Йәмғиәт
10 Август 2022, 16:00

Үҙ балаһын үлтереүен таныны

53 һәм 62 йәшлек ҡатын менән ир баланы үлтереүҙә, бер-береһен яман ҡылыҡҡа этәреүҙә, үлтереүҙә булышыуҙа ғәйепләнә.

Үҙ балаһын үлтереүен таныныҮҙ балаһын үлтереүен таныны
Үҙ балаһын үлтереүен таныны

2001 йылда Сибайҙа велосипедта сығып киткән 11 йәшлек малай кинәт юғала. Бала өләсәһе менән олатаһынан өйөнә ҡайтыр юлда ғәйеп була. Күпме эҙләһәләр ҙә, ул ваҡытта баланы тапмайҙар, һыуға төшкәндәй юҡ була ул.

2017 йылда ҡалаға яҡын урманда кеше һөйәктәре табыла. Экспертиза һөҙөмтәһе уның күп йылдар элек юғалған малайҙыҡы булыуын асыҡлай. Тикшереү эше тергеҙелә. Һәм бына 2022 йылда ғына ваҡиғаның осона сығып, енәйәт эшенә нөктә ҡуйыла.

Ғәмәлдә ул ваҡыттағы юғалыу ваҡиғаһы бик ҡатмарлы һәм ҡот осҡос булып сыға. Урта йәштәрҙәге ир үгәй малайын яратмай, етмәһә, үҙҙәренең уртаҡ балалары тыуа. Яман уйлы әлеге ир ҡатынына оло улынан ҡотолоу кәрәклеген тылҡый башлай.

Тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, ошо ҡотҡоно яуыз ир ҡатынына һеңдерә һәм бер көндө әсәй кеше ҡот осҡос аҙымға бара. Ул улын миндек әҙерләргә тигән булып, урманға алып сыға һәм шунда - ағастар араһында - ире биреп ебәргән халат билбауы менән быуып үлтерә... Артабан да иренең ҡушҡандарын үтәй: үле кәүҙәне лә шул тирәгә күмеп ҡуялар.

Ошондай ауыр йөк менән нисек йәшәгәндер ул әсә? Тикшереү осо уға килеп терәлгәс, ғәйебен тулыһынса таный ҡатын. Ә бына енәйәтте ойоштороусы ҡәбәхәт ир, миңә күрәләтә ғәйеп япһаралар, тип ғәйепләү менән риза түгел. Нисек кенә булмаһын, һуңғы ҡарарҙы суд сығарасаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас