Йәмғиәт
9 Август 2022, 16:30

Ҡыҙҙың шихан башында бейегәнен халыҡ ни өсөн яратмағандыр...

“Әллә нимәһе лә юҡ был фотола. Стриптизерша итеп яҙып та ҡуйҙылар..."

Ҡыҙҙың шихан башында бейегәнен халыҡ ни өсөн яратмағандыр...Ҡыҙҙың шихан башында бейегәнен халыҡ ни өсөн яратмағандыр...
Ҡыҙҙың шихан башында бейегәнен халыҡ ни өсөн яратмағандыр...

Александра Ф. исемле ҡыҙ социаль селтәрҙәргә фото ҡуйған. Унда ул шихандарҙың береһе Йөрәктау башында пилонда бейеп фотоға төшкән. Тик бына “лайыҡ”тар көткән ҡыҙҙы күбеһе әрләп ташлаған. Кешеләрҙең фекере буйынса, изге тау башында бындай фотолар яһалырға тейеш түгел.

“Изге урында оятһыҙлыҡ был”, "Ни өсөн тау башына менеп төшөргә ине? Стриптиз-клубта эшләргә кәрәк быны”, “Изге урынға ни эшләп менгән?” һәм башҡа ошоноң ише комментарийҙар менән тулған фото аҫты.

Шул уҡ ваҡытта ыңғай фекер белдергәндәр ҙә булған. Ҡайһы берәүҙәр уны матур гимнастка тигән. “Ниндәй матурлыҡ. Бына ул талант, был фотола барыһы ла матур”, тигән яҙыуҙар бар.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, автор ҙа үҙенең фекерен ҡалдырған. “Әллә нимәһе лә юҡ был фотола. Стриптизерша итеп яҙып та ҡуйҙылар. P. S. POLE SPORT рәсми рәүештә олимпия төрөнә ҡарамаған спорт тип танылған”, – тип яҙған Александра.

Ә һеҙ бындай фотоларға нисек ҡарайһығыҙ?

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас