

Башҡортостандың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды 2023 йыл аҙағына тиклем оҙаҡ төҙөлгән 130 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡты сафҡа индертәсәк. Быйыл 78 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
– Биләмәләр үҫеше федераль фонды механизмдары булышлығында сафҡа индерелгән дүрт объект тапшырылған да инде. 364 кеше үҙ фатирын алды, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Олег Солтанов.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2022 йылдың аҙағына тиклем Өфөлә, Салауатта, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында тағы 17 объектты сафҡа индереү планлаштырыла. Бер мең тирәһе ғаилә өй туйлаясаҡ. Федераль фонд ярҙамында төҙөлөп бөтөп барған объекттарҙа әлеге ваҡытта ике мең тирәһе эшсе көс һала. Бынан тыш, төбәк фонды халыҡ менән дә эш алып бара. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан ике меңдән ашыу кеше 5,5 миллиард һумдан ашыу аҡса алған. Икенсе ярты йыллыҡта Биләмәләр үҫеше фондының күҙәтеү советында биш йорт өлөшсөләренең хоҡуғы тергеҙеләсәк.
Әйткәндәй, Ағиҙел ҡалаһында Сәскәләр бульварын төҙөкләндереү дауам итә. Былтыр был биләмә ағиҙелдәр тарафынан тауыш биреү юлы менән һайлап алынғайны. Раҫланған документтарға ярашлы, эштәрҙе “Уралспецстрой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Бында заманса яҡтыртыу буласаҡ, яңы тротуарҙар барлыҡҡа киләсәк. Эргәләге Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәптә акустик система ҡуйыласаҡ.
Сәскәләр бульварынан Комсомол бульварына тиклемге биләмә йәшелләндереләсәк. Төҙөкләндерелгән урында шулай уҡ видеокүҙәтеү ойоштороласаҡ.
Октябрҙә эште тамамламаҡсылар. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов белдереүенсә, Сәскәләр бульвары ҡалалағы тағы бер төҙөкләндерелгән урындарҙың береһенә әйләнәсәк.
Әйткәндәй, быйыл апрель-майҙа ойошторолған Бөтә Рәсәй төҙөкләндереү өсөн объекттарҙы һайлау буйынса онлайн-тауыш биреүҙә “Сәскәләр бульварынан Еңеү паркына тиклемге скверҙы төҙөкләндереү” проекты күберәк тауыш (1687) йыйҙы. Ҡалала йәшәгән халыҡтың әүҙемлеге ярҙамында 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы Сәскәләр бульварынан Еңеү паркына тиклемге ара төҙөкләндереләсәк.
Айһылыу НИЗАМОВА