+21 °С
Болотло


Йәй йылы көндәр менән һөйөндөрөүен дауам итә. Алдағы ял көндәрендә республикабыҙ биләмәһендә йылы, аяҙ көндәр торасаҡ. Көндөҙгә һауа температураһы +26...+28, көньяҡ райондарҙа +30 градусҡаса тәшкил итәсәк. Төндә 10...12 градус йылы. Ямғыр яуыу ихтималлығы түбән. Ошондай һауа торошо киләһе аҙна уртаһына тиклем һаҡлана.
Шулай ҙа йәйебеҙ әкренләп көҙгә ауыша, айырыуса иртәле-кисле һалҡынса һауа торошо урынлаша бара. Йылы көндәрҙең рәхәтен татып ҡалығыҙ!
Фото: i.mycdn.me