Йәмғиәт
9 Август 2022, 11:00

Тынлы оркестр ҙа эшләй ауылда

"Ауылым - алтын бишегем" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы ауыл - Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы

Тынлы оркестр ҙа эшләй ауылдаТынлы оркестр ҙа эшләй ауылда
Тынлы оркестр ҙа эшләй ауылда

Айыҡ тормош менән йәшәгән, булдыҡлы, әүҙем, талантлы яҡташтары менән ғорурлыҡ кисергән, киләсәге булған ауылдар араһында былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында беренсе урынды яулап, биш миллион һумлыҡ сертификат алған Түбәнге Балтас ауылы ла бар. Ул хәтлем аҡсаны ҡайҙа ҡуйырҙар икән, тип борсолмағыҙ, ауыл Советы башлығы Эдуард Рәхимйәнов уны ҡайҙа, нисек тотонасаҡтарын яҡшы белә: ауылда баскетбол, волейбол уйындары, тренажерҙарҙа күнекмәләр өсөн спорт майҙаны төҙөйәсәктәр! Был яңылыҡты ауылдаштар, айырыуса туҡһанға яҡын бала-саға түҙемһеҙлек менән көтә. Өҫтәүенә йәйен ситтә йәшәгән ата-әсәһенә эйәреп, олатай-өләсәйҙәренә каникулда ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ҙа ифрат күп. Ә бына тынлы оркестры булған ниндәй ауылды беләһегеҙ? Түбәнге Балтаста   төрлө музыка инстументтарынан торған ошондай үҙенсәлекле оркестр Балалар сәнғәт мәктәбе филиалында эшләй.

Киләсәге булған ауылдар, һис шикһеҙ, бәхетле. Был яҡтан да ауылдаштарға борсолорға әллә ни урын юҡ кеүек, сабыйҙар тупылдап донъяға килеп тора, быйыл да беренсе класс парталары буш булмаҫ. Күп балалы ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, мәктәп директоры Людвиг Зидымаҡов биш бала тәрбиәләй, танышыбыҙ, ауыл Советы башлығы Эдуард Борхан улы ла биш балаға атай, ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе, уҡытыусы Алексей Шаһиев та шунса бала үҫтерә.

– 2022 йылдың 23 июне район һәм ауыл халҡы өсөн тарихҡа инеп ҡалыр, моғайын, – ти Эдуард Борхан улы.– Конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Ҙур ауыл тораҡтары” номинацияһында еңеп сыҡтыҡ. Был көтөлмәгән шатлығыбыҙҙы һүҙ менән һөйләп аңлатырлыҡ түгел, өҫтөбөҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алдыҡ! Беҙ республикала иң яҡшылары! Еңеү еңел бирелмәне. Берлектәге эшебеҙҙе, маҡсатыбыҙҙы аңлаған ауылдаштарыбыҙға, ышаныс белдергән район хакимиәтенә рәхмәт белдергем килә. Биш миллион һумлыҡ сертификат ауыл Советы өсөн ҙур ярҙам. Төҙөләсәк заманса спорт майҙаны ауылдың бер матур биҙәге булыуҙан тыш, кешеләргә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк.

Йәшермәйем, тәүҙә конкурста ҡатнашырға теләгем булманы. Халыҡ  тәҡдимде күтәреп алырмы, ҡаршы төшмәҫме, яуаплылыҡты өҫтөбөҙгә алырға көс табырбыҙмы, оятҡа ҡалмаҫбыҙмы –  ҡырҡ төрлө уй башта сыуалды. Яйлап программаның йөкмәткеһен, маҡсатын өйрәнеп, өлгөрөп еткәндәй булдыҡ. Аҙаҡ мауығып киттек, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыу ваҡытын сикләнек. Мин алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы бөтөнләй тыйыу яғында түгел, сөнки был аҙымдың кире яҡтары күберәк булыуы ихтимал.

Ғөмүмән, Түбәнге Балтас ауыл Советы республика кимәлендәге конкурстарҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Бынан биш йыл элек “Иң яҡшы муниципаль берәмектәр” республика конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ булған. 2016 йылдан башлап “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу байтаҡ көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам иткән. Йыл һайын тәҡдим ителгән проекттарҙың еңеп сығыуы арҡаһында ауыл биләмәһе бюджетына алты миллион һум аҡса ингән.

–Был программала  ҡатнашыуҙан барыбыҙ ҙа отабыҙ. Өс тораҡта юлдарҙы ремонтланыҡ, янғын һүндереү машинаһы алдыҡ, гараж төҙөнөк, ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыу өсөн тракторлы булдыҡ. Беҙҙең ауыл Советына 11 тораҡ беркетелгән, һәр береһенең үҙ проблемаһы, мәшәҡәте тигәндәй. Зыяратты кәртәләп алаһы бар, урамдарҙы яҡтыртыуҙа өҙөклөк булмаһын өсөн ваҡытында ремонтлап торорға кәрәк. Быйыл Таныпта һыу инеү өсөн пляж булдырҙыҡ, балалар өсөн махсус урын эшләнек. Туалет, кейенеү урындары, душ бүлмәһе бар, ҡотҡарыусылар һәр саҡ һаҡта,– ти Эдуард Борхан улы.

 Бөгөн ауыл Советы ултырышына килгән әүҙемсе, физкультура уҡытыусыһы Юрий Ғөбәйевты балаларҙың сәләмәтлеге ҡаҡшауы борсой. “Йылдан-йыл уҡыусыларҙың һаулығы насарланыуын күҙәтәм. Хәҙер физкультура дәрестәренән бушатыу кәрәклеге тураһында белешмәләр менән килгән балалар күбәйҙе. Хәрәкәт юҡ, тышта йүгерешеп уйнамайҙар, кислородҡа ҡытлыҡ кисерәләр, сөнки күбеһенсә гаджеттарға текәлеп ултырыуҙы өҫтөн күрәләр. Оҙаҡ баҫып тора алмайынса иҫ юғалтып йығылыу күренештәре юҡҡа түгел бит, – тип борсола уҡытыусы. – Шуға күрә ауылдарға заманса спорт майҙандары бик кәрәк”.

Фото:Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауыл Советы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас