Йәмғиәт
9 Август 2022, 05:11

Олатайҙар рухы – күңелдәрҙә

Уларҙың быуынына тиңләшәйек.

Фото ғаилә архивынан.Фото ғаилә архивынан.
Фото:Фото ғаилә архивынан.

Ғафури районының Һабай ауылында Хәсән Әминевтең вариҫтары, уның 130 йыллығы айҡанлы бергә йыйылып, ҙур байрам ойошторҙо.

Бәләкәй сағымда уҡ вафат булған олатайымды яҡшы хәтерләйем тип әйтә алмайым. Шулай ҙа киң урындыҡта үтә бирелеп намаҙ уҡығаны иҫемдә ҡалған. Хәтер йомғағын һүтһәң, олатайға бәйле йәнә бер ваҡиға онотолмай.

 

Ә бит 100 йыл ваҡыт үткән...

 

Уҡырға ла төшмәгәнмен әле. Ауылдың икенсе осонда йәшәгән олатайҙарҙа йоҡлап ҡалғанмын. Тор, улым, әйҙә, киттек, атты барып алайыҡ, тип үҙе ишектән сығып та бара. Мин уяулы-йоҡоло дөм-ҡараңғыла уның артынан эйәрәм. Дөрөҫөрәге, йүгерәм, шәп-шәп аҙымдар менән ауылдың икенсе яғына, ат һарайына йүнәлгән олатайҙы йүгереп тә ҡыуып етерлек түгел.

Үҫә килә уның хаҡында өлкәнерәк туғандар, ауылдаштар ауыҙынан тик йылы хәтирәләр ишетә торғайным. Үтә егәрле, эшкә шәп кешеләрҙе “Хәсән ҡарт һымаҡ был” тип баһалайҙар, уның ишкән арҡандарын, май-ҡатығын һатып, көн эсендә Өфөгә йәйәүләп барып ҡайтыуын һоҡланып һөйләйҙәр. Бала саҡта мин быныһын бер аҙ шыттырыу тип ҡабул итә торғайным. Автомашина менән 140 саҡрым даһа, нисек шул араны үтмәк кәрәк! Баҡһаң, Ағиҙел аша тураға сыҡһаң, юл икеләтә тиерлек ҡыҫҡара икән. Йәнә бер өлкән ауылдашымдың хәтерләүенсә, бер мәл олатайға эйәреп, ул да Өфөгә бармаҡсы булған. Таңғы сәғәт дүрттә сығырға һөйләшкәндәр. Ун минутҡа ғына һуңланым, аҙаҡ байтаҡ араны йүгереп тә ҡыуып етә алманым, тигәйне ул.

Ата-бабаларыбыҙ йорттар һаны йөҙгә лә етмәгән Һабайҙа көн иткән. “Ауыл Кәлсер-Табын улысы старшинаһы Һабай Ҡотлин исеме менән аталған”, ти күренекле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров. Ул 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ырыуҙаштарынан торған отрядҡа етәкселек иткән, тимәк, Салауат Юлаевтың көрәштәше, яуҙашы булған. Уның олатаһы, атаҡлы сәсән Килдеш Агиев та ошо уҡ вазифаны биләгән. Һәүәҫкәр тарихсыларҙың фекеренсә, ул үҙе ауылдың әлеге ултырған урынынан бер аҙ көнбайыштараҡ йәшәгән. Тарихтан белеүебеҙсә, 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалда ғына 40 меңдән ашыу башҡорт һәләк ителә йә һөргөнгә ебәрелә, 700-ләп ауыл яндырыла. Ерҙәрен тартып алыу, хоҡуҡтарын сикләү, суҡындырырға маташыуға түҙер әмәле ҡалмаған халыҡтың ихтилалдарға күтәрелеүе ошондай эҙемтәләргә килтерә. Тап шул йылдарҙа күп яңы ауылдарға нигеҙ һалына ла инде. Һабай урынында элекке картала Таусы тип аталған ауыл булғанын билдәләй тыуған яҡты өйрәнеүсе Һаҙый Юлмөхәмәтов.

Әминевтәрҙең беҙгә билдәле иң оло олатайҙары Мостафа 1735 йылғы. Фамилиябыҙ уның улы Мөхәмәтәминдән килә. Унан Мөхәмәтғәле, артабан Әхмәтғәли, унан Хәсән (1892 – 1980) тыуа. Архив материалдарынан күренеүенсә, 1848 йылғы Әхмәтғәли олатайыбыҙ сағыштырмаса етеш йәшәгән: тиҫтәләгән аты, һыйырҙары, ваҡ малы булған, тары сәскән. 1917 йылда 26 йәшлек Хәсән олатайыбыҙҙың айырым йорто, эреле-ваҡлы унлап баш малы, сәсеүлектәрен, сабынлыҡтарын бергә иҫәпләһәң, биш гектарлап (ул саҡта дисәтинә) ере була. Ҡыҙыҡ, ошо йәшендә шундай ҙур хужалыҡлы кеше әле лә етеш йәшәүселәр иҫәбендә булыр ине, ә бит йөҙ йыл ваҡыт үткән!

 

Нужа ҡаласын татығандар

 

Үҙгәрештәр дәүерендә йәшәргә Хоҙай ҡушмаһын, тигән бер аҡыл эйәһе. Өйләнеп, донъяһын бөтәйтеп кенә өлгөрә олатайыбыҙ, яҙмыш уны ҡаты һынауҙарға дусар итә башлай. Тәүге ҡатыны, кескәй генә Хөсәйен менән Бәҙриямалды ҡалдырып, фажиғәле һәләк була. Бер аҙҙан олатайыбыҙ башта Рабиға, унан Ҡолсәғиҙә исемле ҡатындарға өйләнә. Күрәһең, башҡорт ауылдарына Совет власы ҡанундары бик һуңлап килеп етә, үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдарына тиклем ике ҡатын менән йәшәү факттары йыш булмаһа ла осраштырғылай. Өлкән туғандарыбыҙҙың әйтеүенсә, ҡатындар үҙ-ара килешеп, ҡара-ҡаршы һалынған айырым өйҙәрҙә йәшәгән. Тик Ҡолсәғиҙә өләсәйҙең ғүмере ҡыҫҡа була. 1936 йылда улы Кәримде тапҡанда өҙлөгә һәм өс көндән үлеп китә. Вафаты алдынан көндәшен янына саҡырып, үҙеңдеке һымаҡ итеп ҡарап үҫтер инде, тип ялбарып, сабыйын уның ҡулына тоттора. Рабиға инәй үҙенең ҡыҙҙары Фәриҙә менән Хәмиҙәгә генә түгел, Хөсәйен менән Бәҙриямал өсөн дә, Ҡолсәғиҙәнән тыуған береһенән-береһе бәләкәй Мөхәмәт, Рәхилә, Фәрит, Кәрим өсөн дә хәстәрлекле әсә була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хәсән олатайҙы трудармияға алалар, ул һигеҙ йыл буйы Силәбе ҡалаһында заводта ҡорос иретә. Эшкә шәп кеше бында ла һынатмай, нормаларын һәр ваҡыт арттырып үтәр була, шуғалырмы, уны оҙаҡ ҡына ҡайтармайҙар. Тиҫтәләгән бала менән яңғыҙы ҡалған Рабиға өләсәйгә аслы-туҡлы һуғыш йылдарында нужа ҡаласын етерлек татырға тура килә.

