Йәмғиәт
12 Август 2022, 07:41

Иҫке Ҡороста тормош көйлө

Төбәк малсылыҡ, игенселек, үҫемлекселек өсөн уңайлы.

Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфаҡ МаннаповИҫке Ҡорос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфаҡ Маннапов
Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфаҡ Маннапов

Республиканың ҡайһы районында  булһаң да, ундағы тырыш кешеләр менән аралашып, егәрлеләрҙең матур йәшәгәнен күреп, ҡыуанып ҡайтаһың. Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһендә лә өлгөлө тормош рәүешен алып барған, изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырған халыҡ йәшәй, шулай уҡ уңышлы эшләгән хужалыҡтар ҙа байтаҡ. Был яҙмабыҙ ошо хаҡта  булыр.

Егәрлеләр матур йәшәй

 

Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһе башлығы Илфаҡ Маннапов беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Ул урындағы халыҡты яҡшы белә, сөнки үҙе лә ошо райондың Ҡатай ауылында ты­уып үҫкән, ғүмер буйы үҙ еренә тоғро хеҙмәт итә.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Туймазы һөнәрселек училищеһында белем ала. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, уҡытыусылыҡҡа уҡырға юллана.

– IX кластан тарих һәм инглиз теле уҡы­тыусыһы булырға хыялландым. Мәктәптә инглиз теле уҡытылмағас, аудиокассеталар тыңлап, үҙаллы өйрәндем, – ти Илфаҡ Мөсәллим улы.

Шулай итеп, ул 1988 йылда Башҡорт дәү­­ләт педагогия университетында әҙерлек курсы үтә, бер йылдан инглиз теле уҡытыу­сыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. “Армиянан ҡайтҡан ир-егет эшләп уҡырға тейеш”, – тип 1991 йылда ситтән тороп уҡырға ҡарар итә, шуға ла тарих факультетына күсә һәм, ауылға ҡайтып, башланғыс кластарҙа тәрбиәсе, һуңынан уҡытыусы булып эшләй. Шулай уҡ 1995 йылда юғары уҡыу йортон да тамамлап ҡуя.

Үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтеп өлгөргән Илфаҡ Мөсәллим улына оло ышаныс белдереп, 2002 йылда Иҫке Ҡорос урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр, ә ин­де 2016 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың мәғариф алдын­ғы­һы” билдәһе, Рәсәй Ауыл хужалығы минис­тр­лығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.   

Ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әйткәндәй, Резида Венир ҡыҙы ла башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап тырыш. Улдары Илдар ике юғары белем алған, әле “Газпром” предприятиеһында эшләй. Ҡыҙҙары Эльвина – Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарих факультетының II курс студенты, ата-әсәһенең юлын дауам итергә уйлай. Ғөмү­мән, Маннаповтар ғаиләһе ауылдаштары өсөн бар яҡлап та өлгөлө булып тора.

– Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йыл башына ҡарата бөтәһе 2362 кеше теркәүҙә тора ине. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар, керәшендәр һәм башҡалар татыу йәшәй. Ауыл биләмәһендә бар уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ғөмүмән, теләгән һәр кеше үҙенә шөғөл таба ала, – ти ауыл хакимиәте башлығы.

Әгәр юлдар ҙа сифатлы булһа, Иҫке Ҡо­роста бөтәһе лә яҡшы булыр ине. Әйткәндәй, беҙ барғанда ямғырҙан һуң ҡайһы бер ауылдарҙың урамдары батҡаҡҡа әйләнгәйне.

– Тормош беҙ теләгәнсә ал да гөл түгел шул. Әле беҙҙе юл мәсьәләһе борсой – ямғыр ваҡытында, яҙлы-көҙлө бысраҡтар булғанда, урамдар үткеһеҙгә әйләнә. Ауыл биләмәһенә 11 ауыл ҡарай, йыл һайын улар­ҙа юл фонды иҫәбенә өс километр оҙонло­ғонда урамдарға ҡом-ҡырсынташ ҡатнашма­һын түшәйбеҙ. Әммә юлға түшәгән материал­дың составы насар, шуға ла ул ямғыр ваҡытында иҙелеп, батҡаҡ булып ята. Беҙҙә башҡа түшәрлек сифатлы ҡырсынташ юҡ – төп мәсьәлә шунда, – тип аңлатты был хәлде Илфаҡ Мөсәллим улы.

Мәғлүм булыуынса, әле 11 ауылдың дүр­те­һенә генә зәңгәр яғыулыҡ инмәгән. Сәбәбе  ябай – кеше аҙ йәшәй. Әле Яңы Гусевта – бер, Яңы Останковта – ике, Ҡороста – 27, Мунсайылғала 17 кеше иҫәптә тора, уларҙың бөтәһе лә теркәлгән өйҙәрендә көн итмәй, ә ситтәләр. Быйыл Иҫке Ҡороста – биш, Кил­кабыҙ ауылында дүрт кеше махсус програм­ма буйынса йорттарына газ тоташ­тырырға теләк белдергән.

Ауыл биләмәһендә 16 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, улар уңышлы эшмәкәрлек алып бара, күбеһе ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

– “Агро-Ресурс” йәмғиәтенең беҙҙең ауыл биләмәһенә килеүе йәштәргә дәрт өҫтәне: эш булғас, улар ауылда төпләнә башланы. Уларға төҙөлөш өсөн ер бирелә. Дүрт ғаилә социаль программа буйынса йорт һалыуға субсидия алды. Шәхси предприятиелар, ғаилә фермалары асалар, гранттар алалар. Шәхси хужалыҡтарҙа малды күпләп тоталар. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ. Мәҫәлән, Илдус Нәбиев 200-ҙән ашыу умарта тота, шулай уҡ 20 – 40 күсе булғандар күп, – ти  Илфаҡ Мөсәллим улы.

Ысынлап та, Баҡалы ере малсылыҡ, иген­селек, үҫемлекселек өсөн уңайлы, бары иренмәй эшләп, файҙаһын күреп йәшәргә генә кәрәк. Һәр ерҙә лә уңғандар матур донъя көтә.

 

Беҙ бында эшләргә килгәнбеҙ

 

Руслан Салауат улы Дәүләтшин, Владимир Николаевич Нор етәкселегендәге “Агро-Ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Баҡалы районында 2014 йылда эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрә.

Бөгөн иһә хужалыҡ баҫыуҙарында диңгеҙ­ҙәй йәйрәп ятҡан иген һәм башҡа культуралар үҫә. Алдынғы предприятие етәкселеге менән дә аралашырға, яңы инвесторҙың киләсәккә пландары менән танышырға форсат тейҙе.

Мәғлүм булыуынса, йәмғиәт тәүҙә Туҡта­ғол ауылы халҡының 500 гектар ерен ҡур­тым­ға алып, иген, көнбағыш, арпа кеүек төр­лө культуралар сәсә. Бер йылдан уларға Иҫке Ҡорос ауылына ҡараған Ҡамай ауылы халҡы мең гектар ерен ышанып тапшыра. Артабан Яңы Маты, Иҫке Маты, Иҫке Ҡорос, Михайловка, Ҡатай, Баҡалы һәм башҡа ауылдарҙың ер хужаларынан пай ерҙәрен ҡуртымға алып, бөгөн 20 мең гектар ерҙе эшкәртәләр. Быйыл предприятие яҙғы сәсеүҙе уңышлы атҡарып сыҡҡан һәм 6340 гектарға – көнбағыш, 5767 гектарға – бойҙай, 486 гектарға арпа сәскән, 2330 гектар майҙанда – ужым культуралары. Ҡалған биш мең гектар майҙанды мал аҙығы әҙерләү өсөн файҙаланалар.

Әле “Агро-Ресурс”та 100-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырылған. Механизаторҙар Илдус Ғәбитов, Виталий Давыдов, Шәғәсим Нуретдинов, Таһир Ғизәтуллин, Рәфис Ғимаев, Илнур Ситдиҡов предприятие асылған көндән үк бында эшкә урынлашҡан. Айрат Мусин, Виталий Громов төҙөлөш, ремонт менән булыша.

Шулай уҡ төрлө эштәргә йәлеп ителгән Фәннүр Вәлиев, Нәфис Ғайсин, Радик Исламов тураһында ла етәкселек яҡшы фекерҙә.

– 2020–2021 йылдарҙа иген таҙартыу комплексы төҙөлдө. Хәҙер игенде үҙебеҙ таҙарта башланыҡ. Комплекс сәғәтенә 48 тонналыҡ ҡеүәткә эйә. Автоүлсәгес ҡуйҙыҡ. Предприятиела эш хаҡы айына ике тапҡыр һәм тотороҡло түләнә, эшселәрҙе бушлай ашатыу ойошторолған. Ситтән кил­гәндәр өсөн дөйөм ятаҡ бар. Күрше ауылдар­ҙан булған хеҙмәткәрҙәрҙе еңел автомобилдә эшкә йөрөтөү ойошторолған. Әле беҙгә водителдәр, механизаторҙар, ашнаҡсы талап ителә, – тине баш бухгалтер урынбаҫары Айгөл Ҡорбанова.

“Агро-Ресурс” йәмғиәте яҙғы сәсеү эштәре буйынса быйыл районда беренсе урын яулаған. Хужалыҡтың директоры Владимир Нор, механизаторҙар Илмир Кашапов һәм Илнур Ситдиҡов Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамота­һы­на лайыҡ булған. Шулай уҡ яҡшы һөҙөм­тәләр күрһәткән 11 хеҙмәткәр – муниципаль район хакимиәтенең, ә Виталий Давыдов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 

– “Агро-Ресурс” – йәш компания. Беҙ 2014 йылда эш башланыҡ. Ошо ҙур бул­маған ваҡыт эсен­дә ҙур үҫешкә өлгәштек. Бик күп техника алдыҡ, бөтә транспорт яңы. Хужалыҡта иң иҫке тип иҫәпләнгән техника ла 2018 йылда етештерелгән. Беҙ бында эшләргә килгәнбеҙ. Әле үҫемлек­селек менән шөғөлләнһәк, киләсәктә малсылыҡты ла үҫтерергә теләй­беҙ – һөтсөлөк, йылҡысылыҡ йүнәлешендә.

Дәүләттең ауыл хужалыҡтарын үҫтереү йәһәтенән күрһәтелгән ярҙамынан файҙала­на­быҙ. Ашламаларға субсидия алабыҙ, техниканы яңыртабыҙ. Йәштәрҙе эшкә алабыҙ, уҡытабыҙ, һөнәр алырға ярҙам итәбеҙ. Былтыр быға тиклем эшкә Себергә йөрөгән дүрт кеше килде. Бер ай эшләп ҡаранылар ҙа, беҙҙәге эш хаҡын, тотороҡлолоҡто күреп, ҡалдылар. Йәғни предприятие кешеләр өсөн эшләй, шарттар һәм уңайлыҡтар тыуҙыра. Мин һәр хеҙмәткәргә хөрмәт менән ҡарайым, – тине “Агро-Ресурс” йәмғиәте директорының етештереү буйынса урынба­ҫары Артур Рудин улы Аҫылгәрәев.

 

Ялан батыры

 

Быйыл Баҡалы районында уҙған яҙғы сәсеү һөҙөмтәләре буйынса “Агро-Ресурс” пред­приятиеһы механизаторы Илдус Ғә­битов “Ялан батыры” исеменә лайыҡ булды. Ул өс мең гектар майҙанға көнбағыш сәскән.

Илдус Вәли улы сығышы менән – Әлшәй районының Раевка ауылынан. Мәктәптән һуң механизаторға уҡып сыға. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, 1989 йылда Раевкалағы совхозға эшкә урынлаша. Ауыл хужалығына заманса техника килгәс, уны Ергәнгә сит илдә сығарылған тракторҙы йөрө­төү алымдарын үҙләштереү курсына ебәрәләр.

– Ул ваҡытта Раевкалағы совхоз тарҡала башлаған ине, шуға ла Ергәндә эшкә ҡалдым. Тыуған ауылыма ҡайтып йөрөнөм. Бер ҡайтҡанда мине “Агро-Ресурс”ҡа эшкә саҡырҙылар. Тәүҙә Раевкала эшләнек, һуңынан Баҡалы районына күстек. Комбайн­да эшләйем, башҡа тракторҙарға ла ултырам. Техника яңы булғас, эшләүе лә күңелле. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Туҡтағол ауылында дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ. Ял ваҡытында Раевкаға ғаиләм янына ҡайтып йөрөйөм. Эшләгән кешегә бында хөрмәт менән ҡарайҙар, – ти уңған механизатор.

52 йәшлек Илдус Вәли улы – киң профилле механизатор, бөтә техника менән дә оҫта идара итә. Бар күңелен яратҡан һөнәренә бағышлап, ҡуйылған бурысты намыҫлы һәм урынына еткереп башҡарған Илдус Ғәбитов кеүек ялан батырҙары һәр ерҙә лә үҙ урынын таба шул.

 

“Техника ене” ҡағылған

 

Иҫке Ҡорос ауылында оҫта ҡуллы Булат Ғимазетдин улы Хәкимов менән таныштыҡ. Был ағайға “техника ене” ҡағылған тип әйтергә була. Ауыл хужалығы институтында агрономға уҡып сыҡһа ла, был һөнәргә күңеле тартмай, ә тимер-томорға ынтыла.

Булат Ғимазетдин улы 1947 йылда Иҫке Ҡорос ауылында тыуған. Мәктәп, институт, совхоз... “Баҡалы” совхозында ике йыл агроном булып эшләгән, унан һуң инженер, инженер-механик вазифаларын башҡарған.

 Хужалыҡ тарҡала башлағас, тирмән асып, он етештерә башлай. Тәүҙә ул бик үтемле була, әммә ихтыяж кәмегәс, урындағы хужалыҡтар бойҙай үҫтермәй башлағас, был эш һүнеп ҡала. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күңеленә оҡшаған шөғөлөнә тотона – төрлө техника йыя башлай. Ул үҙенә генә дүрт трактор эшләп алған, унан тыш ҡустыларына ла, улына ла хәстәрләгән.

– Запас частарҙы ҡул аҫтында ятҡан тимер-томорҙан йыям, шулай уҡ металл йыйыусыларҙан да алам. Тракторҙың төрлөһө була бит. Техника ярҙамында хужалыҡтағы күп эштәрҙе башҡарам. Трактор менән картуф сәсәм, күмәм, йыям. Ҡар таҙартҡыстың роторлыһы ла, сүмеслеһе лә бар. Ҡул менән бер нимә лә эшләмәйем, – ти оҫта.

Булат Ғимазетдин улы ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек яҡындағы шишмәне матур итеп төҙөк­ләндереүгә тос өлөш индергән.

– Мин бала саҡта әсәйем ферма мөдире булды. Ул һауынсылар менән һыу һарҡып ятҡан һаҙлыҡты ҡаҙып, шишмә юлын табып, һыйырҙарға һыу эсереү урынын эшләне. Йылдар үтеү менән был урынды үлән баҫты. Унда юл да, һуҡмаҡ та юҡ ине. Күмәкләп һаҙ аша юл төҙөнөк. Соҡор ҡаҙып, бура төшөрҙөк, бетон плитәләр һалдыҡ, тирә-яғын кәртәләп, төҙөкләндереп, тирмән эшләп ҡуйҙыҡ, шишмә эргәһенә кедр үҫентеләре ултырттыҡ, – тип ул беҙгә был урынды күрһәтте.

