

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы барлығы тураһында хәбәр итте.
“Быйылғы йәйҙән йорт төҙөр йәки һатып алыр өсөн бирелгән таныҡлыҡты ипотекаға беренсе иғәнәне түләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уны шулай уҡ төп бурысты йәки проценттарҙы ҡаплау маҡсатында файҙаланып була”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр йорт төҙөр өсөн ер участкаһына ғына дәғүә итә ала ине. Республика халҡы һорауы буйынса был сара киңәйтелде. Ергә мохтаж булмағандар, әммә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр 250 мең һум күләмендә аҡса алыу хоҡуғына эйә.
“Был хеҙмәт халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. 2020-2021 йылдарҙа 100 миллиондан ашыу һумға торош иткән 600 таныҡлыҡ тапшырҙыҡ. Ағымдағы йылда был мөмкинлектән 2016 йылдың 31 декабренән сиратҡа торған бар граждандар ҙа файҙалана ала. Ошо маҡсатта бюджеттан тағы 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған, программа тормошҡа ашырылған һайын сумма ла артасаҡ”, – тип яҙған Премьер-министр.
Бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу мәсьәләһе буйынса урындағы муниципалитетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Айһылыу НИЗАМОВА