Беҙ бөгөн йыш ҡына тормош ауырлығына зарланабыҙ. Әммә олатай менән өләсәй башына төшкән һынауҙарҙы хәтергә төшөрһәң, сәстәр үрә торорлоҡ. Иң ауыры, әлбиттә, бала ҡайғыһы. Олатайҙың бөгөн иҫән-һау берҙән бер балаһы – 90 йәшлек Фәриҙә апайҙың әйтеүенсә, Рабиға өләсәйҙең үҙенең генә унлап балаһы тыуа, тик ауыр тормош, ауырыуҙар ҡотороуы сәбәпле, күптәре сабый саҡтарында уҡ үлеп торған. Олатайҙың оло улы Хөсәйен 1942 йылда фронтта батырҙарса һәләк була. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа яңы эшләй башлаған ҡыҙын дәүләт милкенә ҡул һуҙыуҙа нахаҡҡа ғәйепләйҙәр, бер йәшлек балаһынан айырып, бикләп ҡуялар. Ҡайғыһынан һарыға һабышҡан йәш ҡатындың ғүмере иртә өҙөлә. Ғөмүмән, олатайға балаларының күбеһен үҙ ҡулдары менән ер ҡуйынына тапшырырға тура килә – ғүмерҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҫҡа була. Йәше ҡырҡҡа ла етмәгән Фәрит ағай, мәҫәлән, тракторы менән ауып, береһенән-береһе бәләкәй ете (!) балаһын етем ҡалдырып, һәләк була. Колхоз агрономы булып эшләгән атайым Мөхәмәтте лә ауыр сир 45 йәшендә генә яҡты донъянан алып китә. Олатайым 88 йәшкә етеп, 1980 йылда вафат булды.

Егәрле тигән даны киң таралып, бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем колхозда тир түкһә лә, олатайҙың донъяһы башҡаларҙыҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай ине. Совет власы колхозсыны бил турайтмай эшләтеүҙе ғәҙәт итеп алһа ла, хеҙмәткә түләүҙе кәрәк тип тапманы, бер һыйырҙан, ун һарыҡ-кәзәнән артыҡ мал аҫрарға ҡушылманы, башҡорттоң быуаттар буйы тоғро юлдашы булған аттан айырҙы.

 

Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ

 

Бер туған ағайым, яҙыусы Әмир Әминев Хәсән олатайҙың заманында ауыл муллаһы бурыстарын атҡарған берҙән-бер кеше булыуын айырым хөрмәт менән иҫкә ала. Бөгөн эреле-ваҡлы етәкселәр ҙә, дини байрамдарҙа баштарына түбәтәй кейеп, бит һыпырып ултырыуҙы мәртәбә күрә. Ә бит Совет власы йылдарында мәсет манаралары ауҙарылды, дин әһелдәре хаҡында әҙәбиәттә һәм мәҙәниәттә бары тик кире образдар тыуҙырылды, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу иҫкелек ҡалдығы тип нарыҡланды, ошо юлдағылар эҙәрлекләнде. Шундай шарттарҙа иман юлында йөрөүҙең батырлыҡҡа бәрәбәр булыуын аңлайбыҙ хәҙер.

Атайым “йылға ағышына ҡарап йәшәгеҙ” ти торғайны, тип иҫкә ала Фәриҙә апай. Шулай ҙа тормош даръяһында ағымға ҡаршы ла һис икеләнмәй йөҙгән олатайыбыҙ инаныуҙарына хыянат итмәгән. “Олатай үҙенең доғалары, иман юлында булыуы менән ете быуынға тиклем нәҫелен таҙартып киткән”, – ти Кәрим ағайыбыҙҙың ҡыҙы Зөһрә. Олатайҙың бәлиғ булғансы йәшәгән һигеҙ балаһы, 33 ейән-ейәнсәре, ғөмүмән, 130-лап тоҡомо бар. Һайлаған һөнәре буйынса ҙур уңышҡа өлгәшеп, тырышып донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергәндәре күп булыуы һөйөндөрә. Шул уҡ Кәрим ағайыбыҙ, Ҡаҙағстандағы иң ҙур совхоздарҙың береһендә баш ветеринар булараҡ, хеҙмәте менән дан ҡаҙанды, оло улы Дамир әле Калининград өлкәһендә күпләп мал тота, сыр, ҡаймаҡ һәм башҡа һөт ризыҡтары етештерә.

Әйткәндәй, бынан өс йыл элек Хәсән олатайҙың ҡәберенә мәғрур таш ҡуйыу тантанаһынан да ситтә ҡалмағайны ул. Ташты Хәмиҙә апайҙың улы Ринат Әхиәр улы Ноғайғолов туғандар ярҙамында эшләтте, унда ла күмәк йыйылғайныҡ, һуңынан ауыл мәсетендә олатай хөрмәтенә доғалар уҡылды, бай табын ҡоролоп, Һабайҙың оло кешеләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде.

