

Уҡыу йылы алдынан, 1 – 31 августа, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы түләүле мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” үткәрә.
– Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк, кәрәк булғанда дәғүәләрҙе рәсмиләштереү бушлай атҡарыласаҡ, – тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы дәүләт программаһы ғәмәлдә булған осорҙа 60 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған.
– 2022 йылдың беренсе кварталында 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың 70 проценттан ашыуы “ҡыҙыу бәйләнеш” аша алынды. 100-ҙән ашыу дәғүә буйынса бушлай ярҙам күрһәтелде. Судҡа тиклем тәртиптә өс миллион һумдан ашыу зыян ҡаплатылды, – тине Алексей Гусев.
8 (347) 218-09-78 телефоны буйынса шылтыратып, бушлай кәңәш алырға мөмкин. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса һорауҙар 1 – 31 август көндәрендә 09:00 – 18:00 сәғәттә ҡабул ителә.
Айһылыу НИЗАМОВА