

“Эңерҙә йоҡламағыҙ, урамға сыҡмағыҙ, таныш түгел урынға “бисмилла”һыҙ ултырмағыҙ”, ти торғайны олатайым менән өләсәйем. Уларҙың әйткәнен бары хөрәфәт кеүек кенә ҡабул итә инек. Баҡһаң, бының етди сәбәптәре лә булған икән.
Түбәндәге хәл Бөрйән районында йөҙйәшәр Хәҙисә өләсәйем менән була. Бер мәл ул Ағиҙел буйына муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтөнә хәл йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Йоҡо аралаш үҙен ниндәйҙер тауыштың өҫтөнән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә арыуы үҙенекен иткәндер инде, ул йоҡлап киткән. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа салышайған, һөйләшергә теле лә әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән. Туғандары уны шунда уҡ тирә-яҡта даны таралған Ильяс муллаға алып киткән. Дауаланыр өсөн уға алыҫ тарафтарҙан да килер булғандар. Әле лә зыярат ҡылырға ҡәберенә йөрөйҙәр. Яман уйлыларға ел-дауыл, йылан кеүек ҡурҡыныс кирәмәттәр күрһәтеп ҡайтарып ебәрә, тип тә һөйләйҙәр.
Мулла, өләсәйемде күреп ҡалыу менән: “Эй, балам, ни эшләп әйткәнде тыңламаның, һиңә “өҫтөмдән тор” тип әйткәндәр бит. Ҡәбер өҫтөнә ятҡанһың. Бынан ары бисмиллаһыҙ хатта ултырыр булма”, – тип өс көн дауамында өшкөрөп, яңағын яулыҡ менән бәйләп ҡайтарып ебәргән. Ошонан һуң өләсәйем һин дә мин булып, шәбәйеп киткән.
Шуға ла диндә көнөнә бер нисә тапҡыр тәһәрәт алырға кәңәш ителә. Ни өсөн? Мәҫәлән, аяҡтар талған, тибеҙ. Күп йөрөгәнгә генә талғанмы, әллә башҡа сәбәптәре лә бармы? Ниндәй генә урындарҙан үтмәйбеҙ, кемдәр генә йөрөмәгән юлдарҙан атламайбыҙ бит! Зәхмәт эләккән, тибеҙ, бында ла шул кире энергия тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, тип-тигеҙ юлда ла кешенең ҡолап киткәнен күргәнебеҙ бар.
Шуға ла өлкәндәр, йоҡлар алдынан тәһәрәт алмаған хәлдә лә, аяҡтарыбыҙҙы булһа ла һыу менән сайып ятырға кәңәш итә ине. Баҡһаң, ошолай уларҙан көн дауамында йыйылған кире энергия йыуып төшөрөлә икән.
- И. АМАНОВ