Шишмәнең һыуын лабораторияла тикшертеп, уның эсергә яраҡлы икәнен асыҡлағандар. Хәҙер был урын тураһында күптәр белә һәм ситтән килгән юлсылар ҙа һыу ала.

Булат Ғимазетдин улы ҡатыны Ләбибә Фнүн ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтер­гән. Ләбибә апай үҙ ваҡытында Баҡалыла үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһында агроном була, төрлө эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Иҫке Ҡороста ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнеп ала.

Ғөмүмән, уңған ғаилә һәр ваҡыт хәрәкәттә йәшәй, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫ­терә, изге ғәмәлдәр ҡылырға ла ваҡыт таба.

 

Яратҡан шөғөлөңдө табыу – бәхет

 

Ҡатай ауылында йәшәгән матур ғаилә­ләр­ҙең береһе – Ғәбдрәхимовтар менән дә танышырға насип итте. Флүзә Зәки ҡыҙы менән Флүр Мирданур улы оҙаҡ йылдар Норильск ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2006 йылда тыуған ерҙәренә ҡайтып төпләнгәндәр. Йортто Себер тарафтарында эшләгән саҡта уҡ хәстәрләп ҡуйғандар.

Флүзә Зәки ҡыҙы – һөнәре буйынса кондитер-технолог, Мәскәү совет сауҙаһы техникумын тамамлаған, Себерҙә төрлө ерҙәрҙә эшләгән. Әммә ғүмер буйы ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Макраме, һырыу, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, кейеҙҙән әйберҙәр баҫыу, сәй­лән менән биҙәү – был шөғөлдәрҙең һәр береһе буйынса оҫта Флүзә ханым.

“Береһенән ялҡһам, икенсеһенә тотоноп китәм, – ти ул.

Һуңғы ваҡытта сәйлән менән биҙәү, төрлө һындар яһау эшенә нығыраҡ тартыла. “Өл­гөләрҙе тәбиғәттән, сәскә-гөлдәрҙән алам. Сәйләндән ағас эшләр өсөн материалдар килограмлап китә. Шулай уҡ гипс, ПВА-елем кәрәк”, – ти ул.

Флүзә Зәки ҡыҙының ҡул эштәре йортта­ры­ның һәр бүлмәһен биҙәй. Оҫта уларҙы һат­май, балаларына, туғандарына бүләк итә. 

– Һатыуға ҡарағанда әйберҙе яһауға киткән материалы ҡиммәткә төшә. Бер ағас­ты эшләр өсөн өс-дүрт, хатта ярты йыл ва­ҡыт үтә. Сәйләнде ҡарамайынса ла теҙә алам, үҙем шул ваҡытта телевизор ҡарайым. Тимерҙе ҡырҡыуҙа ирем ярҙам итә. Бар буш ваҡытымды ҡул эше ала, – ти ул.

Оҫтабикә район мәҙәниәт йортонда, ауыл биләмәһендә уҙған сараларҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, башҡаларға ижад өлгөләрен күрһәтә. Флүр Мирданур улы ла ҡатынының шөғөлөн хуплай, бар яҡлап ярҙам итә.

- Рәмилә МУСИНА

“Агро-Ресурс” йәмғиәте директорының етештереү буйынса урынба ҫары Артур Аҫылгәрәев
Эш алдынан.
Ауылдың “кулибин”ы Булат Хәкимов
Флүзә менән Флүр ғәбдрәхимовтар
Алмаштырғыһыҙ механизатор Илдус ғәбитов
“Агро-Ресурс” йәмғиәте директорының етештереү буйынса урынба ҫары Артур Аҫылгәрәев
Читайте нас