

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһына эш сәфәре барышында урындағы баҙарҙы ҡарап, үҙ баҡсаһында үҫтерелгән уңыш менән сауҙа иткән кешеләр менән аралашып, һатыу итеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Һәм үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә, "эшләргә ҡушҡан бурыстың төп асылы – урындарҙа хакимиәт башлыҡтары, әбей һәм бабайҙар үҙ баҡсаһында үҫтергән уңышты һата алһын өсөн, уңайлыҡтар тыуҙырырға тейеш ине. Нефтекама ҡалаһындағы ише, бәғзе берәүҙәр мине ишетте һәм улар өсөн бик яҡшы урам кибеттәре төҙөгән. Ә икенселәр әлегә был эш менән шөғөлләнеү өҫтөндә. Ғөмүмән, бурыс – ябай халыҡ үҙе үҫтергән уңышты ситкә сыҡмай, өйө янында һата алһын", - тип яҙҙы.
Башлыҡтың йөкләмәһен сибайҙар ҙа ишетте һәм ҡалала урам сауҙаһы өсөн бик уңайлы урындар булдырылды. Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
"Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урам сауҙаһы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Сибайҙар башлыса аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, сәскә, кәрәк-яраҡ һатҡан һәм һатып алған урындарҙан башланыҡ. Халыҡ күпләп үткән ул ерҙе һәр кем белә - ҡаланың Таусылар проспекты, 12. Тап ошонда бушлай сауҙа урындары урынлаштырҙыҡ. Хәҙер өлкәндәр баҡсала үҫтергән мул уңышын рәхәтләнеп һата ала. Хаҡлы ялдағыларға өҫтәмә килем булһа, һатып алыусыларға арзан хаҡҡа сифатлы һәм арзан аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеге", - тигән.
Ошондай уҡ сауҙа урындары Ленин урамындағы 17-се йорт алдында “Атайсал” магазины ҡаршыһында ла барлыҡҡа килгән.
Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенән.