

Тәбиғәт гүзәл затҡа ерҙәге иң ҙур бәхетте – әсә булыу шатлығын бүләк иткән. Эйе, был вазифа сикһеҙ бәхет тә, шул уҡ мәлдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур яуаплылыҡ та... Сабыйын тәү тапҡыр ҡулына алған минуттан гүзәл зат үҙе өсөн генә йәшәүҙән туҡтай, артабан уның бар уйы, хатта йәшәү мәғәнәһе балаһына барып тоташа.
“Алты балам – алты йөрәк парәм...”
Әле бер балаға күпме иғтибар, наҙ кәрәк! Хоҙайбирҙин ауылында ғүмер кисергән Флүрә апай Ғайсина иһә бер улға, биш ҡыҙға әсә булған. Бер ҡараһаң, ул бер бала үҫтергән әсәйҙәргә ҡарағанда алты тапҡыр күберәк йоҡоһоҙ төндәр, борсоулы көндәр үткәргән, ул-ҡыҙҙары буй еткергәнсе сәстәренә күпме көмөш ҡунған, әммә икенсе яғы ла бар: ул алты тапҡырға күберәк һөйөү, наҙ ала – алты балаһы әсәһен алты яҡтан хәстәрлек менән солғай, рәхмәткә күмә. Яҙмыштың иң ҙур бүләге, ерҙәге иң ҙур бәхет ошо түгелме ни?
– Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, тигәндәй, ул-ҡыҙҙарымдың һәр береһе шул тиклем яҡын, ҡәҙерле, – ти Флүрә апай. – Уларҙың шатлығы ла, хәсрәте лә минең йөрәгем аша үтә. Аллаға шөкөр, улар шуны яҡшы аңлай һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерергә тырыша.
Татыу ғаиләлә үҫкән балалар бәхетле
Баланың сабый сағы бәхетле уҙһын өсөн иң башта нимә кәрәк? Әлбиттә, ата менән әсә араһындағы йылы мөғәмәлә, ғаиләләге татыулыҡ. Бер-береһе өсөн йән атып торған, күркәм мөнәсәбәттәре менән һоҡландырған Флүрә менән Фитрат Ғайсиндарҙың һәр сабыйы – көтөп алынған, һөйөүҙән яралған заттар.
...1988 йылдың сәскәләргә күмелгән йәмле июнь айында Вәлит ауылынан Хоҙайбирҙингә килен булып төшә Флүрә апай. Яңы ауылдаштарын да, йән һөйгәненең яҡындарын да үҙ итеп, йәш килен төшкән еренә таштай бата.
Өйҙөң ҡото, йәме булып, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Уларҙы үҫтереп тә, гөрләтеп донъя көтөп тә, эшләп тә өлгөрә йәш пар – Фитрат ағай сирек быуатҡа яҡын ауыл клубын етәкләһә, йәш әсә сөгөлдөр утай, колхоздың башҡа эштәрендә йөрөй, 20 йылға яҡын хат ташыусы булып эшләй.
Бар күңелен ғәзиздәренә арнаған атай менән әсәй сабыйҙарының төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡул һелтәп ҡарамай, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Шуға ла бәләкәй Ғайсиндар, тырышып уҡыуҙан тыш, мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә. Бар ғаилә менән район, хатта республика кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу күңелдәрендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра, ҡанаттар ҡуя.
Йырҙа йырланғанса, балалар үҫтергән ваҡыт – бер ваҡыт ҡына шул... Флүрә апай менән Фитрат ағай ҙа ғәзиздәренең буй еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Күмертау ҡалаһындағы лицейҙа ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштергән иң өлкән ҡыҙҙары Фәнилә хәҙер инде үҙе әсәй, Күмертау егете Евгений менән матур ғаилә ҡороп, Кәрим, Ильяс, Йәмил исемле улдар үҫтерә.
Улдары Фәнзил Күмертау педагогия колледжын тамамлаған, Әрмәнстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан, әлеге көндә Себер тарафтарында эшләй, кәләше – Көйөргәҙе районының Тимербай ауылы ҡыҙы Гүзәл. Улар өс балаға – Аделина, Азалия һәм Рахманға атай-әсәй булғандар. Гөлдәниә мәктәп йылдарында уҡ “Мораҙым” гәзитенә әүҙем яҙышҡан авторҙарыбыҙҙың береһе булды, уның шиғырҙары һәм мәҡәләләре район гәзитенән тыш, республика баҫмаларында ла донъя күрҙе. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм инглиз телдәре бүлегендә уҡыған сағында “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ковид-госпиталдә эшләп йөрөй. Ситтән тороп медицина колледжында белем ала.
Апаһы һымаҡ һәр яҡлап әүҙем, яҙыу-һыҙыуға маһир Гөлдәриә университетта уҡып та, ирекмән булып, оло йәштәгеләргә һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеп тә өлгөрә.
Хоҙайбирҙин урта мәктәбенең X класында белем алған Азалия белем усағының иң әүҙем уҡыусыларының береһе һанала, тырыш булғаны өсөн район хакимиәте башлығы стипендиаты булыуға ирешкән. VIII класта уҡыған Фиҙәлиә иһә кесе йәштән спортты үҙ итә, төрлө ярыштарҙан ҡалмай, ҡул эштәренә лә оҫта.
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау уларға ят
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай Ғайсиндар. Был иң тәүҙә ғаилә башлығына ҡағыла. 24 йыл клуб мөдире булып эшләү дәүерендә Фитрат ағай ауылда уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнай. Кәрәк икән, һайлау, иҫәп алыу кеүек йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, район күләмендә уҙған мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Уға һәр яҡлап терәк булған Флүрә апай ҙа йыш ҡына сәхнәгә күтәрелә.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәре хаҡ. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары балаларҙың һәр ҡайһыһының уҡыуҙа һынатмаған, спорт, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә әүҙем булғанлығы хаҡында һөйләй. Флүрә апайға иң ҡәҙерлеһе иһә – 2009 йылдың апрелендә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан алынған “Әсәлек даны” миҙалы һәм 2008 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, “Рәсәй ғаиләһе” милли йәмәғәт комитетының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Фидүс Ямалетдинов ҡулынан алынған диплом. Һуңғыһы уларға Ғаилә йылында “Йыл ғаиләһе” конкурсында “Ғаилә традицияларын һаҡлау, әүҙем тормош позицияһы һәм балаларға матур тәрбиә биргәне өсөн” тигән номинацияла бирелә.
Тамырҙары ныҡ ағастың олоно ла ныҡ була
Бала – ата-әсәнең көҙгөһө, тиҙәр. Ысынлап та, ата-әсәнең булмышы балаларында сағыла. Флүрә апай менән Фитрат ағай ул-ҡыҙҙарына хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырыша. Шулай ҙа бер ҡасан да уларға “шуны эшлә, быны эшлә” тип өйрәтмәй, ә кесе йәштән һәр эште бергәләп эшләтергә, ваҡ ҡына мәшәҡәттәргә лә уларҙы ҡатнаштырырға тырыша. Флүрә апай ҡамыр баҫамы, иҙән йыуамы, гөлдәргә һыу ҡоямы – ҡыҙҙар иҫ белгәндән алып әсәләре янында өйөрөлә, Фәнзил иһә атаһы янынан китмәй.
Бәләкәйҙән эшләп үҫкән бала ҙурайғас та буш тормай, хәҙер инде улар өйҙә ваҡытта ата-әсәһенең ҡулына эш тейҙермәҫкә тырыша. Һыйырҙар тотҡан, байтаҡ ҡына ваҡ мал, күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтергән ғаиләлә иһә һәр кемгә эш етәрлек. “Күмәкләп бесән эшләүҙең, картуф ҡаҙыуҙың, емеш-еләк йыйыуҙың йәме – барыһының да бергә тупланыуында. Бергә саҡта арыу-талыу ҙа беленмәй, сөнки яҡындар янда булғанда күңел ял итә”, – ти улар.
Эш эшләгәндә генә түгел, ял иткәндә лә бергә Ғайсиндар: йыл һайын йәйге эштәр тамамланғас, бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығып ял итәләр, ҡыш иһә улар янында өйөлгән тау ғаилә ағзаларын ғына түгел, башҡа ауылдаштарҙы ла бергә туплай, олоһо ла, кесеһе лә тау шыуып кинәнә. Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән Фитрат ағай ял ваҡыттарында тау эшләргә лә, Яңы йылға гирляндалар элеп, өйөн тыштан биҙәргә лә өлгөрә.
Әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ
Әсәй... Балалары өсөн унан да нығыраҡ янып көйгән, ғәзиздәре өсөн төн йоҡоларынан яҙған башҡа кеше донъяла бармы икән? Юҡҡа ғына әсә мөхәббәтен ҡояш ҡайнарлығына, йондоҙҙар бейеклегенә, диңгеҙҙәр тәрәнлегенә тиңләмәйҙәр бит.
Баланың бармағы ауыртһа, әсәнең йөрәге ауыртыр, тиҙәр. Алты балаға ғүмер биргән, үҙен тотошлай балаларына, иренә бағышлаған, Әсә тигән бөйөк исемде ғорур һәм лайыҡлы йөрөткән геройыбыҙға ла, башҡа әсәләргә лә йән киҫәктәренең тик шатлыҡ-һөйөнөстәрен генә татып йәшәргә насип булһын!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы.