

Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Смаҡай ауылында йәшәгән баҡсасы Фәүзиә Насирова һарымһаҡ һәм башҡа йәшелсәләр үҫтереү серҙәре менән бүлеште.
Фәүзиә апайҙы яҡташтары төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ ҡына түгел, оҫта баҡсасы итеп тә белә. Ғаиләһе менән бергәләп бигерәк тә һарымһаҡты күпләп үҫтерәләр һәм йыл да унан мул уңыш алалар. Үҙҙәре лә ҡуллана, ҙур ғына өлөшө һатыуға ла китә.
– Хәҙер өс йыл инде һарымһаҡтың төрлө сорттарын үҫтерәбеҙ. Был шөғөлдөң дә үҙ нескәлектәре бар. Йыл да бер урынға сәсмәйбеҙ. Мәҫәлән, былтырғы урынға быйыл картуф ултырттыҡ. Ашлама ҡулланыу, түтәлдәрҙе йомшартып, тәрбиәләп тороу яҡшы уңыш алырға ярҙам итә. Быйыл тәүҙә, һыуыҡ булыу сәбәпле, бер аҙ япраҡтары һарғайып тора ине, ямғыр яуғас, йәшәреп, һабаҡтары ла ҡалынайып китте. Һарымһаҡҡа ихтыяж ҙур,таныштар ҙа белеп бөткән, өйҙән үк килеп алалар. Ете сутый ерҙә сәскәйнек, күптән түгел ҡаҙып алып, елләтергә ҡуйҙыҡ. Уңышы бик шәп булды. Һатып алырға теләүселәр алдан сиратҡа ла яҙыла, хатта 6-7-шәр килограмға заказ бирәләр. Киләһе йыл уңыш күберәк булһын өсөн картуф урынына ултыртасаҡбыҙ. Октябрь баштарында уҡ был эште башҡарып ҡуйырға ниәтләйбеҙ, сөнки көҙҙән сәселгән һарымһаҡ эре була.
Ғөмүмән, быйыл баҡса өсөн һауа торошо яҡшы булды. Өс аҙна элек помидорҙарым да ныҡлап бешә башланы. Хатта ярты килограмға еткәндәре бар. Борос та һынатманы. Ҙурлығы буйынса сынаяҡ аҫтынан да кәм түгел. Һуған да ишелеп уңды, берәүһе уртаса 300 грамм тарта. Яңыраҡ картуфты тәмләп ҡараныҡ. Улары ла ҙур булып үҫкән, берәүһе 400 грамға етә. Үҙебеҙҙән артҡанын баҙарға алып сығып һатып та файҙаһын күрергә тырышабыҙ. Уның да төрлө сорттарын үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙгә оҡшағанын ҡалдырабыҙ, артабан яңы сорттар менән байытабыҙ. Ҡарағат уңышы ла матур булды. Уны йыл һайын яҡынса 120–130 килограмм йыйып алабыҙ, үҙебеҙгә лә етә, яртыһынан күбеһе һатыуға китә. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә баҡса үҫтерергә яратабыҙ. Каникулға ейән-ейәнсәрҙәр ҡайта, улар ҙа эшкә өйрәнә. Үҙ ваҡытында тәрбиәләп торһаң, баҡсаңдан мул уңыш алып һөйөнәһең, – ти Фәүзиә апай.
Үҫтерелгән уңышты, йәшел тәмләткестәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләп тә өлгөрә уңған хужабикә. Ғәҙәттәге укроп, петрушка ғына түгел, хатта кесерткәнде лә киптереп ҡуя. Ҡышҡы һалҡындарҙа кесерткән ашы – танһыҡ ризыҡ.
Уңған хужабикәнең ихатаһы ла шау сәскә. Йәй буйы күҙҙең яуын алырлыҡ итеп ата улар, яҡшы кәйеф бүләк итә.
Август – үҫтерелгән уңышты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәле. Был осор үҙе бер күңелле мәшәҡәт. Фәүзиә апай былтыр 400 банка төрлө ҡайнатма, йәшелсә турамаларын әҙерләгән булһа, әле ҡыярҙы ғына 40 банка тултырып ҡуйған. “Баҡсала үҫкән бер генә нәмәне лә әрәм итмәйбеҙ”, – ти уңған хужабикә.
- Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА
Ишембай районы