

Хәйбулла районының урман зонаһына ҡараған ауылдары тәбиғәтенең матурлығы, тауҙарының бейеклеге, йәмле Һаҡмар һыуының таҙалығы менән генә түгел, ә был төбәктә йәшәгән халҡының уңған һәм дәртле, егәрле һәм берҙәм булыуҙары менән дә айырылып тора. Шундай ауылдарҙың береһе - Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Бәләкәй Арыҫланғол. Әйткәндәй, Бәләкәй Арыҫланғолдо халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтәләр. Республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә лә “Вәзәм шәлдәре” халыҡ клубының эштәре күптән инде киң танылыу тапҡан.
Район үҙәгенән 76 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Вәзәм донъянан һис тә артта ҡалмаған. Ауыл күркәм, урамдары иркен, йорттары матур, кәртә-ҡураларында ишле мал-тыуар, йылҡылар аҫрала, ҡош-ҡорт күп. Халыҡ күпселек малсылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә: ирҙәрҙең күбеһе ҡырҙа эшләһә, ҡатындары аҡ ризыҡтарын етештереп, уның менән һатыу итә, шәл бәйләй, балаҫ һуға, кейеҙ баҫа. Ғөмүмән, бында тик ултырған кеше юҡ: кемдер эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, ағас эшкәртә, йәшелсәселек менән шөғөлләнеп, ҡыяр үҫтерә, Бөтәһе 86 хужалыҡта 307 кеше йәшәй. Социаль объекттарҙан ауылда клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты ғына бар. Ҡасандыр вәзәмдәр ауылдағы белем усағын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, бер нисә ғаилә тәрбиәгә бала алғайны, улар ҙа хәҙер ҙурайып бөткән.
Вәзәмдәр - үҙҙәре бер әҙәмдәр, ти хәйбуллалар. Сөнки бында һәр кем талантлы, уңған һәм сәмле. Ауыл бер булып концерт әҙерләп, күрше Ырымбур өлкәһенә барып, унда йәшәгән милләттәштәр менән осрашһынмы, йәиһә район үҙәгенә барып бар халыҡты һоҡландырып ҡайтһындармы! Йорттарын бағып, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, ихата алдын төрлө сәскәләргә күмеп, бынамын тип йәшәй белә вәзәмдәр.
Ауылдың иң өлкән кешеһе 90 йәшлек Рәшиҙә Әхмәтова булһа, иң бәләкәстәре яңы ғына донъяға килгән игеҙәк ҡыҙҙар - Гөлиә менән Юлиә.
Быйыл вәзәмдәрҙең иң ҙур шатлығы - республика "Айыҡ ауыл - 2021" конкурсының уртаса ауылдар араһында еңеүе. Әле ауылдың Йәштәр урамына район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов вәғәҙә иткән асфальт һалына башлаған, конкурста яуланған аҡсаға ла ауылды төҙөкләндереү буйынса эштәр башланырға тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Башҡортостан" гәзите үткәргән "Ауылым - алтын бишегем" конкурсында Бәләкәй Арыҫланғол халҡы һис шикһеҙ оло еңеүгә лайыҡ. Алға, вәзәмдәр!
Фото: Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы сайтынан.