Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 17:30

"Был проблеманы ла яйлап хәл итәсәкбеҙ"

Баҡсасылар ширҡәттәренең иң ҙур бәләһе хәл ителә башланы

"Был проблеманы ла яйлап хәл итәсәкбеҙ"
"Был проблеманы ла яйлап хәл итәсәкбеҙ"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул баҡсасылар өсөн мөһим.

“Вәғәҙә иткәнсә, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы ремонтлай башланыҡ.

Тиҫтәләгән йылдар баҡсасылар ширҡәттәре үҙҙәренең тормошо менән йәшәне, яҡтылыҡ, газ, юлдар менән проблемаларҙы үҙҙәре хәл итә йәки хәл итмәй килде. Һәм тиҫтәләгән йылдар дауамында халыҡтың власҡа мөрәжәғәт иткән проблемалары йыйылды. Ошо тема буйынса социаль селтәрҙәрҙә генә йөҙҙәрсә мөрәжәғәт.

Апрель айында үткән SMART-баҡсасы форумында баҡсасылар ширҡәттәренә инфраструктура менән ярҙам итергә һөйләшеп килештек. Бының өсөн 100 миллион һум бүленде, уларҙың яртыһы – юлдар һалыуға һәм тергеҙеүгә. Был баҡсасыларыбыҙҙың төп ихтыяждарының береһе булды.

Был фотоларҙа – Иглин районы. “Шишмә” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә яңы юлдан тыш, мәктәп автобусы өсөн әйләнеш майҙансығы һәм туҡталыш барлыҡҡа киләсәк. Был бик мөһим – баҡсасылыҡ ширҡәтендә 1000-дән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 100-ө – уҡыусылар.

Иглин районында ремонтланған тағы бер юл бер юлы өс коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә – “Липки”, “Калинки” һәм “УМПО-24”-кә алып бара. Август аҙағына тиклем уға ваҡ таш түшәйәсәктәр. Дөйөм алғанда, бында 900-гә яҡын баҡса участкаһы урынлашҡан. Был юлды М-5 федераль трассаһынан кәрәк булған осраҡта урау юл итеп файҙаланырға мөмкин.

Быйыл республика буйынса барлығы коммерцияға ҡарамаған 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү юлдарын ремонтлау күҙаллана. 2023 йылда яңы исемлекте әҙерләп раҫларбыҙ. Был йүнәлештә эштәр күп, бер йылға ғына түгел. Яйлап, был тармаҡта тәртип булдырырбыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: