Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 16:00

Ир тыуған илендә, ат туйған ерендә

 8 августа башланған бәйге 19ында тамамлана. Ҡаңны-Төркәй ауылы өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар!

Ир тыуған илендә, ат туйған ерендә
Ир тыуған илендә, ат туйған ерендә

“Башҡортостан” республика гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан иткән “Ауылым – алтын бишегем” конкурсы әүҙем дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 августа башланған бәйге 19 августа тамамлана. Аҙаҡтан иң күп тауыш йыйған өс ауыл асыҡлана.

Конкурста ҡатнашыусылар араһында Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы ла бар. Сәрмәсән йылғаһы буйында урынлашҡан был ауылда Хәким Ғиләжев, Миҙхәт Ғәйнуллин, Факиһа Туғыҙбаева, Альберт Ҡотошов, Фәниә Чанышева, Ғәли Ғатауллин һәм башҡа билдәле шәхестәр тыуған.

– Тыуған ерем – тыуған тупрағым тигәндәй, ауылда төпләнеп, матур итеп донъя көтөүселәрҙең булыуы шатлыҡлы, – тип һөйләй Ҡаңны-Төркәй ауылы хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев. – Ошо уңғандар ауылда тырыш һәм сәмсел сифаттары менән бүтәндәргә өлгө күрһәтә.

Ҡаңны-Төркәйҙә беҙ ҙә булғаныбыҙ бар. Ул нимәһе менән иҫтә ҡалды? Бында халыҡтың ихласлығы һәм ҡунаҡсыллығы хайран итте. Йорттар заманса ҙур итеп һалынған, бөтә уңайлыҡтары тыуҙырылыуы менән улар ҡала фатирынан һис тә айырылмай. Ир тыуған илендә, ат туйған ерендә тигәндәй, Ҡаңны-Төркәйҙә төпләнеп, ир-аттың үҙ эшен асыуы маҡтауға лайыҡ.

Фото: http://kanly-turkeevo.ru/.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: