Йәмғиәт
9 Август 2022, 04:58

Сәнғәтсә баҡ барса тарафҡа!

Ижади башҡортто тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе.

Яҙыусыларҙың төрлөһө, төрлө маҡсат менән ижад итеүсеһе бар, был хаҡта әйтеп берәүҙе лә аптыратмам. Әммә һәр һөйләмен шиғыр менән һөйләгән, һәр фекере афоризм булып яңғырағандар бик-бик һирәк. Бының өсөн зирәклек кенә түгел, киң күңеллелек тә кәрәк. Үҙеңдең донъяға сәнғәтсә бағыуың менән уртаҡлашыр өсөн! Шундай яҙыусыларҙың береһе Азамат Юлдашбаев хаҡында бөгөн кәлимә һүҙ әйтмәксемен.

 

Ҡыйыу фекерҙәре менән танылды

 

Сәбәбе лә бар, күптән йыйылған фе­керҙәр ҙә тупланған. “Башҡортостан” гәзи­тенең юбилей йылы, ә ул бында баш мө­хәррир булып ижад итте. Әйткәндәй, беҙгә төп баҫмала ғына түгел, “Йәшлек”тә лә бергә эшләргә насип булды. Һағынып иҫләрлек йылдар. Азамат Рәмил улы уға тиклем Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Иҫәнғол башҡорт гимназия­һында уҡытыусы, директор булып эшләп, тәжрибә туплап килгәйне инде. Үҙе күп уҡы­ған кеше генә ҡыҙыҡлы дәрестәр бир­гән уҡытыусы була ала торғандыр. Азамат Юлдашбаев директор булып эшләгәндә үк педагогикалағы ҡыйыу фекерҙәре менән танылыу яулағайны инде. Уның халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән яңы ҡараш­тары үҙенән алда уҡ Өфөгә килеп еткәйне.

Донъяға сәнғәтсә бағыу еңелме?! Һәр хәлдә шиғриәт эсендә йәшәп, унан фани­лыҡ­ҡа әйләнеп ҡайтыу нисек бирелә? Әл­лә Азамат ошо ике арауыҡты бәйләп тор­ған яйлы ғына Салауат күперен тапҡанмы? Уның менән бергә “Йәшлек” гәзитендә эш­ләгәндә лә, аҙаҡ ул Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, рәйесе бул­ғанда ла һәр саҡ ошо сифатына иғти­бар итә килдем. Һүҙгә маһирлыҡ, телмәргә оҫталыҡ уға ҡандан бирелгәнме? Булыуы бик мөмкин: ул әсәһенең яҙмаларын да Интернет донъяһының икһеҙ-сикһеҙ даръя­һына урынлаштырҙы. Әлбиттә, әсә менән улдың донъяға бағышында, һис шик­һеҙ, айырма бар, әммә икеһенә лә бер уртаҡлыҡ та хас ине: әҙәп! Баяғы уҡы­тыусылыҡ ғәләмәте лә сағыла бында. Әсәһенә мөрәжәғәт иткән шиғырында автор былай тип яҙа. Ул бер ни тиклем Есе­ниндың әсәһен дә хәтерләтә, әммә был егет әсәнең аяғына килеп йығыла:

Ултыр әле, әсәй, һөйләшәйек,

Йәнәһе,

Йылдар ҙа юҡ арала, юлдар ҙа...

Һөй арҡамдан, һыйпа башымдан.

Тәүбәһенә ҡайта икән

Түбәһе сайҡалып киткән улдар ҙа...

Сыҡманы бит минән фәрештә...

Ҡайһылай итһәм дә,

Үҙемдән үргәрәк һикереп булманы.

Ярай,

Ошо килеш тә

Ҡабул итә донъя әлегә мине.

Һәм мин – донъяны...

Яҡшы улмынмы мин?

Яуап шулай – тырыштым.

Килеп сыҡҡандырмы-юҡмы? Биғәйбә.

Ситән аша ырғып, сиктән сығып,

Самаларҙан ашҡан саҡта

Ҡарашыңды тойоп ҡурҡтым һәр хәлдә.

Рәнйеттеләр.

Рәнйеткеләнем үҙем дә.

Йәшәмәнем

Ап-аҡ сәллә урап,

Йәшел сапандарға төрөнөп...

Булды инде –

Гонаһ менән сауап араһында

Футбол тубы кеүек йөрөнөм.

Урлашманым,

Хәйер,

Булды – алғыланым...

Башҡаларға тейеш ҡарғышты.

Алдашманым, тиһәм...

Бер-ике ҡат

Яҙмышымды алдап маташтым.

Кеше йырын йырламаным.

Моңһоҙораҡ,

Моңһоуыраҡ булһа ла,

Үҙ көйөмдө генә көйләнем.

Донъяға үс итеп

Себен яһағаным булды филдән,

Дөйә иттем ҡай саҡ төймәне.

Ямалып та ғына бөткән күңел,

Йүрмәләгән дә генә йән менән

Ҡайттым бына...

Һинең ҡаршыңа.

Рәнйеһәң дә, әсәй,

Әрләһәң дә...

Һөй арҡамдан. Һыйпа башымдан.

Иҫ киткес миниатюра! Бер пьеса! Ғөмү­мән, Азамат Юлдашбаевтың шиғриәтенә хас сифат – ул бер шиғырҙа йәки ҡыҫҡа ғы­на ике һөйләм аша тормош тыуҙырыу. Бына һеҙгә картина, ҡалғанын үҙегеҙ уйла­ғыҙ, һәр кем үҙ яҙмышы йәки уйҙары ниге­ҙендә китап эсендәге китапты асып уҡығыҙ, тип әйтә кеүек автор! Донъяға билдәле сыуаш шағиры Айги ижадын хәтерләтә уның яҙғандары – пассив уҡыусы түгелһең, ә ижадташһың!

 

Даръя тулҡыны

 

Донъяға сәнғәтсә бағыу еңелме? Тағы ҡабатлайым үҙемә ошо һорауҙы. Шиғриәт­те хыял донъяһы тип атаусылар, аңлаусы­лар бар, әммә мәңгелеккә күскән иң бөйөк шағирҙар ҙа һис ҡасан реаль тормоштан айырылмаған. Азаматты тап ана шундай­ҙарҙан күрәм. Ул ниндәйҙер абстракт донъяла, үҙе уйлап сығарған хыялый мө­хиттә йәшәмәй, минеңсә. Киреһенсә, уның хыялы шул тиклем ерлекле, шул уҡ ваҡыт­та әллә ниндәй таныш түгел донъяға әй­ҙәй, ә инде уның ысынбарлығы шундай образлы, әйтерһең, унда һәр нәмәнең үҙе­нең образлы тәғәйенләнеше бар.

Шиғриәттә нисек кенә күңел ҡыйралыш­тарын, кисерештәрен, осоштарын йәше­рер­гә теләһә лә, автор асыла, ваҡыты-ва­ҡыты менән уның йәне яланғас ҡал­ған­дай хатта. Әммә шиғриәт ул кәйеф икәнен дә онотмайыҡ. Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек булһа, бер кәйефте икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсе ваҡиғаны бишенсеһе алмаштыра, тормош шулай дауам итә. Шағирҙың бер шиғыры миндә һағышлана:

“Һин әлегә минең барлығымды белмәй­һең... Мин дә – һинең... Бары... Ҡасандыр, ҡайҙалыр тыуған ике хыял... Төрлө урында, төрлө ваҡытта... Һин көтәһеңдер... Мин юлдамын... Көндәр, төндәр, саҡрым­дар... Ҡояш, ел, ямғыр, буран... Бейеклек­тәр... Һәм түбән... Ниҙер табам... Ниҙер юғалтам... Яңғыҙ... Осраҡлы юлдаштар... Мин юлдамын... Хәйер... Бәлки, осратҡан­мындыр ҙа һине... Алыҫта... Йәки яҡында... Танымағанмындыр... Бәлки, һин мине танымағанһыңдыр... Бәлки, ул саҡта беҙ осрашҡанбыҙҙыр, тик күҙҙәр аймылышҡан­дыр... Бәлки... Мин юлдамын... Һин кө­тә­һеңдер... Бына бер саҡ... Алыҫта... Йә­ки яҡында... Һалҡын иртәлә йә йылы кистә... Алыҫ ерҙә... Ҡалала йә ауылда... Таныш түгел бер ишекте шаҡырмын да... Затлы һарайҙың йә иҫке генә бәләкәй бер өйҙөң... Асырһың... Һин... Бәлки, беҙ бер-беребеҙҙе танымаҫбыҙ... Ә хыялдар таныр... Бер-береһен... Ҡасандыр, ҡай­ҙалыр тыуған ике хыял... Төрлө урында, төр­лө ваҡытта... Һәм... Һин миңә һы­йы­нырһың... Йомшаҡ ҡына ел кеүек... Ипле генә ерҙе япҡан иртәнге томан һымаҡ... Түҙемһеҙ көндө ҡосағына алған серле төн төҫлө... Шым ғына... Һаҡ ҡына... Һәм әйтерһең... “Мин һине көттөм”... Мин әй­тер­мен... “Мин таптым һине”... Йә, Хоҙай, ни тиклем дә таныш сәстәреңдең еҫе... Һәм танһыҡ... Һәм мин сәфәремде өҙөр­мөн... Ҡалырға... Һинең яныңда... Мәң­гегә...

Әлегә һин минең барлығымды бел­мәй­һең... Мин дә – һинең... “ Йәнгә үтеп ингән тәрән һағыш, әллә бәндәләрҙең бер-береһен танымауы, әллә танып та танымамыш булыуы, әллә, ғөмүмән, кеше асылы шуға ҡоролоуы хаҡындамы был шиғыр?!. Нимә был, авторҙың үҙендә эҙләнеүеме? Беҙҙең үҙебеҙҙе, был тормошта урыныбыҙҙы эҙләүебеҙ, камиллыҡ юлының юлдары кеүек үк, сикһеҙ, әммә һәр кем ошо һыҙланыуҙы ҡасан да булһа, ҡайҙа ла булһа кисерәлер, кемдер ғүмер буйы, кемдер  яҙмыш һынауҙарына бер асҡан күңелен, тәрән тетрәнеүҙән һуң кире ябып ҡуялыр... Мәңгелеккә. Азамат Юлдашбаевтың шиғриәте – ҡуҙлы уй, фәлсәфәүи дәрүишлек, үҙ артынан ҡо­йон­дороп алып китеүсе хис дауылы! Ул донъяға, кешеләргә, яҡындарына битараф түгел кеше шиғриәте! Ысын шиғриәт башҡа төрлө була ла алмай... Бына был аҡ шиғыр шулай уҡ күңел дауылы серияһынан:

“Ул донъяны ҡотҡарырға китә ине... Йыш ҡына... Ҡабат-ҡабат... Уның изгеле­ге­нә, үҙ-үҙен башҡалар хаҡына ҡорбан итә алыуына таң ҡалдылар... Һоҡлан­дылар... Сәскәләр һәм “башҡа ҡоштар”... Тик... Ул донъяны ҡотҡарырға киткән саҡ­та... Йыш ҡына... Ҡабат-ҡабат... Яҡын­дарының, иң ғәзиз кешеләренең уның саҡ ҡына иғтибарына, бер аҙ ғына йән йылы­һы­на, семтем генә күңел наҙына мохтаж­лығы берәүҙең дә, хатта уның үҙенең дә башына инеп сыҡманы...”. Был юлдарҙы артабан дауам итке килә, нимәлер үҙең­декен дә ҡушҡы килә. Ысын ижад шулай, ул, әйтерһең, даръя тулҡыны – килеп бә­ре­лә лә, кире һине үҙе менән бергә алып инеп китә.

Үткән миҙгелдәр артта ҡала бара, әммә Азамат Юлдашбаевтың лирик геройы (әллә үҙеме икән?!), әйтерһең, яңынан тыуғандай, яңы кисерештәр менән донъя гиҙә. Эмиль Чорандың ҡыҙыҡлы бер фекере бар, миңә ҡалһа, ул Азаматтың афоризмдары йәки азаматизмдар менән ауаздаш: “Нимәне юғалтҡанмын, мин шунан бар булғанмын”. Уҙған миҙгелдәр – бында бөгөнгөнөң нигеҙе, ә киләсәк әле офоҡтағы ҡояштай балҡый.

 

Уның өсөн әҙәп мөһим

 

Бына тағы бер шиғыр: “Мәңгелек ут – һәйкәлдәрҙә генә... Йә “Газпром” торбаларында... Ә башҡа усаҡтарға утын өҫтәп торорға кәрәк... Ваҡыт-ваҡыты менән... Юғиһә, бер көн ут үләсәк... Быны һәр кем белә... Тик... Ниңә һуң кешеләр мөнәсәбә­тендә... Ни өсөн?.. Һүҙҙәрҙән, хистәрҙән, уртаҡ хыялдарҙан, ымдарҙан, аҙымдар­ҙан... Ялҡын һүрелмәһен өсөн... Өҫтәргә оноталар... Онотмаһалар ҙа... Йәнәһе... Мәңге һүнмәҫ... Мәңге шулай булыр... Улай ғына ла түгел... Ҡайһы саҡта... Ҡай­һыһылыр... Һыу һибергә... Усаҡҡа... Һыуыҡтан... Өнһөҙлөктән, вайымһыҙ­лыҡ­тан, битарафлыҡтан, һаҡһыҙ һүҙҙәрҙән, ғәмһеҙ күҙҙәрҙән... Һәм... Эх!.. Аҙаҡ... Һүн­гән усаҡта йылынырға... Йәки... Башҡа усаҡ­ҡа... Башҡаныҡына... Барыһын да баштан... Ә бит кемдер... Илай-илай... Һыуынған усаҡтан... Осҡон эҙләй... Терел­тергә...”. Бәндәләрҙең асылымы был? Нимә? Һуңлаған үкенесме? Азамат Юлдаш­баев, уттың һалҡынын тойоп, боҙ ялҡында йылынмай, ә тәрәндәрәк гиҙә: ул ялҡындарҙың тулҡындарын барлай, уҡый, шунда уҡ шиғыр яҙа ла, иртәгәһенә тулҡындарҙа  саҡматаш менән уйнай. Хәйер, егетмен тигән егет яҙмышы менән шаярмаһа, уйнамаһа, дауылға ҡаршы атламаһа, егет буламы ни?! “Көҙ… Йыялар: игенде, баҡсаны, күңелде… Хушлашалар: йылы йәй менән, ҡоштар менән, хыялдар менән… Барыһы ла барыһын да ҡышҡа әҙерләй… Ә мин һыҙғыра-һыҙғыра... Батып барған Ҡояшҡа ҡарап... Ужым сәсәм…” – ти А. Юлдашбаев.

Үрҙә әйтә биреп ҡуйғайным бит әле, уның өсөн әҙәп мөһим тип, был хаҡта Интернетта эленгән бер шиғырына комментарий рәүешендә бына ул үҙе нимә ти: “Хыялһыҙ кеше – ҡабатлау таблицаһы кеүек.... Ябай, аңлайышлы һәм... Күңел­һеҙ... Ике икең – дүрт... Ике өсөң – алты... Ике дүртең... Туғыҙ туғыҙың – һикһән бер... Һәм яңынан...”. Был шиғыр үҙ булды, ә хәҙер яуабы: “Хыял, теләк, ниәт, ихтыяж... Әйҙә айырайыҡ шулай ҙа... Әшәке булғандарын... Һәр бер хыял теләк була, әммә һәр теләк хыял була алмай... Әшәке булғандары... Әҙәмдәрҙең дә... Теләктәрҙең дә...”.

Ул 2008–2012 йылдарҙа “Шоңҡар” журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә баҫманың йөҙө нисек үҙгәргәнен иҫләй­һегеҙме?! Азамат Юлдашбаев йәштәргә яңыса, заманса, шул уҡ ваҡытта халҡың асылына тоғро булып ижад итеүҙең концепцияһы менән килде был эшкә. Ул дәүеренең йәш кешеһен, йәш башҡортто, ижади башҡортто тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе.

Интернет тигәндән, Азамат Юлдаш­баев­тың “Бәйләнештә” социаль селтәрен­дәге сәхифәһендә ҡунаҡтарҙың иге-сиге юҡ! Уларҙың йәш айырмаһын да, һөнәрен дә, милләтен дә билдәләргә кәрәкмәй: кемдәр генә үҙ хистәренә ауаздаш юлдар, үҙ кисерештәренә тап килгән фекерҙәр тапмай бында – бик күптәр өсөн Азамат­тың шиғырҙары рухи бер ем, көндәлек рухи талап! Йәштәрҙең бигерәк тә ихлас аралашыуы һәм бәхәскә инеүе – үҙе бер ҡыҙыҡлы күренеш! Бөгөн башҡорт йәштә­ренә рухи яҡтан терәк кенә түгел, күп йәш­тәр менән берлектә ойошторолған сараларҙың идея авторы ла ул. Гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы” фестивале – башҡорт йәштәре сәнғәте донъяһында бер күренеш ул. Йәштәрҙе үҙеңдең артыңдан эйәртер көс табыр өсөн үҙеңә һәр көн яңынан тыуған сабый­ҙай йәшәй башларға, шул уҡ ваҡытта заман пульсына һиҙгер булыу зарурҙыр. Ә йәш быуын Азаматтың ауыҙына ҡарап тора, юҡ, улай түгел, үҙҙәренең уның өсөн ҡыҙыҡлы булыуын теләй. Романтик дәрүиш Азамат Юлдашбаев был юлы ла үҙенә тоғро ҡала: хыял атына атланған йәштәр уның менән ХХI быуатты ауыҙлыҡ­лап тора түгелме?!. Бөгөн инде йәштәр генә түгел, башҡорт зыялылары, йәмәғәт­селек Азамат Юлдашбаевтың фекер эйәһе булыуын таный һәм “Хәл-ваҡиғаға ул нимә тип әйтер икән?” тип һүҙ көтә.

Шул уҡ йәштәр менән бергә ул яңы жанр­ҙа, яңы форматта бер нисә шиғырын Интернет киңлегендә тәҡдим итте. Был үҙе бер яңылыҡ булды. Әгәр һин шиғриәт­те, һәр хәлдә шиғриәтеңде пропаганда­ларға теләйһең икән, рәхим ит, бына яңы юл. Шиғырҙы автор үҙе уҡып, сюжет йә рухи ынтылыш буйынсамы яңы әҫәр тыуҙырҙы ул. Шиғырҙы хәҙер уҡыусы видеофильм йәки кескәй кино кеүек итеп ҡарай ала. Был бит шулай уҡ башҡорт шиғриәте өсөн яңылыҡ, табыш!

Дәрүиш тигәндән, был образ Юлдаш­баевтың шиғриәтендә йәшәй. Ул, әйтер­һең, көндәлек мәшәҡәттәр менән күмелеп барған донъяһын түңкәрә лә, үҙенең хужаһына протест белдергән аттай, сапсып өҙәңгеләрҙе өҙөп сыға ла китә. Эйе, ошо мәлдә хатта был шиғриәттең авторы донъялағы бәхет серен, уңышлы булыу рецебын белә кеүек. Бына бит ул нимә тип яҙа: “Сентябрь... Күңелдәге йәй йы­лыһын... Затлы гәлсәр ваза, наҙлы фарфор статуэтка, Бәләкәй Принцтың иркә раузаһы һымаҡ... Һаҡлап ҡына... Ипләп кенә... Инергә ине был көҙгә... Юғиһә... Хистәр сәсеп, һағыш урыу... Ҡабат-ҡабат... Булырға тейеш түгелдер... Һымаҡ... Хәйер... Ана... Үҙ хөкөмөнә инергә лә өлгөр­мә­гән көҙ... Һалҡын ҡыш аша... Йылы яҙға ҡул болғай... Тимәк...”. Өмөт икән дә баһа кешенең иң төп тотҡаһы донъяла, хәйер, ҡайһы саҡ ул да бит әле ярҙам итмәй. “Яңғыҙлыҡ анатомияһы” кеүек шиғри тел менән проза тыуҙырған яҙыусының тормошта йәм табыу сере нимәлә һуң?! Бармы ул йәм? Бар, әлбиттә! Инде кире ҡайтмаҫ өсөн киткән тип уйлаған хистәрҙең йәнгә яңынан пропис­каға инеүе – ҡабат терелтә, мөхәббәт бәндәне төп асылына алып ҡайта: “Әйҙә, икәүләп... Балыҡҡа... Бәлки, алтын балыҡ ҡабыр... Өс теләк теләүҙе үтенер... Һәм беҙ... Икәүләп... Уны ҡурып ашарбыҙ... Ниндәй өс теләк?.. Беҙ икәү булғанда...” Тик нисек һаҡларға һуң был донъяның ваҡлыҡтарынан ул саф хистәрҙе?! Кеше ғүмеренең асылы – ҡасан да булһа китереңде белеп тә, мәғәнәһеҙ мәлдәрҙә лә мәғәнә табып йәшәй белеүме?!

Үҙенең “Мәлъяҙмалар”ында ла был хаҡта уйланды шағир. Тик баяғы яңғыҙлыҡ скрипкаһы ғына йәнде әрнетеп, ҡайҙалыр күңелдең аулаҡ мөйөшөндә сыңлап тик тора. О, ул хаҡта йыш  иҫкәртмә, шағир, былай ҙа бит позитив эҙләгән донъяның моңһоу ноталары ҡолаҡты ярып килеп инә. Яңғыҙлыҡ дәфтәрен аҫтан өҫкә, уңдан һулға, арҡырыға, буйға, хәйер, тағы ҡайһылай яҙырға була, шул рәүешле яҙмалар менән тултырған Азамат Юлдашбаев шиғриәте – ХХI башҡорт шиғ­риәте күренеше ул. Бәлки, был шиғриәтте сәхнәнән уҡығанда аңлап та булмай торғандыр, әммә шиғриәт – ул нескә жанр, күңел емеше! Аулаҡта күҙ һалаһың да уның яҙмаларына, әле генә борсоған уйҙа­рың таралып, уның тыуҙырған сәхифәһенә эйәреп, бер миҙгелгә икенсе донъяла йәшәп алғандай булаһың.

 

Телмәр оҫтаһы

 

2012–2014 йылдарҙа “Ватандаш” журналында эшләгәндә ул фәнни баҫманың башҡорт мәғрифәтселегенә үҙ өлөшөн индерер төп көс булыуын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп алды. Ә инде 2014 йылда “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килгәс, ул иң тәүҙә баҫманың дизайнына һәм яңы фекеренә иғтибар бүлде. Башҡорт журналистикаһы тапалған күп һүҙ менән мауыға, ул ана шунан арын­дырырға тырышты. Халҡыбыҙҙың асылын сағылдырған, ябай ғына ғәмәлдәре менән донъяны яҡтыртҡан, байытҡан кешеләр тураһында яҙыуҙы талап итте ул беҙҙән. Әлбиттә, Салауат менән миңә ҡарата мөнәсәбәт башҡаса булды – ҡәләмдәштәр, дуҫтарға талаптың ҙурыһы! Бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа ҡыҙыҡлы әҙәби әңгәмәгә, бер түңәрәк өҫтәлгә әйләнеп китә ине. Ә инде Урал артылып Баймаҡ районына, Ғәҙелша шарлауығына сәйәхәт ҡылыу – хәҙер яңы  яҡты хәтирә кеүек. Азаматҡа хас әҙәбе менән ул дуҫ та, ҡәләмдәш тә, етәксе лә була белде. Коллектив уны бик үҙ итте, сөнки асыҡ, ғәҙел кеше булыуы һоҡландырҙы.

Сәхнә тигәндән, һирәк ҡәләмдәштәр хәҙер сәхнәнән тороп заман, киләсәк өсөн кәрәкле һүҙҙе әйтә белә. Азамат Юлдашбаев – телмәр оҫтаһы ла. Уның сығыш­тары бер-береһен ҡабатламай, фекерҙәре килер быуын, йәштәр өсөн тәғәйенләнгән, нафталин еҫе көткәндәр, әллә ни күп нәмәгә өмөт итмәгеҙ уның әйткәненән – әҙерлекле, уйлы, ҡуҙлы тыңлаусы өсөн был фекерҙәр.

“Һин әле минең барлығымды белмәй­һең...” тип әйтә лә шағир, үҙе шул хыялы, өмөтө артынан эйәрә кеүек миңә.  Әйтер­һең, ниндәй генә әрнеткес мәлдәр, үкенес­тәр ялмап алғанда ла, “Яңғыҙлыҡ анато­мияһы” иң ялҡытҡыс фәнгә әүерелгәндә лә, күңел ҡыйралыштары харабаһы араһынан уның шиғырҙары өмөт байрағын күтәреп килеп сыға! Шуға мин уның үҙенә, ә мин беләм һинең барлығыңды, һинең өмөтөң яҡтыһын, тип әйткем килә!.. Һуңғы осорҙағы күңел бойоҡлоғо менән берсә бошондороп та ҡуя, әммә ижадсыға хас бойоҡлоҡтор, тип үҙемде йыуатам!.. Сөнки булмышың сәнғәттән яралған икән, ул барыбер көл араһында өмөт осҡондары табыр!..

 

                      *  *  *

Азаматҡа

 

Һин миңә бер аҙ оҡшашһың,

Мин һиңә оҡшаш һымаҡ.

Һинең айбарлыҡ сәмлерәк,

Сәмең арбауы – тыйнаҡ.

 

Мин һинең менән һөйләшәм

Һүҙ ҡушҡандай үҙемә.

Уйым менән ҡеүәт илтәм

Балҡыған һәр һүҙеңә!

 

Ағайым да һин түгелһең,

Түгелбеҙ бер ырыуҙан.

Мин ул һинең яҡты күреп,

Ҡолас киреп йыр һуҙған.

 

Балам атаһы түгелһең,

Атап йондоҙ атманым.

Төрлө хәлдәрҙә лә һине

Үҙемә лә һатманым.

 

Хәйер, һаттым...

Шиғриәткә...

Шыбырҙаным нимәлер.

Тәрәнлеген үҙең аңла,

Баһала сер кимәлен.

 

Мин һиңә бер аҙ оҡшашмын,

Бар һиндә минең миҙгел.

Ниңә һин шундай моңһоуһың?!.

Ниңә һин шундай һиҙгер?!.

 

Лариса АБДУЛЛИНА

Читайте нас