Йәмғиәт
10 Августа 2022, 05:00

Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай

Тап ошо ауылда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған

Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлайЕҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай

Сихри тәбиғәт мөйөшөн төйәк иткән Еҙем-Ҡаран - республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә исеме киң билдәле ауыл. Ул район үҙәгенән төньяҡта 46 километр һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 63 километр алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Күрпәс-Табын улусы Еҙем ауылы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 йылдан Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме менән йөрөй. Бында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Мәжит Ғафури йорт-музейы бар.

Тап ошо ауылда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған. Бөгөн район ғорур рәүештә уның исемен йөрөтә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы урынлашҡан. Уның ҡапҡаһын асып инеүгә һәр кемде әҙиптең һәйкәлдәге һыны ҡаршы ала. Музейҙың дүрт экспозиция залы булып, һәр береһе үҙенсәлекле һәм ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Залдарҙың береһендә шағир йәшәгән осор ҡомартҡылары - халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүрешен сағылдырған этнография мөйөшө ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Артабан яҙыусының тормошо һәм ижадына ҡағылған материалдар, әҙиптең күп томлыҡ китаптары, төрлө йылдарҙа нәшер ителгән әҫәрҙәренән күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Музейҙа ололар менән бер рәттән балалар ҡатнашлығында Хәтер кисәләре, шиғриәт байрамдары һәм башҡа саралар уҙғарыла. 2004 йылда республика кимәлендә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе “Ғафури уҡыуҙары”на тап Мәжит Ғафури музейы үҙенә йыйҙы.

Еҙем-Ҡаранда уңған, тырыш, тарихи үткәндәренә һаҡсыл ҡараған халыҡ йәшәй.

Фотолар: Ғафури районы хакимиәте.

Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Еҙем-Ҡарандар тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас