Йәмғиәт
12 Август 2022, 10:35

Өфө районында янғын һүндереү часы асылды

Ирек Сәғитов Өфө районындағы яңы янғын һүндереү часын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Өфө районында янғын һүндереү часы асылдыӨфө районында янғын һүндереү часы асылды
Өфө районында янғын һүндереү часы асылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, йәғни, 12 августа, Өфө районының Булгаков ауылында янғын һүндереү часы өсөн яңы ҡоролманы рәсми асыу тантанаһы булды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.

Вице-премьер республикала 2030 йылға тиклем Янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте.

- Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөгөн Булгаков ауылында янғын һүндереү часын астыҡ. Яңы бүлексәнең яуап биреү зонаһына Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары тораҡ пункттары ғына түгел, ә байтаҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәре лә инде. Бынан тыш, янғын часы хеҙмәткәрҙәре Р-240 федераль автотрассаһында юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк, - тип хәбәр итте Ирек Сәғитов.

Бүлек республикала ҡулланылыш тәжрибәһе булған пневмокаркас модулен файҙаланып төҙөлгән. Был - тиҙ төҙөлгән ҡоролмалар технологияһы ҡулланылған дүртенсе объект.

Шул уҡ ваҡытта Булгаков ауылында янғын һүндереү часы өсөн ҙур заманса бина төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Әлеге ваҡытта проектлау тамамлана, бынан һуң объектты республиканың адреслы инвестиция программаһына индереүгә заявка ебәреләсәк.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас