

Башҡорт ир-азаматын атһыҙ, ҡурайһыҙ, ҡымыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булмағандай, умартасылыҡтан айырып ҡарау ҙа мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр уға табышлы шөғөл итеп ҡараһа, икенселәр өсөн был – күңел талабы, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек, умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай.
Әбйәлил районында был өлкәгә иғтибар йылдан-йыл көсәйә. Үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңел ҡушыуы буйынса мәшғүл булғандарҙың артыуы районда ҡортсолоҡто үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шундай уңғандарҙың береһе Ринат Минһажев Салауат ауылында йәшәй. Бөгөн уның 20-нән ашыу умартаһы бар.
– Быйыл уңыш мул буласаҡ, бик матур итеп тәүге балды һығып та алдыҡ. Тәүҙә умарталарым йорт янында ултырҙы, әле йүкә урманына алып барҙыҡ, аҙаҡ кире ҡарабойҙай баҫыуы янына алып киләбеҙ. Бер йылда өс төрлө бал алыу мөмкинлеге бар, – ти тәжрибәле ҡортсо. – “Татлы” шөғөл булһа ла, ҡорт тотоуы еңелдән түгел. Күптәр умартасы һөнәренә еңел кәсеп тип ҡарай һәм тәрән яңылыша. Иртә таңдан тороп, кискә тиклем умарталар янынан ҡайтып инмәгән саҡтар ҙа була. Әммә күңелгә яҡын шөғөл булғанғалыр, күрәһең, мин бал ҡорттары менән мәж килеп, киреһенсә, кинәнес алам һәм ял итәм. Балды ашауы ғына рәхәт, ә уны етештереүе, ай-һай...
Мин бәләкәйҙән атайыма ҡорт ҡарашып, был эштең нескәлектәрен белеп үҫтем. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү нәҫелдән килә. Әле балаларым ярҙам итә, ҡатыным Эльвира Марс ҡыҙы – уң ҡулым.
Ринат Минһажев оҙаҡ йылдар мәктәптә балаларға физик тәрбиә дәрестәрен алып бара, йәш быуынды сәләмәт тормошто һәм спортты үҙ итергә өйрәтә. Уҡыусылары ла төрлө спорт ярыштарында оло еңеүҙәр яулай, ГТО нормативтарын уңышлы тапшыра. Ҡасандыр мәктәптәрҙә “Умартасы нигеҙҙәре” уҡытылған саҡта директор ҙур ышаныс менән был дәрестәрҙе уға тапшырып ҡуя. “Уҡыусылар ғына түгел, ауыл халҡы ла был яңылыҡты бик йылы ҡабул итте. Ир-егеттәр кис көнө дәрестәр үткәреүҙе үтенгәс, уларға түләүле курс та ойошторғайныҡ”, – тип ул саҡтарҙы хәтергә алды әңгәмәсем.
Бал ҡорттары кеүек үҙҙәре лә егәрле булғанға, ҡортсоларҙың өҫтәленән шифалы һәм татлы ризыҡ өҙөлмәйҙер, күрәһең. Һәр хәлдә Ринат Нуриәхмәт улы тап шундай: нәҙекәйбилдәр кеүек уңған, һәр эштән йәм һәм тәм табып йәшәй, сәләмәт тормош алып бара.
- Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы