Йәмғиәт
12 Август 2022, 07:22

Балалар тип йәшәй ул

Уның күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй.

Ғәзим Талипов фотоһы.Ғәзим Талипов фотоһы.
Фото:Ғәзим Талипов фотоһы.

Балтас районының Түбәнге Ҡарыш ауылында йәшәгән Наза Баһауетдинова – ошо төбәктә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән 103-сө әсә. Районда үткән “Чемпиондар парады”нда район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ошо бүләкте Наза Мәғзүм ҡыҙына тапшырғайны.

Наза Мәғзүм ҡыҙы – Ҡыҙылкүл ауылынан. Иптәше Фәдис Ғәзинур улы Анновка ауылында тыуып үҫ­кән. Рәлиә менән Ғәзинур Ба­һа­ует­диновтар ғаиләһендәге ике ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер малай Фәдискә, хәрби хеҙмәткә алынып, ул ваҡыттағы ике йыллыҡ хеҙмәт­тең йыл ярымын Чечен ерендә үтергә тура килә. Бөгөн ҡораллы бәрелештәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнаш­ҡан ветеран вахта ысулы менән Башҡортостан райондарына йөрөп эшләй.

Наза менән Фәдис Баһаует­ди­новтар, Түбәнге Ҡарыш ауылында төпләнеп, биш һылыу ҡыҙға ғү­мер һәм тәрбиә биргән. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә әсәһе юлынан атлаған, Өфө иҡтисад-сауҙа колледжын тамам­ла­ғандан һуң Се­берҙә эшләй, Альбина әлегә шул уҡ уҡыу йортонда белем ала. Алина Үрге Ҡарыш урта мәктәбенең – V, Аделина II класында белем ала. Камила ауыл­дағы “Смешарики” балалар баҡса­һына йөрөй.

“Йәйғор” ҡулланыусылар йәм­ғиә­тенең Түбәнге Ҡарыш ауылы магазины һатыусыһы, йорт тулы мал-тыуар аҫраған Наза ханым иртә таңдан йорт мәшәҡәттәренә күмелә.

– Балалар ишле булғас, рәхәт. Ҡул араһына инәләр, һәр эштә ҙур ярҙам­сыларым, – ти бәхетле әсә.

Ә олоғайған көнөндә улы, килене, ейәндәре хөрмәтен татып йәшәгән әсә, ҡәйнә, өләсәйҙең һөйөнөсө айырыуса ҙур.

– Бер үк иҫән-һау булып, балаларын үҫтереп, игелектәрен күр­һендәр, – тип әңгәмәгә ҡушылды күп балалы әсәнең ҡәйнәһе Рәлиә апай. – Егерме биш йыл ауылдағы участка дауаханаһында санитарка булып эшләнем. Иптәшем 23 йыл шул уҡ дауаханала тракторсы булды. Хәҙер йыш ауырыйбыҙ, икебеҙ ҙә дауаханаға ятып дауаланабыҙ. Балалар янда булғас, уңайлы. Киләләр, хәл беләләр, ярҙамла­шалар. Ғаилә байрамдарын балалар, ейәндәребеҙ менән йыйылышып үткәрәбеҙ. Донъяла тыныслыҡ булһын!

Биш балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып үҫкән Наза Мәғзүм ҡыҙы сабыйҙарын кесе йәштән хеҙмәт һөйөргә, тыңлаусан булыр­ға, заман үҙгәрештәре алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ кешеләр итеп тәрбиә­ләргә тырыша. Әлбиттә, ғаилә башлығы – ир кеше, атай һүҙе, атай кәңәше һәр ваҡыт өҫтөн, уның урыны түрҙә.

– Балалар барыһы ла бергә йыйылғанда, йортобоҙға байрам төҫө инә. Балалар тип йәшәйбеҙ. Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа. Ишле балалы булыу һис кенә лә ауыр йөк түгел, – ти Наза Мәғзүм ҡыҙы.

Районда ошондай лайыҡлы ғаиләләр һаны артҡандан-арта.

-  Аида ХӘЙРЕТДИНОВА

Балтас районы

Читайте нас