Хәсән мулла вариҫтары быйыл йәнә йыйылырға ҡарар иткәс, Дамир Кәрим улы олатай исеменән уның элекке ихатаһында ҡорбан салдырыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Бынан тыш, туғандар араһынан да унлап кеше ошо изге ниәтте атҡарҙы. Һуңынан Хәсән олатайҙың йәмле Еҙем буйына йыйылған алтмышлап вариҫы алдында райондың һәм Юлыҡ ауылының имам-мөхтәсиптәре Фәнил хәҙрәт Басиров менән Салауат хәҙрәт Юлыҡов Ҡөрьән сүрәләре уҡыны, вәғәздәр һөйләне. Райондың ағинәйҙәренең сығышы ла байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Тирмәләр ҡороп, ҡаҙандарҙа бешкән тәмле аш-һыу, егәрле хужабикәләр әҙерләгән ниғмәттәр менән һыйланды, ихлас аралашты мулла вариҫтары. Арала намаҙға баҫҡандарҙың, иман юлын һайлаусыларҙың арта барыуы һөйөндөрҙө. “Ейәнем тыуғас, биш намаҙын ҡалдырмаған олатай күҙ алдына килде, уйға ҡалдым, мәйтәм, ни өсөн әле мине ейәнем рюмка тотоп хәмер һемергән килеш иҫләргә тейеш”. Ағай тейешле кешенән ошо фекерҙе ишеткәс, таң ҡалдым. Бынан өс йыл элек, тәүге ейәнем тыуғанда, минең дә башҡа тап ошондай уй килгәйне. Ана бит, вафатына ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, олатайыбыҙ үҙ вариҫтарын тәрбиәләүҙе дауам итә. Байрамда балаларҙың, йәштәрҙең күп булыуы, уларҙың Хәсән олатай һәм башҡа ата-бабалар хаҡындағы хәтирәләрҙе ихлас тыңлауы айырыуса ҡыуандырҙы. Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәләү ҙә етә, һинән өлгө алыр, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Иншалла, олатайҙар рухы бөгөнгө биш-ун йәшлек иң кесе туғандарыбыҙға ла һеңер, киләсәктә улар нәҫелебеҙ, милләтебеҙ данын ишәйтер.

Ғөмүмән, Хәсән олатайыбыҙҙың рухы шатланырлыҡ сара ойошторолдо уның тыуған ауылында. “Шул тиклем күңел булды, туғандар менән аралашыу йылдарға етерлек көс-дарман бирҙе”, – тигәйне Хәсән олатайҙың ҡыҙы Рәхиләнең ейәнсәре, Юлыҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Абдрахманова. Уның тормош иптәше, байрамды үткәрешеүгә ихлас ярҙам иткән Ҡауарҙы ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Абдрахманов әйтеүенсә, Һабай халҡы тырышлығы, берҙәмлеге менән айырылып тора. Быны иҫбатлау йәһәтенән ул бер факт килтерҙе. Май байрамдары алдынан ғына ауыл зыяратын профнастил менән кәртәләргә ниәтләгәс, халыҡ аҙна эсендә 200 мең һумға яҡын аҡса йыя, өмәләр яһап, был изге эште атҡарып та ҡуя. Тимәк, ауыл халҡының күңелендәге иман нуры, ата-бабаларға хөрмәт быуындан-быуынға күсә килә – бында Хәсән олатайыбыҙҙың да хеҙмәте барҙыр.

Һуңғы осорҙа олатай йыш иҫкә төшә. Хәтер йомғағы һүтелеп, берсә уны намаҙлыҡта күрәм, берсә артынан ҡалмаҫҡа ынтылыуымды бөгөнгөләй күҙ алдына баҫтырам. Тырышлыҡ, иман ныҡлығы, изге ғәмәлдәр ҡылыу йәһәтенән олатайҙар быуынына тиңләшер өсөн беҙгә йүгерергә лә йүгерергә, күп көс һалырға кәрәк әле!

 

Марат ӘМИНЕВ

Читайте нас