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйылған. Әсмә апай сығыш яһағанда, романдағы ваҡиғалар бик ентекле булып күҙ алдына баҫты, ул телмәрен хас та киң аудиторияла студенттар алдында лекция уҡыр өсөн әҙерләгән, тиерһең. “Яҙмаларымды китапханала ҡалдырам, был әҫәр буйынса әҙерләнгәндә студенттар файҙаланһын” тиһә лә, апайға мәҡәләгә торошло яҙмаларын берәй баҫма редакцияһына ебәрергә тәҡдим иттеләр.
Ошо уҡ әҫәр буйынса сығыш яһаған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрованың, профессор Вилә Баймырҙинаның, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булған Әлфиә Камалетдинованың, Рәйсә Әбүзәроваларҙың әйткәндәре лә бик фәһемле ине. Китапхананың иң әүҙем китап уҡыусыһы булараҡ танылыу алған Гөлсөм Иралина әҙибәнең үҙе уҡыған әҫәрҙәренә бәйле тыуған фекерҙәрен еткерҙе. Ул һүрәтләнгән геройҙарҙың тормошсан булғанына иғтибарҙы йүнәлтте. Ғөмүмән, яҙыусының ижады буйынса йәнле генә һөйләшеү ине был.
Ҡайһы ваҡыт әҫәрҙе уҡығанда, бигерәк тә һүҙ беренсе заттан алып барылһа, уҡыусыла лирик герой менән авторҙы бутау ғәҙәте бар. Был йәһәттән һәр уҡыусы үҙ зауығынан, тәжрибәһенән сығып эш итәлер.
Ижадсының бала сағын күҙ алдына баҫтырыу ҙа һис артыҡ булмаҫ, моғайын.
– Атайым менән әсәйемдең төпсөк балаһымын, мин тыуғанда атайыма – 51, ә әсәйемә 41 йәш булған, – ти ул. – Атайымдың яҙмышы бигерәк тә фажиғәле. Уның йәшләй өйләнгән тәүге ҡатыны тиф сиренән үлгән. Унан тыуған улы 14 йәшендә молотилкаға ҡыҫылып һәләк була. Икенсегә өйләнгән атайым. Уныһы ла һуғыш ваҡытында һаулығын ныҡ юғалтып, мандый алмаған. Атайым үҙе разведканан “тел” алып ҡайтып килгән ваҡытта минаға баҫҡан, тәнендә шул минаның 19 ярсығының ҡурҡыныс эҙҙәре бар ине. Яралары серей башлағас, врачтар уға ҡоро климатта йәшәргә кәңәш биргән. Шулай итеп, ул ғаиләһен алып Үзбәкстанға күсеп китергә мәжбүр булған. Күп тә үтмәгән, тағы ҡатынын юғалтҡан.
Тап ошо ваҡытта Гөлсирәнең әсәһе лә, тол ҡалған фронтовик ҡатыны, балаһы менән шул тарафтарға эшкә юлланған. Уның да бер генә бөртөк балаһы өс йәшлек сағында ҡапыл ауырып китеп, вафат булған. Гөлсирә Мирза ҡыҙы әйтеүенсә, изге йәнле кешеләр йәштәрҙе димләп ҡауыштырған. Ул ваҡытта әсәһе ҡартатаһының ҡаҙаҡ дуҫында фатирҙа торған. Йәшәр урыны – тауыҡ кетәгендәй генә, хатта ҡаҙаҡ бабай алып биргән һыйыры ла һарайында торған. Ғаилә ҡороп, ошонда йәшәй башлайҙар.
“Оло тормошҡа ниндәй хыялдар менән аяҡ баҫтығыҙ?” – тип һоранылар яҙыусынан. Гөлсирә Ғиззәтуллина ихлас итеп үҙе тураһында бәйән итте. Бәләкәйҙән журналист булырға хыялланған. Шул теләге тормошҡа ашҡас, үҙен бәхетле итеп тойған. Эш ни тиклем генә ауыр булмаһын, унда байрамға ашыҡҡан һымаҡ ҡыуанып барған. “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”) республика гәзитендә 18 йыл эшләгән. Бер урында үтә оҙаҡҡа туҡталғанына үкенә биреп тә ҡуя. Редакциянан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмағанға, хәтәр генә мөмкинлектәрҙән баш тартҡан саҡтары ла булған. Репортерлыҡ – ул йәштәр эше, гәзиттә эшләйһең икән, 30-ҙан үткәс йә шунда етәксе эшенә күсергә, йә гәзиттән китергә кәрәк, тип иҫәпләгәнгә күрә, нәшриәткә эшкә урынлашҡан.
– Үҙем хушлашам, үҙем илайым, – ти ул. – Шунда оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ағайҙың: “Һине бынан кем ҡыуа, ғаризаңды йырт та ҡал”, – тигәнен хәтерләйем. Шуға ҡарамаҫтан, киттем. “Меңәрләгән кешенән интервью алғанмын, инде үҙемдән алыуҙарын теләйем”, – тип яуаплағанымды иҫләп, көлөп тә ҡуям. Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы үҙемә ныҡ юғары талап ҡуйҙым, үҙ-үҙем менән ярыштым, бер урында күңелһеҙ булһа, мине бер нәмә менән дә бәйләп ҡуймаҫлыҡ хәлгә еттем.
Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ғиззәтуллина – билдәле әҙибә. Уның тормош һәм йәшәйеш тураһындағы китаптары тиҙ арала һатылып бөтә, хикәйә һәм повестары бер тынала уҡыла. Геройҙары иһә тормошта, беҙҙең арала.
Римма ҒӘЛИМОВА
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.