

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрендә йыш ҡына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелә. Һуңғы ултырыштарҙың береһендә лә ошо хаҡта һөйләшеү булды.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 13,7 процентҡа кәмегән. Зыян күргәндәр һаны – 250 кешегә, ә һәләк булғандар 36 кешегә әҙәйгән.
– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы республикала 20 меңдән ашыу юл билдәһе, 150 светофор ҡуйырға ниәтләйбеҙ, 900 километрҙан ашыу юлдарҙы ремонтлайбыҙ, – тине Александр Булушев. – Автотрассаларҙа фотовидеотеркәү камералары һаны 2019 йылда 540 булһа, 2022 йылда иһә 1 830-ға еткән. Камераларҙың бер өлөшөн федераль магистралдәрҙең айырыуса хәүефле өлөштәренә күсерҙек, һөҙөмтәлә авариялар һаны кәмене.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының республика буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов муниципаль-ара автомобиль юлдарының авария хәлендәге участкаларына иғтибар итте.
– Иң көсөргәнешле хәл – Благовещен районының Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһында. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында унда 15 кеше һәләк булды, – тип хәбәр итте Владимир Севастьянов.
Башҡортостан Башлығы “Транспорт сәғәте”ндә юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәптәрен ентекле тикшереп, автомобиль юлдарында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен ҡарарға ҡушты.
– Урындағы юлдарҙа һәләк булғандар һаны артты, ә федераль трассаларҙа фото һәм видеотеркәү комплекстары ҡуйыу һөҙөмтәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының кәмегәнен күҙәтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтары менән берлектә авариялар һанын артабан кәметер өсөн иҫкәртеү саралары комплексын ентекле тикшерергә кәрәк.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА