

Тобольск ҡалаһында йәшәгән Шәйҙулла Хәмиҙуллин менән быға тиклем таныштырған инек. Был юлы ул ейәнсәренә ситек теккән.
Иҫ киткес ҙур тырышлыҡ, ваҡыт, көс һәм таһыл талант иткән был шөғөл менән Шәйҙулла Хәмиҙуллин тиҫтә йылдар шөғөлләнә: төрлө музейҙарҙа, күргәҙмәләрҙә булып, боронғо биҙәктәрҙе өйрәнә.
Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһының Дәүләт тарих музейында һаҡланған XIX быуат башына ҡараған итектәрҙе нәҡ төп нөсхәләе кеүек итеп эшләүгә өлгәшкән ул. Шулай уҡ музей экспонаттарына ҡарап, Себер татарҙары ҡатын-ҡыҙҙарының һарауысын тергеҙгән.
Шәйҙулла Хәмиҙуллиндың һәр эше – ҡабатланмаҫ ижад өлгөһө. Уларҙың ҡайһы берҙәрен эшләүгә ике ай самаһы ваҡыты китә. Сигеп биҙәк һалыу өсөн үҙ алымын булдырған, хатта үҙе станок та уйлап тапҡан.
Фотолар: Ш. Хәмиҙуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.