Йәмғиәт
10 Август 2022, 17:00

Ҡунаҡҡоловтар ниндәй шатлығы менән уртаҡлаша?

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ. Был ғаиләлә - тағы бер ҡыуаныслы хәл. 

Ҡунаҡҡоловтар ниндәй шатлығы менән уртаҡлаша?Ҡунаҡҡоловтар ниндәй шатлығы менән уртаҡлаша?
Ҡунаҡҡоловтар ниндәй шатлығы менән уртаҡлаша?

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә һәм журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә. 

Йәнә Ҡунаҡҡоловтар хаҡында шатлыҡлы хәбәр бар. Уны Идиә Ғәлимова үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһенә яҙған.

"Бына ниһәйәт, ошо көндәрҙә, бер йыл дауамында барған Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәгән ерҙәренең документы, суд ҡарары менән, рәсмиләштерелеп, законлы рәүештә, Ҡунаҡҡолов Рафиҡ исеменә күсте.
Газ үткәреү эшен башлар алдынан, иң беренсе, йорттоң, ерҙең документтары булмауы асыҡланды. Быны суд аша ғына юллап алып булыуын асыҡлағас та, иң тәүгеләрҙән булып, ярҙам һорап, яҡташыбыҙ, адвокат Һөйөндөков Илнур Варис улына мөрәжәғәт иттем. Ул, һәр вакыттағыса, тыныс ҡына тыңлап, тулыһынса суд эшен үҙ өстөнә аласағын һәм бер тин сығымһыҙ ярҙам итеүе тураһында белдерҙе. Әлбиттә, был эште башлар ебәреүе бик ауырға тура килде. Бер туған һеңлеләре Санияның ныҡышмалығы, яҡташыбыҙ Рәмзиә Кәримова менән минең күҙәтеү аҫтында, бөгөнгө көндә ер документын суд ҡарары менән Ҡунаҡҡолов Рәфис исеменә күсерә алдыҡ. Бөтә ауырлыҡтар артта ҡалғандай тойолдо. Ошо оло эште аҙағына тиклем алып барып, әйткән вәғәҙәһендә тороп, егеттәрҙән бер тин дә аҡса алмай ярҙам иткән Илнур Һөйөндөковҡа, "Афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ. 
Хатта егеттәрҙең юл сығымдарын, йөрөүен уйлап, өс тапҡыр үткәрелгән судҡа бер генә тапҡыр барыуҙы хәл итте. Ошо изге эштә, бөтә булған документ эштәрен ентекләп, тикшереп алып барған, үҙ эшенең оҫтаһы Рәхимов Юламанға, яҡташыбыҙ - Яңы Балапан ауылы егете, адвокат Һөйөндөков Илнурға егеттәр һәм шәхсән үҙемдең исемдән оло рәхмәтемде белдерәм!
Артабан да, яуаплы эшегеҙҙә һеҙгә еңеллек, һәр ваҡыт шулай кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлап, ғәҙел, тоғро хөкөм сығарыуҙа сарыф иткән көсөгөҙҙөң, ыңғай баһаларын күреп, ҡыуаныста-именлектә эшләргә, йәшәргә яҙһын!
Егеттәрҙе ҡыуандырған изгелегегеҙ, үҙегегеҙгә мең сауап булып ҡайтһын! Амин!" - тип яҙҙы Идиә Ғәлимова.

Беҙ ҙә Ҡунаҡҡоловтарҙың шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ һәм артабан йорттарына тиҙерәк "зәңгәр ут" үткәреүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Фото һәм текст сығанағы: Идиә Ғәлимова.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас