Йәмғиәт
9 Август 2022, 04:42

Һыу менән мәшәҡәттәр булмаһын өсөн

Үрге Тәтешлелә капиталь ремонт бара

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йәй – тығыҙ эш мәле. Бесәнен дә әҙерләргә кәрәк, төҙөлөш эштәре өсөн дә иң ҡулай мәл. Тәтешле яҡтарында ла был осор эш ҡайнап тора. Әлеге көндә район үҙәгендә һыу үткәргестәрҙе ремонтлау, юлдарҙы төҙөкләү  буйынса эштәр тынмай.

Үрге Тәтешле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Владимир Марданов, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан,  ауылдағы проблемаларҙы төптән белә һәм хәл итеү юлдарын эҙләй.  Һыу торбаларының иҫкереүе халыҡҡа  күп мәшәҡәттәр тыуҙырыуын күҙ уңында тотоп, уларҙы  капиталь ремонтлау буйынса ҙур эш ҡуҙғатылған. Быйыл Үрге Тәтешле ауылында дөйөм алғанда ун километрҙан ашыу оҙонлоғонда һыу  селтәрҙәрен алмаштырыу планлаштырыла, әлеге көндә  90 процент тирәһе эш башҡарылған, 20 авгусҡа уларҙы тулыһынса тамамлау ниәтләнә. Шуны билдәләргә кәрәк, эштәрҙең 7,2 километры “Башнефть” акционер нефть компанияһы финанслаған социаль маҡсатлы программа фонды иҫәбенә эшләнә, 1 километрҙан ашыуы Баш­ҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы аша финансланған һыу башняларын ремонтлау (үҙәкләштерелгән селтәрҙәрҙе алмаштырыу) программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтәлә, ә 1, 8 километры ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары килемдәре иҫәбенә финанс­ланған көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек  буйынса  башҡарыла. 

 Беҙ барғанда Бәҙретдинов ура­мындағы эш йәнле бара ине. Ошо урамда йәшәгән Григорий Резанов ремонт менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. 

– Был – беҙҙең өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Элек торбалар бик тәрәнгә һалынмауы арҡаһында һыу туңып та мәшәҡәтләй ине. Хәҙер торбалар заманса материалдан һәм тәрәндә урынлашҡан. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, – тине ул һөйөнөсөн йәшермәй.

Капиталь ремонтты  алып барған подрядсы ойошма – “Титан”  яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте директоры Хәлил Ситдиҡов та хәл-ваҡиғаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай.

– Әле Сәйетов, Рәсәй урамдарында эште теүәлләнек, Бәҙретдинов урамында ла тамамлап киләбеҙ, — тине ул.

Йәй ҡыҫҡа. Көндәр матурҙа юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатын да ҡуйған тәтешлеләр. Урындағы автомобиль юлдарын йүнәтеү һәм ремонтлау буйынса территориаль заказды тормошҡа ашырыу сиктәрендә әле 11 урамда ҡырсын һәм ваҡ таш япмалы юлдарҙа эш бара, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – өс километрға яҡын.

“Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы сиктә­рендә йәнә ике объектта төҙөкләндереү алып барыла – Үрге Тәтешлелә Бармыш йылғаһындағы быуаның пляж зонаһы  һәм ошо уҡ ауылда район мәҙәниәт һарайы биләмәһенең көньяҡ өлөшө яңы төҫ ала.

– Апрель айынан ауыл биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр уҙғарыла. Юл ситтәре, ауыл эсе сабыла, кәрәкмәгән ағас-ҡыуаҡтар ҡырҡыла. Ауыл биләмәһендә тәртип булдырыу буйынса өмәләрҙә мәғариф, социаль-мәҙәни учреждение коллективтары, халыҡ ҡатнаша. Йәшелләндереү ҙә – даими күрелгән хәстәрлек. Яҙын “Планета спорт”  физкультура-һауыҡтырыу комплексы алдында аллея булдырҙыҡ. Бынан тыш, ауылға ингән урындағы битләүгә 450 төп ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Бурыстарыбыҙ бик күп әле, – тине  ауыл хакимиәте башлығы Владимир Александрович.

Икенсе килеүгә Тәтешле тағы ла күркәмләнер әле, тигән өмөттә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас