Йәмғиәт
12 Август 2022, 07:31

“Эшемде балаларым дауам итһен ине”

Мәләүез эшҡыуары киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр  райондың шул төбәкте  күтәрерлек егәрле, тырыш кешеләре була. Мәләүез тарафтарында ла ғорурланырҙай йүнселдәр аҙ түгел. Районға юл төшкәндә быға инанып ҡайттыҡ.

Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен ойоштороп, яҡшы һө­ҙөмтәләргә өлгәшкән  Осман Османовты йәшелсә баҫыуында тап иттек. Әйткәндәй, ул атаһының эшен  дауам итә. 1990 йылдарҙа атаһы Магомед Османов Дағ­стандан Башҡортостанға ғаиләһе  менән күсеп килә, ул ваҡытта Османға ни бары  биш йәш тирәһе була.  Ул ошонда буй еткерә, белем ала. Атаһы крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, эш башлаған мәлдәрен дә бәләкәйҙән күреп-өйрәнеп үҫә. Ә инде армиянан ҡайтҡас,  ғаиләнең  ныҡлы таянысына әүерелә. Ситтән тороп Баш­ҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.

Ике йыл элек үҙе лә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторһа ла, эште улар  бергә алып бара. Бары тик ҡайһы бер  йүнәлештәре генә айырыла. Мәҫәлән, Османдың төп шөғөлдәренең береһе – салат үҫтереү. Был үҫентенең тәүге партиялары  июндә үк йыйып алынған. Ғөмүмән, йәшелсәләр  ярайһы уҡ ҙур майҙанды биләй, кәбеҫтә генә 20 гектарҙа үҫә. Кишер, ҡыҙыл сө­гөлдөр, картуф та  бар. Үрсетмәләр өсөн теплицалар ҡорғандар. Үҫтерелгән уңыш Башҡортос­тандан тыш Татарстанға, Төмән яҡтарына ла оҙатыла. Элекке картуф һаҡлау бинаһын һатып алып, әлеге көндә уны  яңыртыу буйынса ҙур ғына мәшәҡәттәргә күмел­гәндәр. Бында йәшелсә һаҡлағыс урынлашасаҡ. Шулай уҡ яйлап техника алыу хәстәрен дә күрәләр.

– Быйыл ямғыр яуыуы менән ҡулай  булды. Тәүге тапҡыр сәсеү миҙгелендә үҫентеләргә һыу һип­мәнек. Һыу ҡулайламаларын яҙын бөтөнләй ҡулланманыҡ. Ләкин икенсе яғы ла бар – быйыл уңыш­тың мул булыуы йәшелсәгә ихтыяжды  кәметәсәк, – тип эштең төрлө яҡтарын билдәләне әңгәмәсем.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең яҡта йә­шел­сә үҫтерер өсөн мөмкин­лек­тәр­ҙең киң булыуын да иғтибарға алды.

Башҡортостандың  ҡеүәте бик ҙур. Йәшелсәселек менән шөғөллә­нәм тиһәң, тупрағы ла уңдырышлы, һыу менән дә бер ниндәй проблема юҡ. Эргәлә генә ҡалалар урынлашыуы иһә  һатыу өсөн отошло.

Районда  Османовтарҙың ҙур йәшелсәселек хужалығы урындағы халыҡты  эш урындары  менән тәьмин итеү йәһәтенән  дә ярҙам итә. Шөғөлһөҙ ултырырға теләмә­гәндәргә уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк. 

Бары тик хеҙмәт аша уңыш­ҡа юл асылғанын был ғаилә  өлгөһөндә  күрәбеҙ. Осман үҙенең киләсәген  Башҡортостан менән бәй­ләй. Өйләнеп, йорт һалып, ҡатыны менән балалар үҫтереп, тырышып донъя көтә.

– ­Ошо республикала  үҫкәс, миңә ул тыуған ерем кеүек яҡын. Тормошомдо башҡа урында  күҙ алдына ла килтермәйем. Ваҡыт бик тиҙ үтә, әле генә атайыма  ярҙам итеп йөрөһәм, хәҙер үҙем дә ныҡлы эш алып барам. Киләсәктә ба­лаларымдың да минең юлымды дауам итеүҙәрен теләйем,  – тине Осман Османов.

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Мәләүез районы

Читайте нас