Йәмғиәт
13 Август 2022, 15:00

Һарыҡты аңра тибеҙ...

Ғәлиәнең ҡоштары ғына түгел, һарыҡтары ла дрессировка үткән.

Һарыҡты аңра тибеҙ...Һарыҡты аңра тибеҙ...
Һарыҡты аңра тибеҙ...

Ғәлиә Саҡаева - Иглин районының Һарт-Лабау ауылында йәшәгән Өфө ҡыҙы. Һөнәре буйынса - табип-реабилитолог, ауырыу балаларҙы дауалай. Әммә ауылға күсеп, үҙенең малсылыҡ хужалығын үҫтерергә теләй һәм ике йыл элек бындағы ҙур булмаған ярым емерек ферманы ҡуртымға ала. Ире менән уны төҙөкләндереп, бөгөн меңләп баш ҡош-ҡорт - ҡаҙ, өйрәк, күркә, мысыр тауығы, бүҙәнә, 60-ҡа яҡын “романов” тоҡомло һарыҡ тоталар. Тултырма, быҡтырылған, киптерелгән ҡаҙ һәм башҡа ит ризыҡтары етештерәләр.  

Ғәлиәнең ата-әсәһенең ауылға ҡатнашлығы, хатта ауыл ерендә йәшәгән туғандары ла юҡ. Әммә ҡатын үҙе тәбиғәткә, малдарға тартыла. Эттәре, овчаркалары, бар. Сәскәләр үҫтерә. Мунса ярата. 

Уны хатта мал, ҡош-ҡорт үрсетә тип кенә әйтеп булмай. Улар менән уртаҡ тел тапҡан тип әйтерлек: ҡоштары ғына түгел, һарыҡтары ла уны аңлай, тыңлай, саҡырыуы була - йүгереп килеп етә.  

Уңған ҡатын - өс балаға әсәй. Өлкән улы студент, спортсы, спорт мастерлығына кандидат. Ҡыҙы мәктәптә уҡый, матур бейей, конкурстар лауреаты. Кинйә улына 13 йәш, уның һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Бына шундай әсәй ҙә, белгес тә, фермер ҙа Ғәлиә Ринат ҡыҙы.

Фото: Ғ. Саҡаеваның сәхифәһенән. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас