

Ҡайһы саҡта тынғылыҡ бирмәгән һөнәремә рәхмәт тә әйтеп ҡуям: ҡайҙа ғына илтмәй ҙә, ниндәй генә һоҡланғыс кешеләр менән осраштырмай?! Ә инде улар янына оҫта ҡуллы һөнәрмәндәрҙе лә өҫтәгәндә...
Һөнәргә атай-олатайынан өйрәнгән
Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ата-бабаларҙың шөғөлөнә тоғро ҡалып, элекке һөнәрҙәрҙе үҙ итеп ат егер өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталарҙы осратырға тура килде. Йүгәндәренән әле дегет еҫе лә кибеп бөтмәгән, ышлыя-ҡамыттары ялтырап торған, ыңғырсаҡ, эйәр, нуҡта, дилбегә, ҡамсы, сыбыртҡы эшләгән оҫталар, сана, кашауай, тарантас яһаусылар, дуға бөгөүселәр, даға һуғыусылар менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.
Бындай оҫталар Баймаҡ районында байтаҡ булып сыҡты. Шуларҙың береһе Рәмил Әлмөхәмәтов – Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, маһир һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.
– Сананың табанына йүкә ағасын файҙаланам. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам. Ат көткәс, көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егер өсөн кәрәк-яраҡты ла үҙем эшләйем. Уларҙы ҡасандыр олатай-атайымдан өйрәнеп ҡалһам, бөгөн был шөғөлөмдө улдарыма өйрәтәм. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, ат йәнле ул, – ти Рәмил Оморҙаҡ улы.
Мерәҫ ауылынан Зәбир Рәхмәтуллин бик үҙенсәлекле ҡамсы эшләгән. Уның һабы – илектең тояғынан, тиреһен эшкәртеп ҡулланған. Шулай уҡ сыбыртҡы, йүгән, эйәр эшләү буйынса ла оҫтаның тәжрибәһе етерлек.
Сергетыш эшләү оҫталары
Билдәле булыуынса, башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы булған атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарын биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән. Шуға күрә фестивалдә сергетыш оҫталарының да ҡатнашыуы ғәҙәти хәл булды.
Сергетыш – аттың эйәре аҫтына һалына торған әйбер йәки үңдек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән туҡылған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланылған. Һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәр тарафынан һәр райондың үҙенә хас булған өлгөләр тергеҙелеп, уға заманса биҙәктәр өҫтәлә барыуы ҡыуандыра. Был юлы ла сергетыш эшләп, уларҙы күргәҙмәгә алып килеүселәр күп ине. Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһынан килгән оҫталарҙың береһенән-береһе матур япмалары барыһын да һоҡландырҙы.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн сергетыштар айырым була икән. Был айырманы аңлатып, Бөрйән районының “Кәрәҙ” клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина оҫталыҡ дәресе бирҙе. Тап улар “Башҡорт аты” фестивалендә йылҡы малы өсөн сергетыш яһаған оҫталар араһында үткән ярышта беренсе урынды яуланы.
Баймаҡ районынан “Хазина” төркөмө етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, конкурсҡа улар етди әҙерләнгән. Төркөмдөң 15 ағзаһы ла төрлө биҙәктәр һалып сергетыш әҙерләгән, күмәкләшеп “Башҡорт аты”на ат һүрәте төшөрөлгән кейеҙ ҙә баҫып өлгөргәндәр.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова быуындан-быуынға тапшырыла килгән, бер быуаттан ашыу тарихы булған сергетыш алып килгән. Ҡәҙерле ҡомартҡыны өләсәһе Хазина әсәһе Файзаға тапшырған, хәҙер ул – Хафиза Баязитованың иң ҡәҙерләп һаҡлаған әйбере.
– Ысынлап та, был ҡомартҡы бик ҡәҙерле һәм тарихи. Белеүегеҙсә, элек ҡатын-ҡыҙ атта һыбай йөрөгәндә эйәр ҡулланмаған, ә бына ошо сергетыштарҙы һалып ултырыр булған. Шуға күрә уны һәр кем, йомшаҡ һәм уңайлы булһын өсөн, йөндө иләп, кейеҙ һуғып эшләгән. Бына, ҡарағыҙ әле, – ти ул, – был сергетыштың өҫтө бәрхәт менән уратылған, тамбурлы сигеү ҙә һалынған, йөндән матур суҡтар эшләнгән. Ҡараған һайын шул тиклем оҫталыҡ менән яһалған өлгөгә һоҡланам. Боронғолар ысынлап һәр әйберҙе зауыҡ менән яһай белгән, сифаты хаҡында һүҙ ҙә юҡ, – ти Хафиза ханым.
Күп оҫталарҙың сергетыштары заманса биҙәктәр һәм билдәләр һалынып, үҙ ырыу тамғаларын сигеп эшләнгән. Заман үтеү менән боронғо әйберҙәр, ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлдәре онотола, юғала бара тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Бөгөн, киреһенсә, ата-бабаларҙың, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең кәсептәренә йөҙ борабыҙ, уларҙы өйрәнеп, заманға яраҡлаштырып эшләгән оҫталар ҙа күбәйә бара, был, әлбиттә, ҡыуандыра.
Әйткәндәй, республика Башлығы “Башҡорт аты” фестивалендә художество кәсепселәр оҫтаханаларында булып, уларҙың эштәре менән яҡындан танышҡандан һуң, халыҡ һөнәрселәренә дәүләт ярҙамы, төрлө гранттар биреү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Тимәк, киләсәктә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелһә, халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәренең дәррәү тергеҙелеренә ышаныс ҙур.
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы