Йәмғиәт
12 Август 2022, 06:10

Хеҙмәтләндереү яҡшырасаҡ

colossal1. cactusthemes.comcolossal1. cactusthemes.com
Фото:colossal1. cactusthemes.com

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Табипҡа яҙылыу” хеҙмәтен яңыртасаҡтар. Һөҙөмтәлә унан файҙаланыу уңайлыраҡ буласаҡ, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Хеҙмәтте яңыртыр өсөн “Мәғлүмәттәр витринаһы”н файҙаланалар. Ул һанлы хеҙмәт­тәрҙең ҙур экосистемаһын ойош­торғанда ҡулланыла. Был “Һанлы иҡтисад” милли программаһы буйынса алып барыла. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко төбәктәр башлыҡтарына “Та­бипҡа яҙылыу” хеҙмәтенә төбәк мәғлүмәттәр витринаһы ойошторорға һәм йыл аҙағына тиклем уларҙы дәүләт хеҙмәттәренә тоташтырырға ҡушты.

Башҡортостан уңайлы витриналарҙы эшләүҙе йыл башында атҡара башланы. Республикала йәшәгән кешеләр үҙаллы һәм балаларын да табипҡа ҡабул итеүгә яҙҙыра ала. Дәүләт хеҙмәттәренән тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 122 телефоны аша, поликлиника регистратураһында, doctor.bashkortostan.ru порталында йәки “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин.

 

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас