

Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Ишембай районында бындай ауыл – Маҡар, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Ә кешеләре һуң?! Башҡортостан яҙмышында ҙур роль уйнаған бихисап шәхестәр сыҡҡан бынан. Ҙур, төҙөк, матур башҡорт ауылдарының береһе Маҡарҙы республикабыҙҙа яҡшы беләләр. 2019 йылда республиканың муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән “Матур ауыл” бәйгеһендә маҡарҙарҙың икенсе урынға лайыҡ булыуы ла уларҙың абруй һәм үҫеш кимәлен раҫлай.
Меңгә яҡын кеше йәшәй бында, бөтәһе 465 йорт бар икән. Маҡар шул яғы менән үҙенсәлекле: ул урман эсендә, төпкөлдә ултырһа ла, бик заманса ауыл. Электр, һыу, газ кеүек заман уңайлыҡтары бында әүәлдән тормошҡа ашырылған. Ҙур мәҙәниәт йорто, урта мәктәп, уның янында сәнғәт мәктәбе филиалы, дауалау амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, моделле китапхана, спорт залы, почта, балалар майҙансығы, магазиндар, кафелар – иркен йәшәү өсөн бында барыһы ла бар.
Маҡар матур ғына түгел, ә бай тарихлы ауыл да. Уның тураһында XVII быуат аҙағы, XVIII быуат башынан билдәле. Әйткәндәй, Ишембай районы бер осор Маҡар районы тип йөрөтөлгән. Был уның ҙур һәм бай ауыл булыуына ишара. Ғалимдар фекеренсә, әле ауылға 340 йыл тирәһе.
Ата-бабалар төйәк итеү өсөн ғәжәйеп матур урынды һайлаған. Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ауылды Йәнәле, Селтербей тауҙары, Кәлимосҡан ҡаяһы уратып алған. Салауат Юлаев мәмерйәһе, Күкҡарауыҡ шарлауығы иһә – райондың иң билдәле урындарының береһе. Бында шишмәләр, тарлауыҡтар, мәмерйәләр бихисап. Шишмә тигәндән, ул маҡарҙарҙың ғорурлыҡ өсөн тағы бер сығанағы. Аллағыуат шишмәһе тотош ауылды тап-таҙа эсәр һыу менән тәьмин итә.
Уның һыуын феләкләп тултырып, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө тарафтарына алып ҡайталар. Йәнә Шишмә соҡоро, Ҡолоҡ шишмәләре бар. Улар бик тәрәндән урғылып сыға, һыуы таҙа һәм һалҡын, унда ҡондоҙҙар йәшәй, ҡыр өйрәктәре төйәк иткән. Әсебашы ҡойоһонда иһә фтор бик күп. Урындағыларҙың ышанысына ярашлы, ауылдың ошо ҡойоһо яғында йәшәгән кешеләр ғаиләһендә башлыса малайҙар тыуа икән. Был әлеге һыуҙың мөғжизәһе. Ҡойо янында ҡышын да йәшел үлән үҫә, тоҙло һыуы йыл әйләнәһенә туңмай. Ул ашҡаҙан ташынан да дауалай, тиҙәр.
Ауылдың киләсәктә үҫешеү өсөн мөмкинлектәре бик күп. Мәҫәлән, туризм. Ишембай районында булдырылған геопарк биләмәһенә Маҡарҙың бер өлөшө лә инәсәк, тигән яңылыҡты ишеткәс, ауыл халҡы был йәһәттән дә үҫешкә өмөтләнә. Маҡар үҙенең Күкҡарауыҡ шарлауығы менән дан тота. Апрелдән 9 Май байрамына тиклем ул үҙенең тулы көсөнә инә һәм был осорҙа туристар өҙөлмәй. Көнөнә кәмендә 700-ләгән машина үтә. Халыҡ шарлауыҡты ҡарай, Салауат Юлаев мәмерйәһенә менә. Ул яланда төрлө республика һәм район кимәлендәге фестивалдәр һәм ҙур саралар ҙа үткәрелә икән. Геопарк тулы көсөнә эш башлаһа, Маҡарҙа ла ыңғай үҙгәрештәр булыр тип көтәләр.