Йәмғиәт
12 Август 2022, 07:20

Бәхетһеҙлек бәхетле иткән

Уларҙы уртаҡ яҙмыш ҡауыштырған.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында хуш күңелле, алсаҡ Хәсәновтар йортонда ҡунаҡтамын. Хужабикә йүгереп йөрөп сәй әҙерләй, Шамил Ҡәҙим улы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Көйөргәҙе районы ойошмаһы рәйесе булараҡ, һалмаҡ ҡына итеп эше тураһында һөйләй. Һаулыҡтары самалы булһа ла, улар төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында  әүҙем ҡатнаша. Туристик слеттарға йөрөйҙәр, бильярд, теннис, шашка, шахмат уйнарға яраталар.

Наилә Камил ҡыҙы – Көйөргәҙе районы­ның мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе. Ойошма ағзалары Морапталда, Яҡшембәттә, Күмертау ҡалаһында дини темаға саралар ойошторған. Күптән түгел Көйөргәҙе районында “Яулыҡ – тыныслыҡ билдәһе” халыҡ-ара фестивале барышында “Башҡорт халҡының йолалары” темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылған. Фестивалде ойоштороу­сыларҙың береһе булараҡ, Наилә Хәсәнова: “Дин һәр саҡ изгелеккә өйрәтә. Тик изгелекле эштәре һәм ниәттәре генә кешене биҙәй. Шуға күрә мәсеткә балалы йәш ғаиләләрҙең күпләп йөрөгәненә шатмын. Был хәҙерге заман йәштәренең аңлы рәүештә дингә килгәне хаҡында һөйләй. Беҙ йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ”, – ти.

Көйөргәҙе мөслимәләре Ермолаевкалағы ҡарттар йортонда ла булған. Улар менән барған мәктәп уҡыусылары ололарға үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәр тап­шырған. “Унда балалары ҡарарға теләмәгән ҡарттар күп. Эргәләрендәге изге йәнле аҡ халатлы кешеләрҙән тыш, улар бер кемде лә күрмәй тиерлек. Уҡыусылар бәләкәй генә бүләкте биргәндә, ололарҙың йөҙҙәре балҡып, һүнгән күҙҙәре янып китте”, – ти Наилә Хәсәнова.

Яҡын кешеңде йылдар буйы осратмауың мөмкин. Үҙ яртыңды табыу – үҙе бер мөғжи­зә. Йәш саҡта осратмаған мөхәббәтең олоғайған көндә лә ишегеңде килеп шаҡыуы бар. Ә Наилә менән Шамилға бер-береһен табырға яҙмыш үҙе ярҙам иткән. Көтмәгәндә. Уйламағанда.

Бәхетһеҙлек арҡаһында бәхет яулаған йәндәр улар. Әгәр Шамил аяныслы бәләгә тарып, ауыр хәлдә ҡалмаһа, шунан  тешен ҡыҫып, барлыҡ ихтыярын йыйып аяҡҡа баҫмаһа, бәлки, бәхет ҡошо уның яурынына ҡунмай, артабан осоп китер ине.

Һыу һөлөгөндәй, көсө-дәрте ташып торған 27 йәшлек ир-егет 1992 йылда эш урынында ике аяғын юғалта. Асман түңкәрелгәндәй, донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй була. Башында әллә күпме ауыр уйҙар сырмала, тормошоноң йәме китә. Алдағы ғүмер төпһөҙ баҙ кеүек тойола. Уның шул саҡтағы кисерештәрен Хоҙай белә һәм үҙе. Бәхеткә күрә, Шамил үҙенең көслө рухы менән был ауыр осорҙо үткәреп ебәрә. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә уға дин ярҙам итә. Ир намаҙға баҫа, Аллаһҡа яҡынайыу хәсрәттәрҙе тарата...

Эштә йәрәхәт алғандан һуң Шамил протез йүнләп ала. Донъя көтә, бер үҙе улын да, әсәһен дә ҡарай. Эшҡыуар ҙа була, аяҡ кейемдәрен дә ремонтлай. Йомошо төшөп, Пенсия фондына йыш килә. Үҙенә документтар  йүнләп биргән мөләйем ҡатынға, Наилә ханыма, күҙе төшһә лә, өндәшергә баҙнат итмәй оҙаҡ ҡына йөрөй. Ниһайәт, батырсылыҡ итеп, бер мәл Яңы йылды бергә ҡаршыларға тәҡдим итә. Байрам шул тиклем матур үтә! Өсөнсө көнөнә Наиләнең тыуған көнөн үткәреп ташлайҙар, ә 5 ғинуарҙа никах уҡыталар. Ваҡиғаларҙың шулай йәшен тиҙлегендә барғанынан ҡаушаған Наиләне Шамил: “Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн сценарий яҙған икән, ҡаршылашмайыҡ”, – тип йыуата. Уларҙың балалары ла бер-береһе менән килешә, икеһе лә 1988 йылда тыуһа ла, үҙҙәрен бер туған ағалы-һеңлеле итеп тоя.

Наилә ханым беренсе инсультты кисергәс, үҙенә намаҙға баҫырға вәғәҙә бирә. Әммә икенсегә аяҡтан йыҡҡан көслө инсульттан һуң хәтере насарая. Дини китаптар алып уҡый, доғаларҙы ятлай, тик иҫтә ҡалмай. Шунда үҙе күптән намаҙҙа булған Шамил: “Иң тәүҙә “Фатиха” сүрәһен өйрән. Ҡалғаны үҙе китә ул”, – тип кәңәш бирә.

Ауыр һынауҙар аша бер-береһен тапҡан һоҡланғыс парға артабан да бер-береһенә терәк булып, ҡыуанып ҡына йәшәргә яҙһын.

-  Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Көйөргәҙе районы

Читайте нас