Йәмғиәт
12 Август 2022, 10:30

Йорт хайуандары өсөн дарыуҙар импортын алмаштырыу нисек бара?

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы аңлата.

Йорт хайуандары өсөн дарыуҙар импортын алмаштырыу нисек бара?Йорт хайуандары өсөн дарыуҙар импортын алмаштырыу нисек бара?
Йорт хайуандары өсөн дарыуҙар импортын алмаштырыу нисек бара?

Быйыл фармакологик препараттарҙы ғәҙәттәгегә ҡарағанда аҙыраҡ индереүгә ҡарамаҫтан, илдә һорау менән ҡулланған барлыҡ сит ил дарыуҙарының аналогтары бар. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы профилле берекмәләр һәм ведомство ҡарамағындағы биофабрикалар менән берлектә уларҙы етештереү күләмен әүҙем арттыра.

Рәсәй препараттары һатыуға тиҙерәк сыҡһын өсөн уларҙы дәүләт теркәүенең тиҙләтелгән процедураһы режимы билдәләнде. Бөтөн процесс иң күбе 60 көн тәшкил итергә тейеш.

Импорт поставкалары ла әкренләп яйға һалына. Логистик проблемалар арҡаһында 2022 йылдың март-апрель айҙарында ғына препараттар ташыу кәмегәйне.

Хайуандарға дөйөм анестезия үткәреү өсөн препараттар баҙарында хәл тотороҡло. Әйтәйек, 2022 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһына 30 меңдән ашыу “Телазол” препараты ҡайтартылған. “Золетил” анестетикаһын ҙур күләмдә килтереү планлаштырыла.

Бынан тыш, 58 меңдән ашыу көслө “Трамвет” Рәсәй препараты һатыуға сығарылды. Уны хирургик операциялар ваҡытында файҙаланырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан буйлап “Ветеринария поезы” йөрөй. Авгусҡа маршрутты ошонда ҡарағыҙ: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1091

Халыҡ һәм эшҡыуарлыҡ өсөн көнүҙәк ярҙам саралары менән рәсми интернет-ресурста танышырға мөмкин: объясняем.рф

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1130

Сығанаҡ: vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1130

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас