

Республикабыҙҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, бер яҡтан Пермь крайы, икенсе яҡтан Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондары менән сиктәш, егерменән ашыу милләт вәкиле йәшәгән Тәтешле районына сәфәргә сығыуыбыҙ. Тәбиғәт байлыҡтарына бай, урмандары, етеҙ Танып, Әри, Йоҡ йылғалары һәм әллә күпме шишмәләре менән һоҡландырған төбәктә ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереүгә йүнәлеш алынғанын, игенселәр һәм малсыларҙың, умартасылар һәм балыҡ үрсетеүселәрҙең район үҫешенә мул өлөш индереүен яҡшы беләбеҙ. Тәтешле тарафтарына юл төшкәндә, йыш ҡына танылған халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың барыбыҙға билдәле “Ҡара икмәк” шиғыры иҫкә төшөүе лә юҡҡа түгелдер. Ә “Тупраҡ” шиғыры тап ошо икмәкле яҡтың егәрле игенселәренә хөрмәт йөҙөнән, төбәктең уңдырышлы тәбиғәтенә һоҡланып, төбәп яҙылғандай:
Түш кеҫәгә һалып йөрөтәһе бар
Үҙебеҙҙең туған тупраҡты,
Тирҙәр тамып ярғыланып кипкән,
Ҡайғыларҙан ҡара янып бөткән,
Туйҙырыусы туған тупраҡты.
Шул тупраҡтан сыҡҡан малайҙарбыҙ,
Кендегебеҙ шуға йәбешкән,
Айырмабыҙ, булһа, саҡ ҡыналыр
Шул тупраҡта үҫкән арыштан...
Тарихтан билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәтешлеләр оборона сәнәғәте эшселәренә аҙыҡ-түлек менән ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған тракторсылар бригадалары төҙөлә, улар һуғыш тарихында үҙенсәлекле иҫтәлекле бит ҡалдырған. 1943 йылдың ғинуарында ғына тәтешлеләр 150 ылау менән Өфөләге оборона заводтарының береһенә аҙыҡ-түлек илткән, ә бындай миҫалдар район тарихында аҙ булмаған. Тәтешлеләр бөгөн ер ҡеүәтен арттырыу, туған тупраҡты ҡәҙерләү, төбәктәрен йәшәү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы, заман талаптарына ярашлы итеү өсөн янып-көйөп хеҙмәт итә. Ошо төбәктә тыуып үҫкән арҙаҡлы яҡташтары, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары, ғалимдары, рәссамдары, артистары, шағирҙары менән ғорурланып йәшәй улар. XIX быуат мәғрифәтселәре Ғәли Соҡорой һәм улы Ғарифулла Кейеков, халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, барыбыҙға ла яҡшы таныш, яратҡан артистарыбыҙ Зинира Атнабаева,Фина Вәлиева, Гөлзәмиә Ситдиҡова, йырсыларыбыҙ Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи һәм башҡа бик күп талантлы һәм даланлы ижад эйәләре ошо ерҙә тәүге аҙымдарын яһаған...
Был сәфәребеҙҙә лә республика үҙәгенән алыҫтараҡ ятыуына ҡарамаҫтан, төбәктә тормоштоң ҡайнап тороуын, хеҙмәт емештәренең йөҙҙө ҡыҙартмаҫлыҡ, башҡалар араһында лайыҡлы урын алыуын күрҙек. Малсылыҡ һәм игенселек тармаҡтарын үҫтереүгә махсуслашҡан районда дүрт мең баш һыйыр малы һимертеүгә иҫәпләнгән эре комплекс эшләй, ауыл хужалығы ере район биләмәһенең 55 процентҡа яҡын майҙанын биләй. Район флагының төп һыны ни өсөн “тейен” булыуына ла яуап таптыҡ: Тәтешле урмандары хужаһы ул был йәнлек. XX быуатҡа тиклем тейен тиреһе аҡсаға торошло булған (башҡорт һәм татарҙың аҡсаны “тин”, “тиен” тип атауы юҡҡа түгелдер). Тыныс холоҡло, матур кейек районда ихлас, эшһөйәр, күп милләтле халыҡтың аңлашып, берҙәм йәшәүенә лә ишара. Тарих һәм хәҙерге заман бәйләнешен символлаштырып, флагта Гәрәй, Ирәкте һәм Танып ырыуҙарының ҡыҙыл һәм һары төҫтәге тамғалары урынлаштырылған. Ҡыҙыл төҫ тыуған ергә һөйөүҙе, батырлыҡты, Ватан азатлығы өсөн ҡойолған ҡанды һүрәтләһә, һары төҫ район байлығын, республикала тиңдәр араһында тиң булып, лайыҡлы урын биләп йәшәүен раҫлай.
Айыҡ тормош – бай тормош
Тәтешлелә кем бәхетле? Әлбиттә, айыҡ тормош менән йәшәгән, булдыҡлы, әүҙем, талантлы яҡташтары менән ғорурлыҡ кисергән, киләсәге булған ауылдар. Шуларҙың араһында былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында беренсе урынды яулап, биш миллион һумлыҡ сертификат алған Түбәнге Балтас ауылы ла бар. Ул хәтлем аҡсаны ҡайҙа ҡуйырҙар икән, тип борсолмағыҙ, ауыл Советы башлығы Эдуард Рәхимйәнов уны ҡайҙа, нисек тотонасаҡтарын яҡшы белә: ауылда баскетбол, волейбол уйындары, тренажерҙарҙа күнекмәләр өсөн спорт майҙаны төҙөйәсәктәр! Был яңылыҡты ауылдаштар, айырыуса туҡһанға яҡын бала-саға түҙемһеҙлек менән көтә. Өҫтәүенә йәйен ситтә йәшәгән ата-әсәһенә эйәреп, олатай-өләсәйҙәренә каникулда ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ҙа Түбәнге Балтаста ифрат күп.
Киләсәге булған ауылдар, һис шикһеҙ, бәхетле. Был яҡтан да ауылдаштарға борсолорға әллә ни урын юҡ кеүек, сабыйҙар тупылдап донъяға килеп тора, быйыл да беренсе класс парталары буш тормаҫ. Күп балалы ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, мәктәп директоры Людвиг Зидымаҡов биш бала тәрбиәләй, танышыбыҙ, ауыл Советы башлығы Эдуард Борхан улы ла биш балаға атай, ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе, уҡытыусы Алексей Шаһиев та шунса бала үҫтерә.
– 2022 йылдың 23 июне район һәм ауыл халҡы өсөн тарихҡа инеп ҡалыр, моғайын, – ти Эдуард Борхан улы. – Конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Ҙур ауыл тораҡтары” номинацияһында еңеп сыҡтыҡ. Был көтөлмәгән шатлығыбыҙҙы һүҙ менән һөйләп аңлатырлыҡ түгел, өҫтөбөҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алдыҡ! Беҙ – республикала иң яҡшылары! Еңеү еңел бирелмәне. Берлектәге эшебеҙҙе, маҡсатыбыҙҙы аңлаған ауылдаштарыбыҙға, ышаныс күрһәткән район хакимиәтенә рәхмәт белдергем килә. Биш миллион һумлыҡ сертификат – ауыл Советы өсөн ҙур ярҙам. Төҙөләсәк заманса спорт майҙаны, ауылдың бер матур биҙәге булыуҙан тыш, кешеләргә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк.
Йәшермәйем, тәүҙә конкурста ҡатнашырға теләгем булманы. Халыҡ тәҡдимде күтәреп алырмы, ҡаршы төшмәҫме, яуаплылыҡты өҫтөбөҙгә алырға көс табырбыҙмы, оятҡа ҡалмаҫбыҙмы – ҡырҡ төрлө уй башта сыуалды. Яйлап программаның йөкмәткеһен, маҡсатын өйрәнеп, өлгөрөп еткәндәй булдыҡ. Аҙаҡ мауығып киттек, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыу ваҡытын сикләнек. Мин алкоголле эсемлек һатыуҙы бөтөнләй тыйыу яғында түгел, сөнки был аҙымдың кире яҡтары күберәк булыуы ихтимал.
Ғөмүмән, Түбәнге Балтас ауыл Советы республика кимәлендәге конкурстарҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Бынан биш йыл элек “Иң яҡшы муниципаль берәмектәр” республика конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ булған. 2016 йылдан башлап “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу байтаҡ көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам иткән. Йыл һайын тәҡдим ителгән проекттарҙың еңеп сығыуы арҡаһында ауыл биләмәһе бюджетына алты миллион һум аҡса ингән.
– Был программала ҡатнашыуҙан барыбыҙ ҙа отабыҙ. Өс тораҡта юлдарҙы ремонтланыҡ, янғын һүндереү машинаһы алдыҡ, гараж төҙөнөк, ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыу өсөн тракторлы булдыҡ. Беҙҙең ауыл Советына 11 тораҡ беркетелгән, һәр береһенең үҙ проблемаһы, мәшәҡәте тигәндәй. Зыяратты кәртәләп алаһы бар, урамдарҙы яҡтыртыуҙа өҙөклөк булмаһын өсөн ваҡытында ремонтлап торорға кәрәк. Быйыл Таныпта һыу инеү өсөн пляж булдырҙыҡ, балалар өсөн махсус урын эшләнек. Туалет, кейенеү урындары, душ бүлмәһе бар, ҡотҡарыусылар һәр саҡ һаҡта, – ти Эдуард Борхан улы.
Бөгөн ауыл Советы ултырышына килгән әүҙемсе, физкультура уҡытыусыһы Юрий Ғөбәйевте балаларҙың сәләмәтлеге ҡаҡшауы борсой. “Йылдан-йыл уҡыусыларҙың һаулығы насарланыуын күҙәтәм. Хәҙер физкультура дәрестәренән бушатыу кәрәклеге тураһында белешмәләр менән килгән балалар күбәйҙе. Хәрәкәт юҡ, тышта йүгерешеп уйнамайҙар, кислородҡа ҡытлыҡ кисерәләр, сөнки күбеһенсә гаджеттарға текәлеп ултырыуҙы өҫтөн күрәләр. Оҙаҡ баҫып тора алмайынса иҫ юғалтып йығылыу күренештәре юҡҡа түгел бит, – тип борсола уҡытыусы. – Шуға күрә ауылдарға заманса спорт майҙандары бик кәрәк”.
Хеҙмәт ветераны, заманында механизатор, ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Ғарифулла Ғарифановтың әле лә ауыл мәшәҡәттәренән, халыҡ мәнфәғәттәренән ситләшкәне юҡ. Уның әйтеүенсә, һыу үткәргестәрен бөтә урамдарға ла һуҙаһы, халыҡ менән кәңәшләшәһе, һыу торбалары һәм башняһы өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштораһы бар. Аҡһаҡалды нимә һағайтыуы билдәле инде, лайыҡлы эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урыны эҙләп йәш-елкенсәктең ситкә китеүе тынғылыҡ бирмәй. “Элек “Социализм” колхозында ғына меңдән ашыу кеше эшләй торғайны, бөгөн ауылды ташлап китеүселәр артты”, – ти ветерандар советы рәйесе. Осрашыуға килгән башҡорт теле уҡытыусыһы Рәзилә Баймиева ауылда йәшәү шарттарының яҡшырыуы, тейешле социаль объекттарҙың – табиплыҡ амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, магазин, икмәкхана булыуы, мәктәптә ремонт эштәренең гөрләп барыуы хаҡында белдерҙе.
Динә АРЫҪЛАНОВА