Йәмғиәт
12 Август 2022, 08:02

Ендәр – беҙҙең арала

Улар менән күҙгә-күҙ осрашыуы ҡурҡыныс.

4stor.ru4stor.ru
Фото:4stor.ru

Күптән түгел генә булды был хәл. Ҡаланан ауылға ҡайтырға сыҡҡан кейәү менән һеңлем, ҡустым эҙһеҙ юғалды. Әлбиттә, күңелде шөбһә алды, бер аҙҙан полицияға мөрәжәғәт иттек. Ярай әле тегеләр икенсе көн төшкә ҡарай пәйҙә булды. Йонсоғандары йөҙҙәренә сыҡҡан ине.

Баҡһаң, тура сығабыҙ тип яңы­лыш юлдан киткәндәр ҙә аҙашып йөрөгәндәр икән. “Навигаторға ышанып киткәйнек, беҙ барған юл бер аҙҙан күренер-күренмәҫ кенә булып ҡалды. Телефон бәйләнеше лә өҙөлдө. Тиҙҙән ике тау араһында ағып ятҡан йылға буйына барып сыҡтыҡ. Уны кисеп сығабыҙ тип машинабыҙҙы ҡомға ултырттыҡ”, – тип һөйләне һеңлем үҙҙәре кисергән мажара тураһында. Йәй­гесә еңел генә кейенгән йәштәр кис еткәс өшөй башлай, үҙҙәре менән тәғәм ризыҡ алмағас, асыға. Әммә был мажараның башы ғына булған икән…

Тиҙҙән ҡараңғы ла төшә. “Шул ваҡыт яҡында ғына әллә ниндәй тауыштар ишетелә башланы. Иң тәүҙә беҙ, кешеләр йөрөйҙөр тип ҡыуанып, шул яҡҡа атлай биреп тә ҡуйҙыҡ. Әммә тауыш ҡуйы урман араһынан сыға – кемдер ихахайлап көлөп ебәрә, берәү илай, икенселәр әрләшә… Ә беҙ килгән юл буйында, исмаһам, бер ауыл, хатта кеше осрамағайны. Шуға күрә ҡотобоҙ осоп, кире машина эсенә инеп ултырҙыҡ та белгән генә доғала­рыбыҙҙы уҡый башланыҡ…” – ти был хәл тураһында йәштәр. Таң менән урманға барырға тип сыҡҡан һунарсы осрап, уларҙы ауылға тиклем оҙатып ҡуймаһа, был хәл нисек тамамланыр ине – билдәһеҙ.

Был ваҡиға олатайымдың әсәһе – йөҙйәшәр Хәҙисә өләсәйем­дең­ бәйән иткәндәрен хәтергә төшөрҙө. Ул сабый ғына саҡта бер хәл була. Ауыл урамына ендәр туйы килеп инә: ҡайһылары арбала ултырып бара, икенселәре малдарын ҡыуа, шар ҙа шор килгән тауыштары яңғырап тора. Үҙҙәре үтә күрен­мәле тиерлек була. Был хәлгә шаһит булған яҡындары өләсәйем менән өйгә инеп бикләнә һәм доға уҡый башлай. Баҡһаң, ендәр юлдарына осраған кешеләрҙе лә үҙҙәре менән алып китеү һәләтенә эйә икән. Хәҙисә өләсәйем, ҡыҙыҡ­һыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалғаны тураһында һөйләгәйне.

Киләһе ваҡиғаны иһә инәйем бәйән итте. Йәшлегендә әле, бер кистә ул әхирәтен күрергә тип сығып киткән. Урамдан барғанында тө­ҙөлә башлаған йорт һәм уға те­рәл­гән ҡойма араһында быҙау ҡыҫылып торғанын шәйләгән. Эй йәлләткес итеп баҡыра икән үҙе. Быны ысҡындырып ебәрергә ҡарар иткән, әммә яҡынлашыуы менән теге юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. “Күҙгә генә салынғандыр. Кисен нимә күрмәҫһең”, – тип үҙ-үҙен тыныс­лан­дырған да артабан юл тотҡан. Әхирәтенең өйө эргәһенә барып етһә, ихатала сеңләп-сеңләп теге­нең һеңлеһе илап ултыра икән. Йө­ҙөн ҡулдары менән ҡаплаған. “Рәшиҙә, ниңә илайһың, нимә булды?” – тип һораһам, был да ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Аяҡтарым ҡалтырып китте, ҡурҡышымдан өйгә йүгереп барып индем. Тегеләр иһә күмәкләшеп һин дә мин киске сәй эсергә йөрөй, Рәшиҙә лә яндарында. Хәлде һөйләп биргәс, күмәкләп кире оҙатып ҡуйҙылар. Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡа инем”, – тип һөйләгәйне ул.

Эйе, ошо һәм башҡа ваҡиғалар ендәр донъяһының да бар икәненә ышандырып ҡуя. Уларҙы дин дә инҡар итмәй. Баҡһаң, был заттар кешеләрҙе күреү һәләтенә эйә, ә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Ҡиәмәт көнөндә тап киреһе буласаҡ икән.

Ендәрҙән нисек һаҡланырға һуң? Төндә ен баҫмаһын өсөн йоҡ­лар алдынан “Аятел көрси”ҙе уҡыр­ға кәңәш ителә. “Йортта “Аятел Көр­си” булһа, унда Аллаһ Тәғәлә­нең рәхмәте инер”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт тә (с.ғ.с.) үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ҡөрьәндең иң һуңғы “Ихлас”, “Фәләҡ” һәм “Нәс” сүрәләрен уҡыу ҙа ҡара көстәрҙән һаҡлар. Әлбиттә, һәр эште “бисмиллаһ” менән башлау зарур.

 

- И. АМАНОВ

Читайте нас