Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 19:30

Еңеүселәр октябрҙә билдәле буласаҡ

112 коммерцияға ҡарамаған ойошма республика Башлығының йәштәр сәйәсәте буйынса гранттарына дәғүә итә

Еңеүселәр октябрҙә билдәле буласаҡ
Еңеүселәр октябрҙә билдәле буласаҡ

11 июлдән 10 авгусҡа тиклем Башҡортостан Башлығының гранттар фонды Башҡортостан Башлығының йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул ителде. Конкурсҡа йәштәр ойошмаларынан 112 проект килгән. Улар араһында республиканың ҙур йәштәр ойошмалары: Рәсәй студенттар отрядтары, Шаяндар һәм отҡорҙар клубы, Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы, Юғары уҡыу йорттары студенттарының профсоюз ойошмалары, Йәш армия, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Рәсәй йәштәр союзы, Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Рәсәй йәш ғалимдар союзы, Өфө ирекмәндәре ассоциацияһы, Башҡортостан пионерҙары һәм башҡалар. Конкурсанттар проекттарының дөйөм суммаһы 132 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта конкурстың дөйөм бюджеты - 20 миллион һум.

Йәштәр йәмәғәт ойошмалары үҙ проекттары аша коворкинг үҙәктәр булдырыу, ҡатмарлы тормош шарттарында йәштәргә ашығыс психологик ярҙам күрһәтеүгә, йәштәрҙең ижади һәләттәрен һәм таланттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән арт-киңлектәр, медиаүҙәктәр, “Ышаныс телефоны” мобиль хеҙмәте асыу тәҡдимен индерҙе. Проекттарҙың байтаҡ өлөшө йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, студент берләшмәләрен һәм ирекмәндәр эшмәкәрлеген үҫтереүгә, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеүгә, фәнгә, мәғарифҡа һәм фәнни-техник эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс Фонд тарафынан тәүгә үткәрелде һәм уны йәштәр үҙҙәре тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары менән осрашыуҙа йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү өсөн махсус гранттар конкурсын уҙғарыу идеяһын хупланы.

Әле үк Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ғаризаларҙың конкурс талаптарына тап килеү-килмәүен тикшерә башланы. Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙең исемдәре октябрь башында билдәле буласаҡ.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: