Йәмғиәт
10 Август 2022, 08:30

Ҡолоштар – Учалы ғорурлығы

Бындағы халыҡ иманлы, сәләмәт тормош алып бара, ауылда эсеп йөрөгән, енәйәт ҡылған, тәртип боҙған кешеләр бөтөнләй юҡ. Ҡолоштар бергәләшеп спорт, мәҙәни саралар уҙғара, күптәре иман юлында. Зыяратта өмә ойоштороу, алкоголһеҙ байрамдар, милли уйындар үткәреү бында — ғәҙәти күренеш.

Ҡолоштар – Учалы ғорурлығыҠолоштар – Учалы ғорурлығы
Ҡолоштар – Учалы ғорурлығы

Ҡолош Учалы районында, урман-тауҙар араһына ғына һыйынып ултырған күркәм ауыл ул. Ураҙ ауыл Советы составына ингән төбәктә 2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 151 кеше йәшәй.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡолош ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ҡолош был өйәҙҙә ҡаратабындарҙың иң ҙур төпләнгән урыны булып, 1786 йылдан билдәле.
Тарихи мәғлүмәттәргә килгәндә, 1795 йылда 30 йортта бөтәһе 238 кеше: 120 ир-егет һәм 118 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Йәйләүгә 30-ға яҡын арба сыҡҡан. 1846 йылда 33 йортҡа (278 кеше) 441 ат, 299 һыйыр, 205 һарыҡ, 25 кәзә тура килгән. Бөтә ихаталар бергә 216 бот ужым һәм 1904 бот яҙғы иген сәскән.
X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 52 йорттоң һәр береһенә уртаса 7,7 кеше тура килгән. 1866 йылда 79 хужалыҡта 407 кеше донъя көткән. 1900 йылда 401 кеше, 1920 йылда 116 йортта 547 кеше йәшәгән.


Әлеге ваҡытты ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Был ауылдан Әхмәт Мостафа улы Хәҙисов (1905−1938) — журналист, Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре сыҡҡан. Ул Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары булған (1929-1931). Сәйәси золом ҡорбаны.
Әлеге ваҡытта ҡолоштар иҫ киткес әүҙем һәм берҙәм булыуы менән билдәле. Бындағы халыҡ иманлы, сәләмәт тормош алып бара, ауылда эсеп йөрөгән, енәйәт ҡылған, тәртип боҙған кешеләр бөтөнләй юҡ. Ҡолоштар бергәләшеп спорт, мәҙәни саралар уҙғара, күптәре иман юлында. Зыяратта өмә ойоштороу, алкоголһеҙ байрамдар, милли уйындар үткәреү бында — ғәҙәти күренеш.


Мәҫәлән, быйыл Ҡолош ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел» исемле матур сара үткән. Унан тыш уҡсылар бәйгеһе ойоштороуҙары ла билдәле. Ҡолошта даими рәүештә футбол, көрәш турнирҙары уҙып тора. Ауылдың хөрмәтле шәхестәре Фәүзиә һәм Хәдис Сафиуллиндарҙың шәхси музейы ла күптәргә яҡшы таныш. Хәдис ағай – ауылдың иң әүҙем кешеһе, ойоштороусы, староста. Ауылды йәнләндереү һәм йәмләү өсөн күп көс һала, социаль селтәрҙә ауыл тормошон яҡтыртып бара.
92 йәшлек Зәйет Шакировты ла күптәр белә. Ул малсы булып эшләгән. Ҡыш Олимпиаданы хуплап, саңғы ярышында ла ҡатнашҡан. Ҡатыны Мәҙинә менән биш бала үҫтергәндәр, улдары Фәһим - дзюдо һәм самбо буйынса билдәле тренер.
Бәләкәй генә ауылдың ҙур эштәрен тотош республикала беләләр: ҡолоштар Учалы еренең ғорурлығы.


Фотолар Ҡолош ауылы кешеләренең шәхси архивынан.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас