

Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан Ғәле Хәсәнов байтаҡ йылдар Татарстанда йәшәй. Баш табип, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе, Татарстан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе урынбаҫары... Яуаплы вазифалары бихисап уның.
Әммә Ғәле Әхтәр улы йыл да йәй ваҡытында тыуған ауылына ҡайтып китә. 92 йәшлек атаһының хәлен белешә, бесән эшләшә.
"Бесән әҙерләү - ауыл тормошоноң мөһим өлөшө. Бер һыйырға ҡышҡылыҡҡа өс тонна тирәһе мал аҙығы кәрәк. Мин ошо эштә ҡатнашыуыма шатмын", - тигән ул һәм тәбиғәттә уның күңеленә ләззәт биргән күренештәрҙе һанап киткән. Был матур яҙманы уның сәхифәһендә уҡырға була.
Фото: Ғәле Хәсәнов.