Йәмғиәт
12 Августа 2022, 07:00

Бындай атайҙар - алтын терәк!

Саҡмағош районынан Юнир Бәҙретдиновтың өс балаһы ла мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, ә Бишбүләк районында йәшәгән Мансур Насрыевтың өс балаһы ла – көмөш миҙалға!

Бындай атайҙар - алтын терәк!Бындай атайҙар - алтын терәк!
Бындай атайҙар - алтын терәк!

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына үткәрелгән III республика конкурсының ойоштороу комитетына 160-тан ашыу заявка килгән. Конкурсҡа сентябрҙә һөҙөмтә яһала, ә наградлау тантанаһы Атайҙар көнөндә уҙғарыла. Еңеүселәрҙең һәр береһе “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе, Йәмәғәт палатаһы дипломдары һәм приздар менән бүләкләнә.

Конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар – хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр, фермерҙар, водителдәр, адвокаттар, нотариустар, спортсылар, урмансылар, эшҡыуарҙар... Заявка ебәргән ойошмалар ҙа байтаҡ: Башҡортостандың һуҡырҙар спорт федерацияһы, Сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге, ”Күңел асыуҙар академияһы” йәмғиәте, ”Ғаилә” психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы, Милли банк, ҡала һәм район биләмәләре хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары.

Конкурста ҡатнашҡан атайҙарҙың күптәре әүҙем тормош позицияһы биләй, араларында ауыл советы депутаттары, райондарҙың почетлы граждандары, ауыл старосталары бар. Әбйәлил районынан Бикбай Насырйәнов, мәҫәлән, “Аҡ тирәк” йәштәр ойошмаһын етәкләй, ә Сергей Мартынов - Өфөнән, республиканың Атайҙар советы президиумы ағзаһы. Улар араһында көрәш буйынса донъя чемпиондары (Өфө ҡалаһынан Рәдиф Аҡсурин), каратэ  һәм башҡа көнсығыш бәйгеләре буйынса ҡара билбауға эйә булғандар ҙа бар.

Кемдер хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, юғары наградалар менән бүләкләнгән, тырыш хеҙмәттәре, ҡаҙаныштары өсөн маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Салауат ҡалаһынан кикбоксинг буйынса тренер Сергей Данилов “Рәсәй Федерацияһының физик культура отличнигы”, ”Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура  һәм спорт хеҙмәткәре” исемен йөрөтә. Өфө ҡалаһынан спортсы, дзюдо буйынса спорт мастерлығына кандидат, Рәсәй чемпионы Илнар Ҡаһарманов хәйриәлек менән шөғөлләнеп, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән биш балаға ярҙам күрһәткән.

Ошондай терәк булырлыҡ атайҙарҙан балалары ла өлгө ала, матур тормош менән йәшәй, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Мәҫәлән, Саҡмағош районынан Юнир Бәҙретдиновтың өс балаһы ла мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, ә Бишбүләк районында йәшәгән Мансур Насрыевтың өс балаһы ла – көмөш миҙалға! Учалы районынан Абрар Хәйруллиндың  һәм Миәкә районынан Хәбир Янышевтың улдары һәләк булғандан һуң батырлыҡтары өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Өлгө алырлыҡ, ул-ҡыҙҙарын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән атайҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ теләйек.

Фото: семья-уфа.рф

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас